Бөтә яңылыҡтар
10

Мәңгелек дан!

Яҡташыбыҙ, Озерный егете  Илфат Ғибәҙәтов МХО зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды.

Озерный ауылы клубы алдында Илфат Ғибәҙәтовты һуңғы юлға оҙатыу айҡанлы матәм митингыһы үтте.

 Илфат Ғибәҙәтов 1990 йылдың 5 декабрендә Озерный ауылында тыуған, урындағы мәктәптә белем ала. Артабан Магнитогорск ҡалаһындағы 104-се һөнәрселек училищеһында  уҡып, автомобилдәрҙе йүнәтеү буйынса слесарь һөнәрен үҙләштерә.

18 йәше тулғас, Рәсәй  Ҡораллы Көстәр сафына саҡырыла,  хәрби хеҙмәтте диңгеҙ флотында үтә. 2013 йылдан  контракт буйынса хәрби хеҙмәтен Сыбаргүл ҡалаһында дауам итә.

Дәүләт Башлығы Владимир Путин ил бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү маҡсатында махсус хәрби операция иғлан иткәс, Илфат Алмас улы ла үҙ теләге менән Ватан һағына баҫа. МХО зонаһында яҡташыбыҙ  алғы һыҙыҡта була. Тик шуныһы ҡыҙғаныс, ҡаты яуҙарҙың береһендә Илфат Ғибәҙәтов хәрби антына һуңғы һулышынаса тоғро ҡалып, батырҙарса һәләк була.

Матәм митингыһында яугирҙең ауылдаштары, туғандары, дуҫтары, район, ауыл биләмәһе етәкселеге ҡатнашты.

— Әбйәлилдең батыр улдарының береһен һуңғы юлға оҙатабыҙ. Илфат Алмаз улы беҙҙең тыныс күгебеҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн башын һалды.Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ: Илфат Ғибәҙәтовтың да исемен мәңгеләштереү эштәре башҡарыласаҡ, туғандары, балалары мөмкин булған бөтә социаль яҡлау саралары менән солғап алынасаҡ. Район халҡын һуғыштың тиҙерәк еңеү менән тамамланыуын, ир-егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп күберәк доға ҡылырға саҡырам, — тине район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов. — Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, Илфат!

Красная Башкирия ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Айгөл Мангушева яугирҙең тыныс холоҡло, изге күңелле, башҡарыусан булыуын, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер тороуын әйтеп үтте.

— Күҙ алдыбыҙҙа үҫкән Илфаттың һәләк булыуы — ауылдаштар өсөн дә оло ҡайғы. Һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсыл булған Илфат Алмас улы дуҫтары, туғағндары, ауылдаштыары күңелендә герой булып һаҡланасаҡ, — тине ауылдаштар исеменән һүҙ алған  Рәсимә Кощеева.

Юлия Харрасова класташының әсәһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға сабырлыҡ теләне һәм: «Илфат мәңге хәтерҙә буласаҡ, беҙ уның менән ғорурланабыҙ», — тине.

— Улымдың имен-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтырына өмөтөм ҙур ине. Тик, бындай ҡыуанысты күрергә яҙманы. Күпме яҡты хыялдары тормошҡа ашмай ҡалды... — тине туғандары исеменән апаһы Миҙәт Булатов һәм яугирҙе ерләүҙе ойошторғандарға, уны һуңғы юлға оҙатырға килгәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың әсәһе Гүзәлиә Булат ҡыҙының, ағаһы Илшаттың, һеңлеһе Миләүшәнең, балалары Илнар менән Даринаның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Тыныс йоҡла, яугир!

Читайте нас: