-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
18 Ноябрь 2016, 16:44

Һәр техника тәрбиә талап итә

Хужалыҡтар етәкселәре, баш инженерҙары Х. Т. Ниғмәтйәнов крәҫтиән-фермер хужалығында, «Башаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы»нда техниканы ремонтлау барышы, уның ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуйылышы менән танышты.

Хужалыҡтар етәкселәре, баш инженерҙары Х. Т. Ниғмәтйәнов крәҫтиән-фермер хужалығында, «Башаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы»нда техниканы ремонтлау барышы, уның ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуйылышы менән танышты.



Фермерлыҡ менән 1992 йылдан алып шөғөлләнгән Хәлфәт Ниғмәтйәнов, бөгөн ул эште улы Рөстәм менән алып бара, нигеҙҙә иген үҫтереү менән мәшғүл: бойҙай, арпа, һоло, ҡарабойҙай үҫтерә. Бынан тыш, ҡырҡлап һыйыр малы тота, һыйырҙар һауылмай, һөт имеп үҫкән башмаҡтарҙы һимертеп, үҙе әйтеүенсә, аҡса кәрәк булған ваҡытта һатып ебәрә. Уртаса уңыш гектарынан быйыл 18 центнер тәшкил иткән. Етерлек күләмдә бесән, һалам өйөлгән, артҡаны халыҡҡа ла һатылған. Киләһе сәсеүгә талап ителгән күләмдә орлоҡ тупланған. Тик бөгөн келәттәрҙә ятҡан ҡаты бойҙайҙы һатып алыусы булмауы борсой фермерҙы.


Ошондай хәл ителмәгән мәсьәләләр йөҙәтһә лә, киләсәккә ышаныс менән ҡараған аталы-уллы Ниғмәтйәновтар техниканы ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға етди иғтибар бүлгән.
Фермер хужалығында 9 трактор, өс комбайн, тағылмалы КамАЗ, үҙбушатҡыс ГАЗ-53, бортлы УАЗ, КУН менән ике яңы МТЗ, өс сәсеү агрегаты, ике дискатор (берәүһе Т-150, икенсеһе МТЗ тракторына), иген таҙартыу машиналары, орлоҡ ағыулағыс тулы әҙерлектә. Һәр техникаға ысын хужаларса ҡараш һиҙелә: тәгәрмәсле техниканың резиналары ағартылған, айырым һаҡлауҙы талап иткән деталдәр махсус әйбер менән ҡапланған. Семинарҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ һиптергестең, комбайн кабинаһының махсус рәүештә ябылып ҡуйыуын күрҙеләр. Район ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры И. Р. Моталлапов хужалыҡ етәкселәренә Ниғәмәтйәновтарҙың техниканы ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡлауҙарын өлгө итеп күрһәтте.
— Бөтә техника төҙөк. Ҡыш көнө ремонт менән шөғөлләнмәйбеҙ, яҙ етеп, көндәр йылыныу менән миҙгелле техник тикшереү үткәрәбеҙ. Ғөмүмән, бар эштәрҙе ғаилә менән башҡарабыҙ. Эш күп осорҙа өс кешене йәлеп итәбеҙ. Әле бер техникаға дәүләт стандарты буйынса акт һәм уларға дефекттар ведомосы төҙөлгән. Тик Т-150 тракторы менән проблема тыуҙы, — ти Хәлфәт Тимербай улы.
Баҡтиһәң, тракторҙы һатып алғанда уҡ, поршендар системаһы төҙөк булмаған икән. Был тәңгәлдә район дәүләт техник тикшереү инспекцияһы начальнигы Ҡ. Тайсин үҙ кәңәштәрен еткерҙе. Гарантияла булған тракторға был учреждение хеҙмәткәрҙәре төҙөк булмаған деталде күрһәтеп, акт төҙөй һәм Өфөгә республика дәүләт техник тикшереү инспекцияһына ебәрә. Улар, үҙ сиратында, трактор һатып алынған заводҡа дәғүә белдерә һәм етештереүсе завод үҙ иҫәбенә был етешһеҙлекте бөтөрә.
«Башаҡ» хужалығында был юҫыҡтағы эш торошо менән йәмғиәттең директоры М. С. Шәғәлиев таныштырҙы. Бында техника нигеҙҙә ырҙын табағында һаҡлана. Сәсеү агрегаттары күтәртелгән, уларҙың тәгәрмәстәре ағартылған, сисеп һаҡланырға тейешле деталдәр алынған. Башҡа төр техника бөгөн бушап ҡалған иген келәттәренә һаҡлауға индерелгән. Тырмалар, һабандар, катоктар трактор-машина ихатаһында тупланған. Хужалыҡтың берҙән-бер иген комбайны, келәткә индереп булмағанлыҡтан, комбайнерҙың ихатаһына ҡуйылған, ошо көндәрҙә күҙ ҡараһылай күргән техниканы махсус япма менән ҡапларға планлаштыралар.
Әле хужалыҡтың машина-трактор ихатаһында яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек бара: эшселәр тырмаларҙың тештәрен йүнәтеү менән булыша.
С. Б. Гусев етәкселек иткән дәүләт сорт участкаһында ла техниканы һаҡлауға яуаплы ҡарағандар. Техника нигеҙҙә ангарҙарҙа һаҡлана. Быйыл ошо маҡсатта өҫтәп бер бина төҙөлгән. Әле келәттәрҙәге көнбағыш һатыуға оҙатылып бөтһә, ҡалған комбайндар ҙа эскә индереләсәк. Тышта һаҡланған каток-сәскестәр таҙартылған, ағартылған, майланған, узелдары сисеп алынып, тейешенсә һаҡлауға ҡуйылған.
Район дәүләт техник тикшереү инспекцияһы начальнигы Ҡасим Тайсин йыйылыусыларҙы ағымдағы йылдағы техникаға тикшереү үткәреү йомғаҡтары менән таныштырҙы. «Яҙғы баҫыу һәм ураҡ эштәренең сифаты ауыл хужалығы машиналарының, уларҙың узел һәм агрегаттарының ҡышҡыһын нисек һаҡланыуына бәйле икәнлеген беләһегеҙ, шуға күрә был эште ГОСТ талаптарына ярашлы башҡарыу мотлаҡ», тине ул.
— Техниканы ГОСТ талаптарына ярашлы һаҡлауға ҡуйыу эште еңеләйтә. Был осраҡта техникаға акт төҙөлә, уға ҡушып дефект ведомосы (ниндәй деталдәрҙең төҙөк булмауын, йәғни ниндәй өлөштәр алмаштырыуҙы талап итеүен күрһәтеүсе ҡағыҙ) тултырыла. Актты механизатор техниканы һаҡлауға яуаплы кешегә тапшыра. Был акт бухгалтерия өсөн дә мөһим: ниндәй алмаш өлөштәр һатып алырға кәрәклеге күренеп тора, — тине Илдар Рәшит улы, был эштең мөһимлеген билдәләп. Һәм декабрь, ғинуар айҙарында тракторсыларҙы уҡытып, аттестация үткәреү кәрәклеген дә әйтеп үтте.
Читайте нас: