Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш
23 Март , 15:12

Яугир ҡатыны, әсәй, етәксе

Нескә генә булмышы артында тимер ныҡлығы бар Әлиә Ҡасимованың. Юҡҡа ғына уҙған көҙҙә уны Хәмит ауыл биләмәһенә башлыҡ итеп ҡуймағандар.

Яугир ҡатыны, әсәй, етәксе
Яугир ҡатыны, әсәй, етәксе

— Ул көндә эш буйынса иртәнсәк Асҡарға килгәйнем. Район Советы секретары Булат Исламбаев осраны ла: «Бөгөнгө сессияла булыуың мотлаҡ», — тип иҫкәртте. Ауыл Советы депутаты булғас, былай ҙа төшкә тиклем эштәремде йомошлап сессияға ҡайтып өлгөрөргә тигән ниәттә инем. Башлыҡ вазифаһына тәҡдим ителгән минең кандидатурамды депутаттар бер тауыштан хупланы. Хәл-ваҡиғалар бындай боролош алыр, тип бөтөнләй көтмәгәйнем, — ти Әлиә Вәхит ҡыҙы.
Түп-түңәрәк бәхете кителеп, күңел ҡояшын ҡара болоттар ҡаплаған ваҡиғалар солғанышында әллә был ауылдан китәйем дә барайыммы, тип икеләнеп йөрөгәнендә, уйламағанда етәксе ҡамытын кейҙе-реүҙәре Әлиә Ҡасимованы кире урынына ултырта. Ғаиләһенә МХО афәте ҡағылған яугир ҡатыны ул. Килен булып төшкән еренә ҡом-таштай батып йәшәп ятҡан Әлиәнең икеле уйҙарға бирелеүенең сәбәбе — яратҡан иренең, балаларының атаһының һәләк булыуы...
2004 йылда Белорет педагогия колледжын тамамлап, күрше ауылға балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып килгән Шәрип ҡыҙының артабанғы яҙмышы китаптарҙағыса яҙыла. Хәйер, китаптарға ла сюжеттар ысынбарлыҡ тормоштан алына торғандыр. Морат атлы егет Әлиәнең йөрәген яулап, 2006 йылдың ҡышында ғаилә ҡоралар. Йәштәр ауыл, район тормошонда ҡайнап йәшәй. Айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар, спортты үҙ күрәләр, эштән һуң кистәрен мәктәпкә волейбол уйнарға йөрөйҙәр. Икеһе лә ауыл командалары уйынсылары булып, район күләмендә төрлө ярыштарҙа еңеүҙәр яулап, Хәмит ауылының данын күтәреүгә шәхси өлөштәрен индерәләр. Тора-бара өс балалы булып китә улар: ике ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Спорттан тыш йыр-бейеүгә маһир Ҡасимовтар «Йәш ғаилә – 2018» район конкурсында икенсе урынға лайыҡ була. Әлиә иһә ижади һәләтен эшсе йәштәр араһындағы «Әбйәлил һылыуы» район конкурсында һынай. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе, мөдир вазифаларын башҡарған ҡатындың 11 йыл педагогик өлкәлә эшләгәндән һуң, һөнәрен ҡырҡа үҙгәртеп, клуб мөдире булып китеүенә аптырайһы түгел шуға ла.
— Белорет интернат-лицейында уҡыған осорҙа спорт менән ныҡ мауыҡтым. Хатта физкультура уҡытыусыһы булам тигән хыялым да бар ине. 11-се кластан һуң, мотоциклдан осоп, йәрәхәттәр алыуым арҡаһында имтихандарға барманым, нормативтар тапшырырлыҡ формала түгел инем. Шуға күрә документтарымды тәрбиәселәр төркөмөнә бирҙем. Спортты әле лә ташламайым — йүгерәм, саңғыла йөрөйөм. Көҙгөһөн «Милләттәр кросы»нда ҡатнашып, районда үҙ кате-гориямда икенсе урын яуланым. Ә сәнғәткә һөйөүем нәҫелдән, — ти ул.
Ҡасимовтар Хәмит ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе булып матур тормош көтә. 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында оҙаҡ йылдар дәүләт инспекторы булған ғаилә башлығы эшенән сығып, контракт төҙөүсе тәүге илһөйәрҙәр рәтендә Шайморатов батальоны составында ил һағына баҫа. Был турала алдан уйлап хәл итһә лә, юлға ҡуҙғалыу сәғәте еткәнсе ғаиләһенә, ата-әсәһенә өндәшмәй. Иренең: «Мин бармаһам, ул бармаһа — илде кем һаҡлай!?» — тигән һүҙҙәре әле булһа ҡолағында яңғырай ҡатындың.
— Туғыҙ ай үткәс, 2023 йылдың мартында тәүгә ялға ҡайтып китте. Кәүҙәһе өйҙә булһа ла, күңеле теге яҡта ине. «Әлиә, малайҙар үҫеп килә, улар армияға саҡырылғансы беҙ еңеп ҡайтырға тейешбеҙ», — тине ул еңеүгә ҙур ышаныс менән. Ундағы хәлдәр тураһында һөйләмәне. Ниндәй шарттарҙа хеҙмәт итеүҙәрен ныҡ ябығыуынан (25 килограмм ауырлыҡ ташлаған ине) төнөн йоҡлай алмай йөрөп сығыуынан һүҙһеҙ ҙә аңларға була ине, – тип дауам итә, ут йотоп йәшәһә лә, ул саҡта күңеле өмөт, ышаныс, көтөү тойғоларына тулы булыуы менән бәхетле булған Әлиә.
