Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш
13 Май 2025, 11:08

Бер мөхәббәт тарихы

Район тыуған яҡты өйрәнеү музейында Бөйөк Ватан һуғышына арналған экспонаттар араһында өсмөйөшлө һалдат хаттары ҙур урын биләй. Үтәгән ауылынан Хәлит Йәһүҙиндың үтенесе буйынса ҡыҙы Сафия тапшырған ғаилә ҡомартҡыһы бер оло мөхәббәт тарихын һаҡлай.

Һуғыш башланғанда Хәлиттең өлкән ағаһы Әсғәт Йәһүҙинға — 19, ә уның һөйгәне Бибинурға 17 генә йәш була. Тиҙҙән үҙенең һуғышҡа алынырын аңлаған егет өйләнеп китергә ҡарар итә. Ҡыҙҙың йәше тулмаһа ла, ата-әсәһенән рөхсәт алып, никах уҡыталар. Кәләшен заманына күрә ҡиммәтле бүләктәр менән ҡыуандыра Әсғәт: ҡышҡы пальто, резина галошлы быйма, матур күлдәк, сәскәле шәл алып бирә. Ныҡышып никахты рәсми рәүештә теркәтеүҙе лә йәһәтләй ул. Бригаданың иң шәп атын егеп Амангилдегә барып ЗАГС-ҡа торалар. Ләкин кейәү-кәләштең бәхетле саҡтары оҙаҡҡа булмай, ике айҙан Әсғәткә һуғышҡа китергә повестка килә. 1942 йылдың 1 мартында яуға юллана.
Артабан ике йәш йөрәк араһын хаттар бәйләй. Әсғәттең тәүге хаты Магнитогорск ҡалаһынан килә. Һалдат хистәрен шиғри юлдарға һалып көн дә тиерлек һөйгәненә хаттар яҙа һәм фронтҡа китеп барышлай туҡтаған станцияларҙан ебәрә бара.
«Һин аңларһың, һуғыш булғас,
Юғалтыуһыҙ еңеү булмаҫын.
Ҡайталмаһам, миңә һин рәнйемә,
Күңелдәрең бойоҡ булмаһын».
Шишмә станцияһында үҙҙәре ЗАГС-ҡа егеп барған атты күреүен, уны ла һуғышҡа оҙатыуҙары тураһында яҙа. Тик, үкенескә күрә, Әсғәткә һөйгәненән бер генә хат алырға насип була. Бибинурҙың башҡа хаттары һуғышта бер ерҙән икенсеһенә күсеп йөрөгән иренә барып етмәй.
Бер хатында ире кәләшенә иҫтәлек өсөн өс бөртөк умырзая сәскәһен һала. Бибинур уларҙы ғүмер буйы һаҡлай. Бынан 83 йыл элекке яҙҙа өҙөлгән кипкән умырзаялар хаттар менән бергә музейға тапшырылған.

1942 йылда Сталинград өсөн ҡаты һуғыштар барғанда Әсғәттән хаттар өҙөлә. 6 августа яҙған һуңғы хатында:
«Меңдәр ҡайтыр, мин булалмам,
Шуны тоя йөрәгем.
Тыуған илем өсөн ҡорбан булһам,
Ниҙәр күреп йәшәр һөйгәнем?» — ти ул.
Ошонан һуң Әсғәт Йәһүҙиндың хәбәрһеҙ юғалды тигән хәбәре килә. 
«Ҡара ҡағыҙ» ҡайғыһын ауыр эш кенә бер аҙ баҫҡандай була. Тылдағы ҡатын-ҡыҙ күргән бар михнәттәр Бибинурҙың башынан да үтә. Әсғәте киткәс, ул йәй айҙарында Ҡаҙмаш ауылына ат менән һөт ташый. Ҡышҡа ҡарай ҡыҙҙарҙы, йәшерәк ҡатындарҙы Әүжәнгә урман ҡырҡырға ебәрәләр. 1944–1945 йылдарҙың йәйендә Миндәктә торф сығаралар. 
Һуғыштан һуң әсәһе көсләп тигәндәй ҡыҙын Ҡаҙмаш ауылынан Насип исемле фронтовик иргә ҡатынлыҡҡа  бирә. Бибинур шарт ҡуя: «Фамилиямды алмаштырмайым, Йәһүҙина булып ҡалам». Утты-һыуҙы кисеп иҫән ҡайтҡан ир быға риза була. 1947 йылда улдары Мөхәмәт тыуғас, Бибинурҙың эш урынынан етди хат килеп төшә, милиция ла оҙаҡ көттөрмәй. Ирең менән рәсми никах теркәтһәң, язанан ҡотолаһың, тейешле ҡағыҙың булмаған осраҡта төрмәгә ултыртасаҡтар тиҙәр ҡатынға. Бибинур баш тарта.
1948 йылда Асҡар ауылында суд була. Унда Бибинур балаһын күтәреп Ҡырҡты аша йәйәүләп бара. «Өс айға Белоретҡа оҙатырға!» — тигән хөкөм ҡарары сығарыла. Бибинурҙы дүрт айлыҡ йәш балаһы менән төрмәгә ултырталар. Мөхәббәтһеҙ ғаиләлә үҙен тотҡон кеүек тойған Бибинур, киреһенсә, төрмәлә рәхәтлек күрә: «Улыма тип ашарға бирәләр ине, бала бәләкәс булғас ашамай, тамағым, йоҡом туйып, ял итеп ҡалдым», — тип һөйләй ул ҡайтҡас. Балаһы ла байтаҡ ҙурайып, эшкинеп китә был ваҡыт арауығында.
Төрмәнән сыҡҡас, улын күтәреп йәйәүләп ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғала Бибинур. Инде яҙ еткән була. Ташбулатта бер бабайға ялға туҡтала. Бабай ҡатынды йәлләп баланы һалырға туҙҙан бәләкәй сана эшләп бирә. Ауырлыҡтар менән Үтәгәненә ҡайтып етә. Ҡабат Ҡаҙмашҡа иренә бармай. 
Ғүмер буйы Йәһүҙина булып, һөйгәнен төңөлмәй көтөп, мөхәббәткә тоғро ҡала Бибинур. Ауыл Советы биргән ағастан ҙур матур йорт һалып инә. Ҡартайған көнөнәсә ҡәйнештәре, Әсғәтенең башҡа туғандары менән ҡатнашып йәшәй. Үтәгәндә алты апһын берҙәй татыу ғүмер итәләр. Әсғәттең аҡ сәскәле гөл яратыуын иҫтәлек итеп, ғүмер буйы тәҙрә төбөндә аҡ сәскәләр үҫтерә.
«Тәҙрә төбөңә ултырт һин,
Аҡ сәскәле гөлдәрҙе.
Онотма, иркәм, хәтерлә,
Бергә булған матур көндәрҙе...»
Өйөнөң түренә иренең ҙурайтылған фотоһын элеп ҡуйһа, һәр һүҙен яттан белгән хаттарын, кипкән өс бөртөк умырзая сәскәһен һәм бүләк итеп алып биргән шәленең бер остоғон иҫтәлек итеп һаҡлай. 

84 йәшендә донъя ҡуя Бибинур. Йән йәренең һөйәктәре ҡайҙа ятҡанын да белмәй китеүе үкенесле. Уның вафатынан һуң бер нисә ай үткәс, Әсғәт Йәһүҙиндың ҡәбере табылыуы тураһында хәбәр килә. Яугирҙең ҡустыһы  Хәлит Кәбир улы 2013 йылда ҡыҙы Сафия, кейәүе Рауил менән Волгоград өлкәһе Чернышковский районы Тормосин ауылы янындағы туғандар ҡәберлегенә барып, мәтрүшкә ултыртып, төбөнә тыуған ер тупрағын һибеп ҡайта.  «Әсғәт ағайым мәтрүшкә сәйен яратып эсте», — тип  аңлата был турала ҡустыһы. 
Үкенескә күрә, кеше ғүмере бер миҙгел генә. Еңгәһе мәрхүмә булғас, ағаһының өскөл хаттарын һаҡлауҙы дауам иткән Хәлит Йәһүҙин яңыраҡ ҡәбер эйәһе булған. Ул үлеренән алда Бөйөк Ватан һуғышы ғүмерлеккә айырһа ла, һүндерә алмаған бер мөхәббәт тарихы хаҡындағы яҙма ҡомартҡыны район тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырыуҙы һораған. Атаһының аманатын Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Сафия Хәлит ҡыҙы тарих һаҡлаусылар ҡулына тапшырған. Латин хәрефтәре менән яҙылған, ваҡыт үтеүе менән һарғайған, ҡайһы бер юлдары юйылған хаттар, өс бөртөк кипкән умырзая сәскәһе мөхәббәт, ҡаһарманлыҡ һәм тоғролоҡҡа һәйкәл булып музейҙа оҙаҡ йылдар һаҡланһын.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас