Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
13 Март , 17:25

Һанлы белем биреү мөхите

Һанлы белем биреү мөхите «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

ҺАНЛЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӨХИТЕ
ҺАНЛЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӨХИТЕ

Башҡортостанда белем биреү ойошмаларында һанлы белем биреү мөхитен булдырыуға, шулай уҡ мәғариф системаһының цифрлы трансформацияһын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эштәр башҡарыла. Проект сиктәрендә мәктәптәрҙе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм белем биреү эшмәкәрлеге өсөн һанлы сервистар һәм контент үҫтереү буйынса эш алып барыла.

2024 йылда проекттың төп һандары түбәндәгесә булды: бөтә ил буйынса цифрлы белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделен индереү, Рәсәй Федерацияһының 75 субъектындағы дөйөм белем биреү ойошмаларының

25 проценты белем биреү программаларына кәмендә 500 мең бала өсөн заманса һанлы технологиялар индереү, ҡалаларҙағы белем биреү ойошмаларын тулыһынса 100 Мб/с тиҙлектәге интернет менән тәьмин итеү, ауыл ерендә – 50 Мб/с, һанлы белем биреү үҙәктәре селтәрен булдырыу, йылына кәм тигәндә 136 мең баланы үҙ эсенә ала.

Проекттың дөйөм бюджеты 79,8 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Был йүнәлештә 2025 йылда эштәр дауам итәсәк.

Гөлфиә Моратшина, Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры:

Мәктәптең һанлы белем биреү мөхитен үҫтереү маҡсаты — юғары сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү. Ул белем биреү процесын индивидуалләштерергә, балаларҙың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырырға һәм яуаплылығын үҫтерергә ярҙам итә, уҡыусыларға продуктив эшсәнлек өсөн төрлө ҡоралдар бирә. Дәфтәр менән ҡәләм, таҡта менән аҡбур яйлап тарихҡа күсә. Тәжрибәләр өсөн махсус ҡоролма-йыһаздар булдырыу уҡыусыларға практик эштәрҙе сифатлы башҡарыу өсөн шарттар тыуҙырасаҡ. Физика, химия, география дәрестәренең лаборатория эштәре виртуаль ысынбарлыҡта үтеүе уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырасаҡ. Һанлы лабораторияла уҡытыусы тейешле күрһәткестәрҙе интерактив таҡтала теркәй барып, уҡыусылар иҫәпләүҙәрҙе планшетта башҡарһа, дәрестәр күпкә отошлораҡ та, ҡыҙыҡлыраҡ та буласаҡ. Ошондай йыһазландырыу ауыл мәктәптәренә лә ваҡытында килеп етһен ине. Заман талаптары менән ауыл мәғариф системаһы ла бергә атлар, тип ышанабыҙ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: