Аллаһы Тәғәлә уларҙы һөйләшеүҙән яҙҙырһа ла, Ғәлләмовтарҙың көйһөҙләнеп ултырғаны юҡ. Ағалы-ҡустылылар икәүҙән-икәү генә Хәмит ауылында матур итеп донъя көтә, күршелә уларҙың бер туған апайҙары Әнисә Ниғмәтуллина йәшәй, ул ҡустыларына күҙ-ҡолаҡ.
— Иҫ белгәнемдә, әсәйем Ишһылыу Йомағужа ҡыҙы атайымдан айырылып ҡайтты. Әллә гел ыҙғыш-талаштан, әллә әсәйҙең һаулығы ҡаҡшауҙан ошо ике ҡустым тыумыштан инвалид булып тыуҙы. Әсәйгә ҡустыларымды махсус мәктәпкә бир тип өгөтләп тә ҡараныҡ, уларҙы эргәһенән ебәрмәне. Әгәр ҙә берәй ерҙә уҡыһалар, бәлки, эшләп тә йөрөрҙәр ине, — тип һөйләне ҡустылары тураһында Әнисә Ниғмәтуллина.
Ә шулай ҙа Ғәлләмовтар туғандары һәм яҡындары араһында аңлашырлыҡ итеп ым-ишара өйрәнгән, үҙҙәре лә кешеләрҙең хәрәкәттәренә ҡарап нимә әйтергә теләгәндәрен аңлап тора. Күптән түгел улар үҙҙәренең 55 һәм 50 йәшлек юбилейҙарын билдәләгән, туғандары менән табын яһағандар.
Ике йылдан ашыу түшәктә ятҡан әсәләрен ҡарап, һуңғы юлға оҙатҡандар. Ишһылыу Йомағужа ҡыҙы 88 йәшендә гүр эйәһе булған. Бөгөн ир-уҙамандар икәүҙән-икәү матур итеп донъя көтә.
Ағалы-ҡустылы бынан ун биш йыл элек Хәмит ауылында өр-яңынан йорт күтәргән, бында Хажиғәле ағайҙың ҡулының оҫталығын баһалау кәрәк, ул шул йортто бер үҙе тигәндәй эшләп сыға. Йорттоң ҡыйығын алмаштырғандар, евротәҙрәләр ҡуйҙырғандар. Ғәлләмовтарҙың йорто заманса йыһазландырылған — яңы йыһаздар, заманса телевизор бар, ә тәҙрә төптәрендә гөлдәр үҫә. Беҙ барғанда иркен һәм яҡты йорттоң һәр ерендә бөхтәлек, тәртип күҙгә ташланды. Улар ҡатын-ҡыҙ башҡарырға тейеш бөтә эште лә үҙҙәре эшләй. 2 баш һыйыр, һарыҡтар, 3 баш йылҡы малы, тауыҡтар аҫрайҙар, һөтөн боралар, майын да бешәләр. Икмәкте үҙҙәре бешерә, ашарға ла әҙерләйҙәр, йәйгеһен еләк-емеш йыйып, ҡайнатмаһын да ҡайнаталар, баҡсаһын да үҫтерәләр. Ә ҡышҡыһын иһә улар ат өйрәтеү, ауыл халҡына һуғым һуйышыу менән мәшғүл. Һәр кем ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итһә лә, һәр саҡ ярҙамға әҙер: эш ҡоралдарын һаплау, быйма табанлау, ыштыя, йүгән үреү, ат санаһы, арба эшләүгә лә ярҙам һорап уларға киләләр.

Улар күңелһеҙләнеп ултырмайҙар, эшһеҙ торорға күнекмәгәндәр һәм кемдәндер ярҙам көтөп ятмайҙар. Хажиғәле ағай техникаға һәм ағас эшенә оҫта булһа, Даян ағай унан айырмалы рәүештә һүрәт төшөрә һәм тегенә. Уларҙың үҙҙәренең велосипеды, квадроциклы һәм, халыҡ телендә йөрөтөлгәнсә, Быт-быт тракторҙары ла бар, йәйгеһен ошо техника менән бесән әҙерләйҙәр, утынын да ташыйҙар. Даян ағай иһә йыл да Яңы йыл маскарадында үҙе теккән костюмдары менән алдынғылыҡты бирмәй, ҡарҙан һындар яһауға әүәҫ. Ат йылын ҡаршылағанда ла ул үҙе яһаған ат образы менән гран-при яулаған һәм аэрогриль менән бүләкләнгән.
Магазинға үҙҙәре йөрөйҙәр, аҡса иҫәбен беләләр. Телевизор ҡарарға яраталар, бигерәк тә хоккей, футбол ярыштарын мөкиббән китеп ҡарайҙар. Һауа торошоноң нисек булыуын күҙаллайҙар, ямғыр йә ҡар яуыуын да алдан иҫкәртеп торалар. Даян ағай мобиль телефон менән идара итә белә, тәбиғәттең матур күренештәрен, үҙенең ҡул эштәрен фотоға һәм видеоға төшөрә.
Бынан тыш улар инвалидтар араһында уҙған төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Мәҫәлән, Хажиғәле Ғәлләмов гер күтәреү, ҡул көрәштереү һәм атыу буйынса гел алдынғы урындарҙы ала. Ә Даян Ғәлләмов урындағы биләмә үткәргән «Ҡар һындары» конкурсында, һүрәт төшөрөү бәйгеләренең даими еңеүсеһе.
Уҙған йылда Ғәлләмовтар йорт янына бәләкәй аласыҡ эшләп ингәндәр, йәйгеһен улар шунда йәшәй. Быйыл иһә һарай янында мал-тыуарға «өй» күтәреү менән мәшғүлдәр. Ҡапҡа эсенә видеокамера ла ҡуйҙырғандар.
— Ҡустыларым бер нәмәгә лә мохтаж түгел. Үҙҙәренең яйына һәүетемсә генә донъя көтәләр, хатта ҡайһы бер ҡатындарҙың йортонда ундай таҙалыҡ юҡтыр әле. Ауылдаштарға һәр саҡ ярҙам итергә әҙерҙәр, көләкәстәр, ябайҙар, изге күңеллеләр. Үҙҙәренең донъяһын ғына түгел, миңә лә ҙур ярҙамдары тейә уларҙың, — тип бәйән итте улар тураһында апайҙары Әнисә.
Бына ошондай яҙмыш алдында теҙләнмәгән кешеләр менән осрашыу, улар-ҙың һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән булыуына ҡарамаҫтан, бына-мын итеп донъя көтөргә атлығып тороуҙары, тормоштарына зарланмауы һоҡландыра. Улар донъяны ниндәй бар шундай итеп ҡабул итеп, тормошто яратып, уның һәр көнөнән кинәнес табып йәшәйҙәр.