Тупаҡ фермаһындағы эштәр барышы менән ферма мөдире С. А. Хәкимов таныштырҙы. Фермала мөдирҙән башҡа өс көтөүсе, ике йылҡы көтөүсеһе, вахтер, төнгө ҡарауылсы эшләй. Уның әйтеүенсә, хужалыҡтағы 700-ҙән ашыу һыйыр малының 160 башы ошонда тәрбиәләнә, бынан тыш 110 баш йылҡы малы аҫрала. Ғөмүмән, Тупаҡта йәш малдар көтөлә. Тана-башмаҡтар төркөмдәргә бүлеп ҡарала, 54 баш — 2014 йылғы мал, 50 баш — 2013 йылғы таналар, 56 баш быҙау айырым тора. Ошо көндәрҙә быуаҙ 40 баш тана Михайловкаға күсерелгән, яҡын арала тағы 20 баш оҙатыласаҡ. Яҙ етеү менән, быйыл алынған быҙауҙар Михайловканан Тупаҡ фермаһына килтереләсәк. Быйыл быҙауҙарҙы ҡырға сығармай, фермала көткәндәр. Был малдарҙың именлеген тәьмин итеүгә, уларҙан һәйбәт артым алыуға булышлыҡ иткән.
Малдарға бесән-һалам, сенаж-силос Михайловканан ташып ашатыла. Бынан тыш, Тупаҡ малсылары бер башҡа 2 килограмм иҫәбенән бутҡа бешереп ашата. Бутҡаға таҙа арпаны ярҙырып бирәләр. Һыу бар, тоҙҙо ла алдарынан өҙмәйҙәр.
«Тупаҡ — үҙенсәлекле ауыл: бында йәштәр күпләп төпләнә. Шуға күрә ферманы һаҡларға, мөмкин тиклем төҙөкләндерергә кәрәк», — тигән фекерен еткерҙе хужалыҡ етәксеһенә район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар Михайловка фермаһында булды. 120 баш һыуалған һыйыр айырым кәртәлә тора. Һыйырҙарҙы быҙаулатыу бүлексәһендә 14 тана бәйләнгән, уларҙы айырым кеше һауыуға өйрәтә. Һауын гуртындағы 180 һыйыр махсус рацион буйынса ашатыла: 4 кг фураж, 10 кг бесән, 15 кг сенаж бирелә. «Бөгөн-иртәгә элеваторҙа ятҡан 42 тонна иген ҡатнашмаһын экструдер аша үткәреп алырға ниәт. Яҡшы үҙләштерелеүсән аҙыҡтан һөт тә арта, ҡуйылығы ла юғары була. Экструдер килһә, фураж ике килоға ҡаласаҡ Шулай уҡ патока аласаҡбыҙ. Быҙауҙарға һәм һыйырҙарға тик люцерна бирәбеҙ», — ти хужалыҡ етәксеһе М. С. Шәғәлиев.
Фермала бер быҙау ҡараусы, дүрт һауынсы бар, һауын һыйырҙары бер көтөүсегә беркетелгән. Көнөнә бөгөн яҡынса бер тонна һөт һауалар.
Быйыл һыйыр ҡураларын, һөт блогын ремонтлауға ҙур иғтибар бирелгән. Был ҡураларҙы күрһәтеп, киләсәктә ошо юҫыҡтағы эште дауам итәсәктәрен әйтеп үтте Мәжит Солтан улы. Фермала һыу менән проблема, уны тракторҙар цистерналар менән ташый. Һауын залы, һөт блогы бер ҡурала урынлашҡан, унда һөт үткәргес ҡуйылған. Кискә һауын гурты мул итеп һалам түшәлгән һарайға ябыла. Киләһе йылда ошо ҡураны төҙөкләндереү тамамланһа, һыйырҙар тотошлайы менән шунда ҡышлаясаҡ, бәйләп аҫраласаҡ.
Артабан һөйләшеү Михайловка клубында дауам итте.
— Баҫыу эштәре башланыуға ла дүрт ай ваҡыт ҡалды. Шуға ла һөйләшеүҙе киләһе сәсеүгә хужалыҡтарҙағы орлоҡтоң торошонан башлау дөрөҫтөр, — тип Рим Һатыбал улы һүҙҙе орлоҡ инспекцияһы вәкилдәренә бирҙе.
Орлоҡсолоҡ инспекцияһы белгестәре М. Т. Фәхрисламова менән З. Х. Дәминдарова бөгөнгә хужалыҡтар, фермер хужалыҡтарының инспекцияға тапшырылған һәм тикшерелгән орлоҡтарының кондициялылығы, таҙалығы, сығышы буйынса ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Унан инде малсылыҡ тармағының үткән айҙа нисек эшләүе хаҡында ентекле һөйләшеү башланды. Ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе баш зоотехник Р. Р. Ҡарабәндин уҙған осорға йомғаҡ яһаны. Рәсих Рәжәп улы һөт һауыу һәм уны һатыу, артым алыу былтырғы кимәл менән сағыштырғанда күберәк булыуын әйтеп үтте. Шул уҡ ваҡытта мал һанының кәмеүенә етди борсолоу белдерҙе. Район ветеринария станцияһы начальнигы В. С. Әсәҙуллин малдарҙың уҙған йыл менән сағыштырғанда күберәк үлеүен билдәләп, малдарҙы ашатыуға айырым иғтибар биреүҙе талап итте. Баш ветеринар табип һыйыр малдарынан алынған ҡанға биохимик анализ һөҙөмтәләре әҙер булыуын, улар буйынса лаборатория тейешле продукция алыу өсөн ҡайһы фермала нимәгә иғтибар итеү тәҡдимдәрен дә еткереүен белдерҙе.
Тоҡомсолоҡ буйынса белгес Ю. Ю. Мөхәмәтшина хужалыҡтарҙа 100 һыйырға күпме быҙау алынған, төп көтөүгә күпме тана индерелгән, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Ауыл хужалығы бүлеге иҡтисадсыһы Г. Р. Мостафина етештерелгән һәм һатылған продукцияның үҙҡиммәте, рентабеллелеге, уртаса эш хаҡы хаҡында һөйләне.
— Йыл бөтөүгә бер ай ваҡыт ҡалды, уны һәйбәт күрһәткестәр менән тамамлау өсөн барыбыҙға ла тырышырға кәрәк. Ниндәй күрһәткес аҡһай, шуның өҫтөндә эшләгеҙ. Эштең нәтижәһенең 98 проценты етәксенән тора, йәғни беҙҙең һөҙөмтәле эшләүебеҙгә бәйле, — тип тамамланы һөйләшеүҙе Рим Һатыбал улы.