Бөтә яңылыҡтар
10
А/хужалығы
13 Март , 16:30

Техника яңыра

2025 йылдың тәүге ике айында Башҡортостан аграрийҙары 1,5 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Был 2024 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 700 миллион һумға күберәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Техника яңыра
Техника яңыра

Аграрийҙар бөтәһе төрлө маркалағы 49 трактор, 5 комбайн, 39 берәмек тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машинаһы һәм башҡа төр техника һатып алған.

Республикала агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу программаһы эшләй, уның сиктәрендә аграрийҙарға техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентына тиклем субсидия бирелә. 2024 йылда сығымдарҙы ҡаплауға төбәк бюджетынан 1 миллиард һум йүнәлтелгән. Һуңғы алты йылда компенсация 8,2 миллиард һум тәшкил иткән.

Ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу хужалыҡтарға иген үҫтереү һәм уңышты йыйып алыуҙы тиҙләтергә мөмкинлек бирә, шуның менән бергә “Агросәнәғәт комплексын үҫтереү” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: