Ярославна Александровна үҙ хужалығын Герой Таһир Кусимовтың тыуған ауылы Күсемдән алыҫ түгел ерҙә алып бара. 2010 йылдан район һабантуйҙарында әүҙем ҡатнаша. Бәйгеләр, һабантуйҙың театрлаштырылған тамашаһы һәм балаларҙы һыбай йөрөтөү уның аттарынан тыш уҙмай. Әбйәлил районы исеменән "Башҡорт аты" "Терра-Уфа", "Торатау йыйыны", Күсмә халыҡтары уйындары кеүек ҙур сараларҙа ла сығыш яһайҙар. Район тормошонда ла ҡайнап йәшәй: Яңы йыл байрамында Күсем, Геологоразвевка ауылдары балаларын бушлай атта йөрөтә, балалар баҡсаларына матди булышлыҡ итә һәм, әлбиттә, яугирҙәргә гуманитар ярҙам ойоштороуҙан ситтә ҡалмай.