Бөтә яңылыҡтар
10
Ҡаһарманлыҡ
18 Март , 17:05

Первомай ауылы батыр яугир менән хушлашты

Первомай ауылы махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған Марат Амангилдин менән хушлашты.

Первомай ауылы батыр яугир менән хушлашты
Первомай ауылы батыр яугир менән хушлашты

Яугир яҡташыбыҙ менән бәхилләшергә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, район Советы секретары Булат Исламбаев, хәрби комиссар Максим Гребенщиков, район Советы депутаттары Фәнил Әсәҙуллин, Юлай Ҡаҙаҡбаев, Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров, Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, “Боевое братство” ойошмаһы ағзалары,  ауылдаштары, туғандары килде.

 Марат Амангилдин 1987 йылдың 15 ғинурында Первомай ауылында тыуған. Тыуған ауылында башланғыс белем ала, артабан Йәнгел урта мәктәбендә уҡый. 2003 йылда Магнитогорск ҡалаһының 67-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. 2008 йылда Рәсәй армияһы сафына саҡырыла. Ростов өлкәһендә эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә.

Хеҙмәтен тамамлап, тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Магнитогорск металлургия комбинатында эш башлай. Яуаплы, тырыш, эшен урын еренә еткереп башҡарған егетте коллективта ихтирам итәләр. Тыныс холоҡло, ипле, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер Марат Ғәйфулла улы ның дуҫтары күп була.

  Илебеҙ именлегенә хәүеф янағас, яҡташыбыҙ ситтә ҡалмай, контракт буйынса махсус хәрби операция зонаһына юллана. Уҡсы сифатында хәрби хәрәкәттәрҙә туранан-тура ҡатнаша. Тик ҡаты бәрелештәрҙең береһендә Марат Ғәйфулла улы батырҙарса һәләк була. Яугир хәрби антына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡала.

 Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, Магнитогорск металлургия комбинаты етәкселеге һәм хеҙмәттәштәре исеменән Амонжон Танкин, яугирҙең туғандарының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

М. Амангилдиндың уҡытыусыһы Әлфиә Дәүләтҡолова Мараттың бәләкәйҙән ипле, тәртипле, яуаплы булыуын күҙ йәштәре аша иҫкә алды. Балаларына өлгөлө атай, ҡатынына ышаныслы терәк булыуын билдәләне. Балаларына атаһының батырлығы менән ғорурланып үҫеүен теләне.

– Алсаҡ та, баҫалҡы ла, ябай ҙа ауылдашыбыҙ менән хушлашабыҙ. Ул тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәне. Ғаиләһенең, туғандарының, ябай кешеләрҙең тыныслығы өсөн ғүмерен бирҙе. Ата-әсәһенә батыр ул үҫтергәне, ҡатынына уға терәк булғаны өсөн рәхмәт белдерәм,– тине ауылдаштар исеменән Ольга Шунина.

 Балалар баҡсаһынан алып 9-сы класты тамамлағанса бергә үҫкән Олеся Дауытова Мараттың яуаплы, эшһөйәр булыуы арҡаһында класташтары, дуҫтары араһында абруйлы булыуын билдәләне.

Ябай, аҡыллы, дуҫ-иштәренә тоғро иптәш, ауылдаштарына абруйлы яҡташ, йәш быуынға батырлыҡ өлгөһө булып мәңге хәтерҙә ҡалырһың яугир!

 Батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе Миңнур Шөғәйеп ҡыҙының, ҡатыны Валентина Сергеевнаның, ҡыҙы Викторияның, улы Вадимдың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: