Бөтә яңылыҡтар
10
Йәштәр мөхите
14 Март , 10:29

"...һәм дә һылыу ҡыҙ!"

Медицина өлкәһенә Мәрйәм Ғүмәрова кеүек үҙ-үҙенә ышанған, талапсан, алдынғы ҡарашлы йәштәр килеүе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының киләсәге өмөтлө тип тулы ышаныс менән әйтергә хоҡуҡ бирә.

Мәрйәм Ғүмәрова бөгөнгө көндә Ырымбур медицина университетының дүртенсе курсында уҡый. Үткән йылдың яҙында Мәскәүҙә «Йыл студенты. Табиптар» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, «Йылдың йәш табибы» номинацияһында лауреат исемен яуланы. 
Ә быйыл өс көн барған шул уҡ бөтә Рәсәй конкурсында Мәрйәм икенсе тапҡыр ҡатнашып, үҙенең профиле «Медик — профилактик эше» номинацияһында еңеүсе булды.
Һынауҙар өс көн рәттән бара. Беренсе көн көнүҙәк һорауҙар буйынса эш, икенсе көн йәмәғәт менән аралашыу һәләтен, практикала һөнәри сифаттарын күрһәтеү, өсөнсө көн һайлаған һөнәреңдең кәрәклеген, актуаллеген иҫбатларға кәрәк була. Ярышта Рәсәй буйынса һайлап алынған студенттар араһында Мәрйәм еңеүсе була ла инде. 
Рәсәй Федерацияһы Президенты администрацияһының беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко еңгән ҡыҙҙарҙы «Тырыш, аҡыллы, белемле һәм дә һылыу ҡыҙҙар бит әле!» — тип ҡотлай.  
Мәрйәм Ишбулды ауылында ғүмер кисергән Гөлдәр һәм Асрар Ғүмәровтарҙың ғаиләһендә иң өлкәне. Ун өс йәшенән Өфө ҡалаһындағы Рәми Ғәрипов исемендәге башҡорт гимназияһына уҡырға инә. Яҡшы уҡыған ҡыҙҙы гимназияның балалар ойошмаһы вице-президенты, спорт министры итеп һайлайҙар. Республиканың иң көслө уҡыу усағы булып һаналған гимназияла шулай юғары вазифаға һайланғас, Мәрйәм ышанғандай уҡыусы булғандыр инде. 
Бәләкәй сағында Мәрйәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында тәүтикшереүсе булырға хыяллана, әммә ата-әсәһе шәфҡәт туташы һөнәрен һайларға тәҡдим итә. Мәктәпте тамамлағас, Мәрйәм Магнитогорск медицина колледжының фельдшер бүлегенә уҡырға инә. Беренсе курс һиҙелмәй генә үтеп китә.
— Икенсе курста уҡыған ваҡытта беҙгә эске органдар ауырыуҙары предметын уҡытырға бик шәп уҡытыусы килде, — тип һөйләй Мәрйәм, үҙ предметы менән мине бик ҡыҙыҡһындырҙы. Мин өҫтәмә материалдар уҡый башланым, аңламаған темаларға төшөндөм. Уҡыуы ҡыҙыҡлы була башланы, белемгә ынтылыш артты. 
Мәрйәм 2021 йылда «Йәш профессиональ» (Worldskill Russia) VIII асыҡ төбәк чемпионатында ҡатнашып, Силәбе өлкәһенең чемпионы исемен яулай. Шул уҡ ваҡытта Мәрйәм Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә, уның солисткаһы ла була. Тырыш ҡыҙ  медколледжды ҡыҙыл дипломға тамамлай.  Уға Магнитогорск тиҙ ярҙам медподстанцияһында эш тә табыла.
Атаһы Мәрйәмгә юғары белем алырға кәңәш бирә. Короновирус мәлендә  документтарын Ырымбур медицина университетына онлайн тапшырып, уҡырға инә. 
— Беренсе көндән бар көсөмдө уҡыуға йүнәлттем, — тип һөйләй Мәрйәм. — Латин телен өйрәнеү бигерәк оҡшай. Тәжрибәле уҡытыусылар менән ғилми-тикшеренеү эштәре алып барабыҙ. Эскән һыуҙың сифаты буйынса тикшеренеү эшемде тамамланым. Әлеге ваҡытта Ырымбур өлкәһенә актуаль булған геморрогик биҙгәк, йәғни сысҡан ауырыуының бөйөргә биреүе проблемаһы буйынса тикшеренеү эше алып барам.
«Киләсәктә табип булырмын һәм медуниверситетта уҡытыусы эшен бергә алып барырмын», тигән уйҙар менән йәшәй Мәрйәм, медицина өлкәһендә эшҡыуар булып китергә пландары ла бар.
Хыялдарың тормошҡа ашһын, уңыштар юлдаш булһын, Мәрйәм!

Рәйлә ХАФИЗОВА,
Салауат мәктәбе уҡытыусыһы.

Читайте нас: