Милли проект һәм дәүләт программаһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм граждандарға эшҡыуарлыҡ башланғысын үҫтереүҙә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Сираттағы ултырышта комиссия ағзаларына 2 проект тәҡдим ителде. Бер ҡатын гүзәл заттарға матурлыҡ салоны булдырыу тураһында хыялланһа, икенсе проект ағас эшенә йүнәлтелгән ине. Һөҙөмтәлә, Ишбулды ауылынан технология уҡытыусыһы булып эшләгән Руслан Хәлисовтың «Ағас төҙөлөш конструкциялары һәм ағас әйберҙәре етештереү» проекты комиссия тарафынан хупланды. Ул эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә һәм үҙмәшғүллеккә 350 мең һум күләмендә субсидия аласаҡ.
Руслан Хәлисов:
— Мин элек технология уҡытыусыһы булып эшләнем, шуға ла ағас менән оҫта эш итәм. Ауыл ерендә эш булмауы үҙемдең эшемде асырға этәргес бирҙе. Бизнес-план «Балта оҫтаханаһы» тип атала. Уны тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамынан тыш үҙемдән 100 мең самаһы аҡса кәрәк буласаҡ. Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам тик ағас эшкәртеү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға тотоноласаҡ.