Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙҙың ғына түгел, йылдың иң сағыу байрамдарының береһе булған 8 Март менән район башлығы И. Т. Нафиҡов ҡотланы.
— Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө минең иң яратҡан байрамдарымдың береһе. Барыбыҙға ла ғүмер бүләк иткәндәре, ҡәҙерләп-һөйөп үҫтергәндәре, көслө итеп тәрбиәләгәндәре, бөйөк эштәргә илһамландырып торғандары өсөн гүзәл затҡа — һөйөклө әсәйҙәребеҙгә, өләсәйҙәребеҙгә, хәләл ефеттәребеҙгә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерә, уларҙы күкрәгебеҙгә ҡосоп ярата, бүләктәр бирә торған көн был. Ҡатын-ҡыҙ ул — тормош-йәшәйеш сығанағы. Барлыҡ әсәйҙәргә лә сабырлыҡтары, тәрән тормош аҡылдары өсөн рәхмәт белдерәм. Һәм айырыуса хәҙерге ваҡытта МХО-ла илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән батыр яугирҙәребеҙҙе тыуҙырып үҫтергән әсәләр алдында баш эйәм. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Иҫән-һау, бәхетле булығыҙ, ҡәҙерлеләребеҙ! — тине ул.
Байрам бүләкләүҙәргә бай булды. Иң беренсе булып сәхнәгә Асҡарҙан алты бала әсәһе Тәнзилә Ғәлиуллина саҡырылды. Башҡортостан Башлығының 2025 йылдың 11 февралендәге Указына ярашлы, Тәнзилә Риф ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланды. Ғәлиуллиндарҙың бөтә ғаилә менән сәхнәгә сығыуы хозур бер күренеш булды. Шундай матур, берҙәм ғаиләләр күп булһын!
Бер төркөм хеҙмәт алдынғылары был матур тантанала Әбйәлилдең юғары наградаһы — район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Улар — «Мәғариф учреждениеларын хеҙмәтләндереү буйынса үҙәкләштерелгән бухгалтерия» МҠУ-һының әйҙәүсе белгес-бухгалтеры Айгөл Сафина, район хакимиәтенең кадрҙар менән эшләү һәм муниципаль хеҙмәт бүлегенең кадрҙар буйынса баш белгесе Динә Садиҡова, «Березки» ял йортоноң баш бухгалтеры Ирина Линкова, «Яҡты-Күл» шифаханаһының кадрҙар бүлеге начальнигы Гөлнара Латипова, район мәғариф бүлегенең баш белгес-бухгалтеры Гөлнара Хисмәтова, Рәсәй социаль фондының Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы буйынса бүлексәһенең пенсиялар билдәләү бүлеге әйҙәүсе белгес-эксперты Гүзәл Рамаҙанова, «Мәҙәниәт учреждениеларын хеҙмәтләндереү буйынса үҙәкләштерелгән бухгалтерия» МҠУ-һының етәксе урынбаҫары Алһыу Ямалова, Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенең хореография класы уҡытыусыһы Эльвира Килдейәрова, үҙәк район дауаханаһы бухгалтеры Гөлсәсәк Ғәлина, Гусев ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Венера Ғәлиуллина.
Район хакимиәтенең Рәхмәт хатына иһә 30-лаған гүзәл зат вәкиле лайыҡ булды. Китапханасы, табип, икмәк бешереүсе, мәктәп директоры, музей мөдире, ҡаҙанлыҡ операторы, мәҙәниәт, суд хеҙмәткәрҙәре, ер бүлеүсе, ветлаборатория мөдире — төрлө һөнәр эйәләре булған һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан бөтә был ҡатын-ҡыҙҙарҙы тыуған Әбйәлил мәнфәғәтенә тырыш хеҙмәт берләштерә.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Люциә Әминева Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Тантаналы сарала райондан бер нисә йәш ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә сертификаттар тапшырылды. Гөлгөнә Муллағәләмова, Рәмзиә һәм Венер Йосоповтар, Диана һәм Морат Яҡуповтар, Дилбәр һәм Илнур Ғилметдиновтар был көндөң иң бәхетле хужалары булды. Йәштәрҙе үҙ өйҙәрендә бәрәкәтле тормош көтһөн!
Байрам сараһы матур концерт менән үрелде. Район мәҙәниәт йортоноң ҡатнаш вокал ансамбле, халыҡ тынлы инструменттар оркестры, йырсылар Фәнис Ҡаһарманов, Айнур Мырҙагилдин иң хисле, иң матур сығыштарын гүзәл һәм бөйөк затҡа — барлыҡ әсәләргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланы. Яңы ғына барлыҡҡа килгән «Алмастау» ансамбленең дебют бейеүен тамашасылар йылы ҡабул итте. Әсәләр өсөн иң көтөп алынғаны, әлбиттә, балалар тарафынан әҙерләнгән номерҙар ине. Асҡар сәнғәт мәктәбенең инструменталь оркестры, «Фантазия» өлгөлө бейеү ансамбле, «Askar Dance Family» коллективы, Т. Кусимов исемендәге гимназияның «Ете ҡыҙ» вокал ансамбле һәм уның солисы Азалия Ғәлиуллинаның сығыштары көслө алҡыштар менән оҙатылды. Концертты «Талисман» вокал студияһы йырсыһы Реналь Амангилдин башҡарыуында «Ҡатын-ҡыҙҙарға сәскәләр бүләк итегеҙ» йыры йомғаҡланы. Залдағы бер ҡатын-ҡыҙ ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы — йылдағыса һәр гүзәл зат яҙҙың тәүге сәскәләре булған ләлә гөлләмәһен алып ҡыуанды.
Р.S. Бар матурлыҡ ҡатын-ҡыҙҙан. Байрам сиктәрендә мәҙәниәт йорто фойеһында ойошторолған күргәҙмә-сауҙа ла ижади, илһамлы заттарҙың оҫталығын, ҡул эштәре төрлөлөгөн сағылдырҙы. Дилә Ғәлиуллина һәм Марина Легенько һабындан гөлләмәләр һәм сувенир продукцияһын тәҡдим итһә, Зөлхиә Исхаҡованың бәйләнгән зауыҡлы сумкалары һәм салфеталары күргәҙмә ҡылыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Биҙәүестәр ҙә күп ине: Азалия Әһелова стилләштерелгән милли биҙәүестәр, алҡалар, Айһылыу Хәмитова эпоксид сайырынан эшләнгән һырғалар менән һатыу итте. Ейәнсура оҫтабикәһе Розалия Кәримованың ҡабарып торған дебет шәлдәре, селтәрле паутинкалары, йылы бейәләй-ойоҡбаштары шулай уҡ үҙ хужа-хужабикәләрен тапты.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.