Уҡыусыларҙың химия һәм биологиянан бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында етенселәр араһында еңеүсе булып танылды, химия буйынса республика олимпиадаһының йомғаҡлау этабында призёр булды.
«Олимпиада Өфөлә ике турҙа үтте. Беренсе көн теория буйынса ярыштыҡ, ҡатмарлы мәсьәләләр систек. Икенсе көн практик өлөштә эксперименттар үткәрҙек», — тип һөйләй Динә.
Өфөлә олимпиада хәрәкәте буйынса остаздар ассоциацияһы уңышлы эшләй. Был ассоциация уҡыусыларҙың талантын үҫтереү эшен алып бара. Йыл һайын республика лицей-интернатында химия буйынса олимпиада үтә. Был олимпиада республика Башлығы Р. Ф. Хәбировтың фонды ярҙамында ойошторола.
Олимпиада өс этапта: мәктәп, муниципаль, республика кимәлендә үтә. Йомғаҡлау этабында республиканың төрлө төбәктәренән һайлау турын үтеп, етерлек бал йыйған 110 уҡыусы иң яҡшыларҙан яҡшы исеме өсөн көс һынашҡан.
— Республика этабында беҙҙең райондан ике бала: минең уҡыусым Динә Йосопова һәм Красная Башкириянан 8-се класс уҡыусыһы Айсар Әхмәтшин (уҡытыусыһы А. А. Баһаува) ҡатнаштылар, — ти ҡыҙҙың уҡытыусыһы Нәғимә Исмәғил ҡыҙы Акилова. — Әлбиттә, уңыш еңел бирелмәй, еңеүҙәргә өлгәшеү өсөн күп тир түгергә тура килә. Әҙерләнеү өсөн, дәрестәрҙән тыш, каникул ваҡыттары китә.
Әйткәндәй, Динә уҡытыусыһы тәҡдиме менән каникул ваҡытында Өфөлә химия мәктәбендә уҡыуҙар үткән.
Өлгөр ҡыҙҙың һәләттәре бик күп. Динә биш йәшенән музыка мәнән шөғөлләнә. 12 йәшендә Магнитогорск ҡалаһында 2-се музыка мәктәбенең саксафон класын тамамлаған. Педагогы Н. А. Панюкова етәкселегендә төрлө конкурс-фестивалдәрҙә призлы урындар яулай. Ә хәҙер райондағы И. Ә. Сәғәҙәтов етәкселегендәге оркестрҙа уйнай. Лилиә һәм Радик Хәлиловтар етәкләгән Михайловкалағы «Уралтау» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Рәйсә Иҙрисова төшөргән «Урыҫ башҡорто» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмында төп роль — Мәрйәмде уйнай. Үҙе лә видеомонтаждар эшләү менән мауыға.
Буш ваҡыттарында бешеренергә, бәйләргә ярата, һабындар эшләй. «Нисек өлгөрәһең?» — тигән һорауыма Динә: «Ваҡытты дөрөҫ бүлә белергә кәрәк, тырышһаң, барыһы ла килеп сыға», — тип яуапланы.
Бына ошондай шәп, өлгөр, талантлы, ҡыҙ уҡый гимназияла.
Физәлиә ҒӘБИТОВА,
Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы.