Ҡужан ауылында татыу ғүмер кисергән Рәхимә һәм Тайып Мөстәҡовтар ғаиләһендә унынсы бала булып яҡты донъяға ауаз һала Лилиә.
Ун бер балаға ғүмер бүләк иткән герой-әсә Рәхимә инәй туҡһанды күптән үтһә лә, бөгөн дә үҙ аң-зиһенендә, яттан доғалар уҡып, Асҡарҙа Йәмилә ҡыҙында бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
— Кинйәкәүем, тип, атайым мине ныҡ яратты, — тип хәтерләй Лилиә. — Минән һуң биш йәшкә бәләкәй һеңлем Земфира тыуһа ла, утынға-бесәнгә йөрөгәндә, ҡунаҡҡа ла гел үҙе менән алып йөрөнө. Ул заманда һирәк эләккән үҙе атлаған өлкән ҡурсаҡ алып ҡайтып сикһеҙ ҡыуандырғаны иҫтә ҡалған. Тик ғүмере ҡыҫҡа булды атайымдың.
Күп балалы ғаиләләрҙә, ғәҙәттә, өлкәндәр бәләкәйҙәрен ҡарашып, эшкә лә талымһыҙ булып үҫәләр, мәктәптә лә тырышып уҡыйҙар. Лилиә Таштимер урта мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск индустриаль-педагогик техникумында белем ала. Һуңғы курста уҡығанында Салауат ауылы егете Иршат Ибраһимов менән яҙмышын бәйләп, ҡәйнә-ҡайны йортона килен булып төшә.
Дипломлы йәш белгесте урындағы мәктәпкә ҡуш ҡуллап эшкә алалар, лаборант булып урынлаша ул. Оҙаҡ йылдар Салауат мәктәбен етәкләгән Марс Әхмәҙи улы Аҡбулатов йәш ҡыҙҙың ҡушылған һәр эште урын-еренә еткереп, тырышып башҡарыуын күреп, Лилиә Тайып ҡыҙына өр-яңы баҫа торған машинка биреп, секретарь вазифаһына күсерә.
1992 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем, йәғни утыҙ йылдан ашыу Лилиә Тайып ҡыҙы Салауат урта мәктәбенең бөтә документацияһын алып бара. Пунктуаль, һәр эште ваҡытында һәм теүәл, яуаплы башҡарыуы менән айырылып торған хеҙмәткәр уҡытыусылармы, ата-әсәләр булһынмы бөтәһе менән дә уртаҡ тел табып, һәр мөрәжәғәт итеүсегә мәсьәләне аңлайышлы еткереп, нисек рәсми ҡағыҙҙарҙы тултырырға өйрәтеп, ярҙам ҡулы һуҙа.
Бөгөн Салауат мәктәбен етәкләгән Миләүшә Зөбәйер ҡыҙы Шәйәхмәтова — Лилиәнең дүртенсе директоры. Һәр саҡ мөләйем, тыныс холоҡло, ипле, алсаҡ хеҙмәткәр коллективта оло ихтирам менән файҙалана.
Ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша ул. Төрлө йылдарҙа һайлау комиссияһының рәйесе, секретары вазифаларын башҡарҙы.
Эшендә уңған ҡатындың көткән донъяһы ла әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Йәй көндәре баҡсаһы күҙҙең яуын алып торған төрлө-төрлө сәскәләргә күмелә, түтәлдәрендә, теплицаһында ниндәй генә йәшелсәләр үҫмәй. Төрлө емеш ағастарынан да мул уңыш йыя. Ихата тултырып ҡош-ҡорт үҫтерә, иптәше Иршат менән мал-тыуарҙы ла ишле тоталар.
Ғаиләһенән дә уңған Лилиә Тайып ҡыҙы. Үҙҙәренең ғаиләләрен ҡорған өлкән улы Илнур, ҡыҙы Айгүзәл ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итеп, бәхетле өләсәй ҙә. Кинйәһе Илнар Башҡорт дәүләт педагогия университетының һуңғы курсында уҡый, әле тыуған мәктәбендә практика үтә.
Тырыш хеҙмәте өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хатына, төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталарына лайыҡ Лилиә Тайып ҡыҙына матур яҙ айында тормош үҙе ике бишлеһен ҡуя.
Артабан да яҡындарыңа йәшәү сығанағы, дуҫ-иштәреңә үрнәк, туғандарыңа терәк-таяныс булып, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер кисерергә насип булһын һиңә, Лилиә Тайып ҡыҙы!
Рабиға ЗАҺИРОВА.
Салауат ауылы.