«Йыл геройы – 2024» конкурсында былтыр гәзит биттәрендә донъя күргән 117 мәҡәлә геройы ҡатнашты. Декабрь-ғинуар айҙарында беҙ уларҙы «Осҡон» гәзите төркөмө аша интернет донъяһындағы йәмәғәтселеккә таныттыҡ. Геройҙарыбыҙ өсөн тауыш биреү бик әүҙем барҙы. Тәүге этапта ай геройҙарын асыҡланыҡ һәм финалға сыҡҡан еңеүселәрҙән «Йыл геройы» билдәләнде.
Һәм йола буйынса ай геройҙарын һәм төп еңеүсене редакцияға бүләкләү сараһына саҡырҙыҡ. 12 ай геройы — Рәхмәт клубы мөдире Зөлфирә Баһауетдинова, Ташбулаттан алтын пар Клара һәм Фирғәт Әҙелмырҙиндар, Асҡарҙан тырыш ғаилә Әминә һәм Илгиз Яҡуповтар, Туйыштан эшҡыуар ғаилә Гөлшан һәм Фидан Йомағужиндар, Айғырбатҡан утарынан кескәй бейеүсе Йәсминә Сафиуллина, Рысҡужанан шағирә Айһылыу Хәсәнова, Ишҡолдан өлгөлө ғаилә Рәшиҙә һәм Ғәлим Шаһиевтар, Иҙәш Ҡусҡарынан көрәшсе Арсен Шәрипов, сығышы менән Мәхмүттән булған республика клиник дауаханаһы табип-хирургы Илшат Нарынбаев, Үтәгәндән өлгөлө атай Рәиф Әүбәкеров, Ишбулдынан ветфельдшер Зәбир Ғүмәров, Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Динис Таһиров менән бергә 13-сө еңеүсе итеп Тәпән ауылы уҙаманы Мөнир Мансуровты бүләкләргә ҡарар иттек. Калинин исемендәге колхозда баш агроном булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Мөнир Нурғәле улын районда белмәгәндәр һирәктер, шуға күрә лә тауыш биреүҙә меңдән ашыу кеше нәҡ уны һайланы. Ай еңеүсеһенән бәләкәй генә айырма менән ул икенсе урында ҡалды. Ошоларҙы иҫәпкә алып, хеҙмәт ветеранын «Халыҡ һөйөүе» номинацияһында баһалап үтергә булдыҡ.
Геройҙарыбыҙ менән осрашыу бик йәнле уҙҙы. Барыһы ла дипломдар, үҙҙәренең гәзиттә сыҡҡан фотоһы ҡуйып эшләнелгән календарь, «Батыр» бассейнына сертификаттар менән билдәләнде. 8 йәшлек Йәсминәгә һәм 85 йәшлек Мөнир ағай Мансуровҡа махсус бүләктәр әҙерләнде.
Финалда алға сыҡҡан өс аҫыл ир-егетте айырым ҡотланыҡ. «Йыл геройы – 2024» конкурсы еңеүсеһе булған, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, биш балаһын яңғыҙ тәрбиәләүсе Рәиф Әүбәкеров ғаилә менән ял итеүгә «Экстрим» тюбинг-паркына һәм «Алмастау» кинотеатрына сертификаттар, футбол тубы менән бүләкләнде. Икенсе урынға сыҡҡан Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ — Илшат Нарынбаев фотограф И. Йосоповтан Мәхмүт ауылы панорамаһын сағылдырған картинаға лайыҡ булды. Өсөнсө урын яулаусы Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Динис Таһировҡа «Инфинити» реклама агентлығына сертификат тапшырылды.
Илшат Нарынбаевтың инәһе Нәзирә Исламбаева сараға ғаиләһе исеменән бүләктәр алып килгәйне. Ул улы Илшатҡа һәм еңеүсе Әүбәкеровтар ғаиләһенә аҡсалата презенттар яһаны, шулай уҡ таныштары булған Шаһиевтарға һәм Әҙелмырҙиндарға күстәнәстәрен бирҙе. Конкурсыбыҙҙың бәҫен күтәреп, уйламағанда бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Нәзирә Хәмитйән ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Һәм ошо урында төп бағыусыларыбыҙҙы ла билдәләп, уларға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткергебеҙ килә. Улар — «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы (Т. С. Сәйфуллин), «Инфинити» реклама агентлығы (И. Н. Әғзәмов), «Экстрим» турбазаһы (Л. Х. Әхтәмов), «Алмастау» кинотеатры (А. М. Ғәлина), фотограф И. Р. Йосопов. Эштәрегеҙ уң булһын!
Был юлы еңеүсе геройҙар тураһындағы мәҡәлә авторҙары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Әйтергә кәрәк, гәзит геройҙары тураһында редакция хәбәрселәре генә яҙманы. Урындарҙағы авторҙарҙың матур йөкмәткеле хаттары ла йыл дауамында «Осҡон»да донъя күрҙе. Шулар араһынан Асҡарҙан штаттан тыш хәбәрсе, һөнәре буйынса Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы Фәниә Кайниева талантлы йәш табип Илшат Нарынбаев тураһындағы мәҡәләһе өсөн диплом менән бүләкләнде. Күп атайҙарға үрнәк итеп ҡуйырлыҡ оло йөрәкле кеше — Рәиф Әүбәкеров тураһындағы һүрәтләмә авторы хәбәрсе Гөлфиә Ниғмәтуллина һәм бәйгелә призлы өсөнсө урынды яулаған етәксе Динис Таһиров тураһында яҙған Гөлнара Күсәрбаева ла дипломдарға лайыҡ булды.
Мөхәрририәт.