2024 йылдың 14 майында тормош иптәшенең «200-сө» булыуын хәбәр итәләр:
— Төнгә ҡаршы телефон шылтыраны. «Еңгәй, ныҡ ауыр хәбәр бар бит әле...» — тигәнде ишеткәс (хеҙмәттәштәре миңә «еңгәй» тип өндәшә торғайны), ваҡытты һуҙырға теләгәндәй: «Ныҡ ауырмы?» — тип һораным. «Ныҡ-ныҡ ауыр, еңгәй...» Йоҡларға әҙерләнгән балаларыма күҙ йәштәремде күрһәтмәйем тип тышҡа атылдым. Төнө менән ҡайным-ҡәйнәмде лә ҡайғыға һалырға теләмәнем. Исмаһам, бер төн тыныс йоҡлаһындар тип бер үҙем машинала ултырып таң аттырҙым...
Билдәһеҙлектән дә ҡыйыныраҡ нәмә юҡтыр. Яугир иренең һәләк булыуын хәбәр итһәләр ҙә, кәүҙәһен алып ҡайтып ерләү бик оҙаҡҡа һуҙыла. Яҙҙы йәй, көҙ, ҡыш алмаштыра. 2025 йылдың февралендә Әлиә Дондағы Ростовҡа юллана. Сәфәре уңмай, әммә яугир ҡатынының ирен юллап йөрөүе эҙһеҙ үтмәй. 5 мартта 39 йәшлек Морат Ҡасимов цинк табутта ауылына ҡайта...
Мәҙәни ойоштороусы булып эшләгәс, клубта саралар уҙғарырға, эсе тулы зар-ут булғанда ла, халыҡ алдында йылмайырға тура килә Әлиәгә. Артынан килеп ишетелгән ҡайһы берәүҙәрҙең: «Ире үлеп ята, ҡатыны йырлап-бейеп йөрөй», — тигән әсе һүҙҙәре йөрәген ҡанһыратмай ҡалмай. Ауылдан китергә тигән уйының тамыры ла ошо яраһына бәйле. «Кеше араһында һыр бирмәҫкә, балаларым алдында көслө булырға тырышыу менән генәме? Төндәр буйы күпме йәш түккәнемде бер кем дә белмәй», — ти ул. Тормош-көнкүрештә ярай ныҡлы терәге — әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе бар. «Уларға һыйынам, ауырлыҡтарҙы ла, яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы ла бергәләп күтәрәбеҙ...» Килененә, ейәндәренә ауыр булмаһын тип, улы һуғышҡа киткәс тә, малдарын үҙҙәренә алып ҡайтҡан ҡайныһына ла, яуаплы вазифаға ҡуйылғас, донъяһына, балаларына күҙ-ҡолаҡ булып торған ҡәйнәһенә лә рәхмәттән башҡа һүҙе юҡ уның.
Әлиә һалдат әсәһе хәҙер. Өлкән улы Лидар көҙгө саҡырылышта армияға киткән. Сәнғәт колледжын тамамлап, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрында эш башлаған йәш актер Ватан алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәп ҡайтыуҙы бөтәһенән дә өҫтөн ҡуйған. Яугир улы бит ул! Аслан менән Самира ла Тыуған ил өсөн башын һалған атайҙары исеменә тап төшөрмәй тырышып уҡыйҙар. Тиҙҙән улар белем алған Хәмит урта мәктәбендә Морат Ҡасимовҡа арналған Герой партаһы асыласаҡ. Әлиә Вәхит ҡыҙы иһә тормош юлдашының иҫтәлегенә волейбол ярышы ойошторған. Ғаилә башлығы, атай абруйы онотолмай, исеме һәр ваҡыт телдә, уйҙа, йөрәктә...
Үҙ геройы яу яланында ауһа ла, яҙмыш китабының махсус хәрби операция тигән битен япмаған Әлиә. Киреһенсә, ул кисергән ҡайғылар ҡалғандарҙы урап үтһен, һуғыш арҡаһында башҡа балалар атайһыҙ ҡалмаһын тигән теләктә был афәт тиҙерәк тамамланһын өсөн «Талисман» төркөмө аша фронттағыларға ярҙам күрһәтә. «Мораттар МХО-ға киткән ваҡытта тылдан бындай ҡеүәтле ярҙам булманы. Хәҙерге яугирҙәр беҙҙең яҡтан ныҡлы таяныс тойоп еңеүгә ынтылһын-дар!» — ти ул. Күңелендә күптән яралған теләге менән дә бүлеште: «Беренсе тирмә» республика проектына ҡушылып, госпиталдә ятҡан ауыр яралы яугирҙәрҙе тәрбиәләшергә санитарка булып барырға уйы бар. Берҙәмлек, һәр кемдән ярҙам кәрәк булған ваҡытта МХО-лағыларға туранан-тура ҡулымдан килгәнсә файҙа килтерә алһам, бәлки, күңелемә тыныслыҡ таба алыр инем, ти үҙе. Әле етәксе дилбегәһен тоттороуҙары ғына был ниәтен бойомға ашырыуҙы кисектереп тора.
— Миңә берәй бурыс йөкмәтһәләр, шуның өсөн ныҡ яуаплылыҡ тоя торған холҡом бар. Биләмә башлығы итеп тәғәйенләгәстәр, үҙемде шул тиклем Хәмиткә бәйле кеше итеп күрәм. Берәй яҡҡа сыҡты ниһәм, бәләкәй балаһын өйҙә ҡалдырған әсәй кеүек, кире ҡайтырға ашҡынам, мин юҡта бер-бер хәл булмаһын, тип хафаланам. Башлыҡ эше еңел түгел, әммә күтәрерлек. Бөтөн нәмәне лә йырып сығырлыҡ көс табырға була, тик һуғыш ҡына туҡтаһын, тыныслыҡ булһын! — тип тамамланы һүҙен көслө рухлы ҡатын.

Автор: Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас