Күптән түгел Теләш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы (етәксеһе Д. Ҡ. Бәшәрова) «Күрше хаҡы — тәңре хаҡы» тип аталған сараға Ташбулат ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаларын һәм ошо ауылдың ағинәйҙәренән торған «Гөлнәзирә» халыҡ фольклор ансамбле коллективын (етәксеһе Һ. Х. Нәҙершина) саҡырҙы.
Ҡунаҡтарҙы таҡмаҡтар менән ҡаршы алғандан һуң, үҙ-ара аралашыу башланды. Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәне: ҡорама ҡорау оҫтаһы Нәзирә Арыҫланова һәм тартма эшләү буйынса район конкурсында ҡатнашҡан Сәкинә Мырҙина үҙҙәренең ҡул эштәре менән таныштырып, күршеләргә оҫталыҡ дәресе үткәрҙеләр. Ә Һылыу Хәҙис ҡыҙы ҡашмау эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Әйткәндәй, уҙған йыл дауамында «Гөлнәзирә» ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары 13 ҡашмау эшләп кейҙеләр.
Аш-һыу оҫтаһы Мәрхәбә Солтанова сәк-сәк бешереү серҙәрен өйрәтте, үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Артабан ике ауыл ҡатын-ҡыҙҙары төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреү, йомаҡтар сисеү кеүек конкурстар ойошторҙолар. Былар бөтәһе лә концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Был сара күңелле ял кисәһе генә булманы, етди мәсьәләләр ҙә хәл ителде. Мәҫәлән, уңған ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәргә ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләү, Теләш егете Данил Халиҡовтың һорауы буйынса тепловизор һатып алыуға аҡсалата ярҙам итеү хаҡында һөйләшеп килештеләр.
Сара һуңында Теләш ауылы ҡыҙы, «Гөлнәзирә» халыҡ фольклоры ансамбле ағзаһы Ғәлимә Ситдиҡова ағинәйҙәргә изге теләктәр теләп, иҫтәлекле бүләктәр өләште.
Дилә ҒӘЛИМОВА,
Ташбулат ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе.