Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
12 Март , 10:00

Яугирҙе онотмайҙар

13 февраль көнө Хәлил мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған Ишбулды ауылының илһөйәр улы Рәмил Рәхмәтовтың иҫтәлегенә бильярд буйынса турнир үтте.

Ярышты яугирҙең бажаһы Таңатар Шәмсетдиновтың идеяһы буйынса ғаиләһе һәм ҡәйнеше Азамат Зарипов ойошторҙо. Әйтергә кәрәк, 2023 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған, ике тапҡыр ҡаты яраланғандан һуң да, аяҡҡа баҫҡас, кире алғы һыҙыҡҡа киткән ҡаһарман яҡташ иҫтәлегенә үткәрелгән беренсе ярыш түгел был. Уҙған йәйҙә Ишбулдыла ауылдаштары уның хөрмәтенә минифутбол турнирын ойошторғайны.

Сара тантаналы асылды. Хәлил ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы М. М. Фәттәхов батыр иҫтәлегенә  ярышҡа башланғыс биреп, ҡатнашыусыларға мауыҡтырғыс, сәмле уйын теләне. Туғандары һәм ойоштороусылар исеменән сығыш яһаған Азамат Зарипов Рәмил Мирйән улының үҙенә бирелгән ҡыҫҡа ғына ғүмер юлын илһөйәр рухлы ир-уҙаман булып лайыҡлы үтеүе тураһында бәйән итте, ауылда бала-саға араһында төрлө ярыштар үткәреп, бүләктәре менән ҡыуандырыуын, алыҫ Себер яҡтарында йәшәһә лә, тыуған ере менән бер ҡасан да бәйләнеште өҙмәүен, ауылдаштарына ярҙам итеп йәшәүен иҫкә алды. «Шундай патриоттың МХО-ға бармай ҡалмаясағына бер ҙә шигебеҙ булманы. Тик яратҡан еҙнәйебеҙгә иҫән-һау ҡайтырға яҙманы», — тине Азамат Насип улы. Таңатар Шәмсетдинов матур йыр бағышланы. Р. М. Рәхмәтовты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, ярыштың судьяһы Ғәйнислам Әсәҙуллин уйын тәртибе менән таныштырып турнирҙы асыҡ тип иғлан итте.

Бильярд буйынса көс һынашырға 12 уйынсы теләк белдерҙе. Көсөргәнешле, ҡомарлы ярыш көноҙоно дауам итте. Тамаша ҡылыусылар ҙа күп йыйылды. Уйын һөҙөмтәләре буйынса урындар түбәндәгесә баһаланды. Миҙәхәт Килдейәров — 1-се урын, Таңатар Шәмсетдинов — 2-се урын, Дамир Ҡусҡаров 3-сө урын. Ғәйнислам Әсәҙуллин «Иң оло уйынсы», Вилдан Дәүләтов «Иң йәш уйынсы», Сергей Баҡыев «Еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияларында билдәләнде. Еңеүселәр һәм номинация хужалары яугирҙең ғаиләһенән ҡиммәтле бүләктәргә, грамота, миҙал һәм кубоктарға лайыҡ булды. Батыр рухы тыныс булһын. Онотмайҙар, иҫкә алалар...

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: