Республика ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре байрамында 36 йыл ғүмерен малсылыҡҡа арнаған «Агро» хужалығының Ҡырҙас фермаһы һауынсыһы М. М. Хәлиловаға оҙайлы тырыш хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн» күкрәк билдәһе тапшырылды.
Ҡырҙас ауылында ғүмер кисергән Билаловтар ғаиләһендә Мәүлиҙә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ҡыҙыҡай бишенсе генә йәш менән барғанда атай кеше үлеп ҡала. Балаларын башҡаларҙан кәм-хур итмәҫ өсөн әсә үҙе лә ныҡышып донъя көтә, балаларын да бар эшкә өйрәтә. Шуға ла мәктәптә яҡшы билдәләргә өлгәшкән, спорт менән дуҫ булған Мәүлиҙәнең фермаға һауынсы булып эшкә килеүендә ғәжәпләнерлек бер нәмә лә булмай.
Ул саҡта гөрләп торған, комсомол-йәштәр исемен йөрөткән Ҡырҙас фермаһында 35 һыйырҙан торған төркөмдө алып, эш башлай Мәүлиҙә. Тырыш ҡыҙ эшкә тиҙ арала төшөнөп ала: үҙенә беркетелгән һыйырҙарҙан продукция алыуҙы бермә-бер арттыра һәм исеме һәр саҡ фермала ғына түгел, районда иң яҡшы һауынсылар араһында була. Уңыш, әлбиттә, үҙенән үҙе килмәй, бының өсөн күпме көс, хеҙмәт, тырышлыҡ һалына…
— Бер ваҡытта ла исем өсөн эшләмәнем, һөнәремде күңелемде һалып, яратып башҡарҙым. Кеше алдында оятҡа ҡалмаҫ өсөн тырыштым. Хатта ялға сыҡмай торғайным, сөнки һыйырҙар икенсе кеше ҡулына эләкһә, шунда уҡ һөттәре кәмей, — ти Мәүлиҙә Марат ҡыҙы.
Ә һауынсы эше, билдәле булыуынса, еңел түгел: 19 литрлыҡ бидондарҙы күтәрергә лә, мал аҙығын таратырға ла, һыйырҙарҙы быҙаулатып алырға ла, тиҙәктәрен дә таҙартырға кәрәк. Өҫтәүенә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт эштәре… Барыһына өлгөрә эшсән ҡатын, һауынсылар араһында алдынғылыҡты ҡулдан ысҡындырмай, донъяһын да гөрләтеп көтә. Эштән саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, ҡыҙҙары менән ҡыш көндәре саңғыла йөрөй, йәй иһә рәхәтләнеп һыу инәләр, велосипедта йөрөйҙәр.
Бөгөн булһа, Мәүлиҙә Марат ҡыҙы ире илле йәшенә бүләк иткән велосипед менән ашыҡҡанда магазинға ла барып әйләнә, көтөүҙән малын да ҡаршылай. Спорт менән дуҫ булғанғалыр, күрәһең, пенсия йәшенә еткән ҡатын йәш сырайлы, һомғол кәүҙәле.
— Төркөмөндәге һыйырҙарҙы үҙ малындай күреп ҡараны. Һыйырҙарҙың имсәге боҙолһа, йәки берәй төрлө ауырып торһалар, Асҡарҙан үҙ аҡсаһына төрлө дарыу-майҙары алып ҡайтып йүнәлтеп ала. Малдарға сенаж, силос, бесәнде лә тик үҙе таратты, сөнки һәр бер һыйырын продукция биреүенә ҡарап ашата ине, — тип һүҙгә ҡушыла тормош иптәше Рамаҙан.
Әйткәндәй, Мәүлиҙә менән Рамаҙан Хәлиловтар бына инде 34 йыл татыу ғүмер итә. Һөнәре буйынса водитель булған Рамаҙан заманында ферманан һөт ташый, башҡа ойошмала ла шофер булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа хеҙмәт юлы тағы ферма менән бәйле: төнгө ҡарауылсы була, һөт үткәргес ҡуйылғандан алып, моторист вазифаһын башҡара.
— Тырышып эшләнем дә, эшләнем. Йәй көндәре йәйләүгә йөрөп һауғанда, мотоциклға бәләкәй ҡыҙҙы алдыма, ҙурын артҡа ултыртам да, пальтоның билбауы менән уратып бәйләп йөрөтә торғайным, — тип көлөп хәтерләй бөгөн ул саҡтарҙы М. М. Хәлилова.
Бәләкәйҙән әсәйҙәре менән фермаға йөрөгән ҡыҙҙар эшкә әрһеҙ булып үҫә, бөгөн Екатеринбург, Мәскәү ҡалаларында хеҙмәт юлын дауам иткән Гүзәл, Гөлназ һәм Зилә фермала эшләп, ауыр хеҙмәттә сыныҡҡан ҡыҙҙар. Өлкән ҡыҙҙары ваҡытында быҙау ҡарай, кинйәләре Зилә атаһы менән алмашлап, төнгө ҡарауылда тора, ә ҡарауылсы эше лә анһат түгел бит: ферманы ҡарауыллау менән бер рәттән һыйырҙарҙы быҙаулатып алырға ла, малдарҙың аҫтарын таҙартып сығарырға ла кәрәк.
Ферманы айырыуса Гөлназ үҙ итә: уҡыған мәленән әсәһенә һыйыр һауырға ярҙамлаша, мәктәпте тамамлағас, үҙе төркөм ала, техник-осеменатор һөнәрен үҙләштереп, ошо вазифаны ла башҡара. Эшкә тилбер ҡыҙ машина менән һауыу операторҙарының район ярышында призлы урын яулай. Фермаға килтерелгән симменталь тоҡомло һыйырҙарҙан яһалма ҡасырыу һөҙөмтәһендә алынған тәүге быҙау өсөн шатланыуҙары… Тик, йәштәрҙе хеҙмәт хаҡы ҙур булмаған эш менән ылыҡтырып булмай шул бөгөн.
Мәүлиҙә Марат ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте йылдың йылы маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, комсомол, социалистик ярыштарында еңеүсе, хеҙмәт ударнигы кеүек маҡтаулы исемдәр менән билдәләнә. Заманында район буйынса «Иң йәш малсы» исеме лә бирелә һауынсыға. Районда үткәрелеп килгән машина менән һауыу оҫталары ярышында ҡатнашҡан һайын призлы урындарһыҙ ҡайтмай, 2007 йылда машина менән һауыу операторҙарының республика ярышында беренсе урынды яулай. М. М. Хәлилова 2008 йылда төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Ул саҡтағы республика президенты Мортаза Рәхимов грамотаға ҡушып тапшырған Башҡортостан гербы төшөрөлгән алтын значокты ҡәҙерләп һаҡлай алдынғы малсы.
Күптән түгел Өфөлә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған оло тантанала күкрәк билдәһе тапшырыуҙары яҡташыбыҙҙың ауыр хеҙмәтен тағы бер тапҡыр таныуҙыр ул. Тырыш хеҙмәте менән бындай ололауға бик тә хаҡлы эшендә ал бирмәҫ Мәүлиҙә Марат ҡыҙы.