— Көнбағышты үҫтереүе еңел, етештереүе осһоҙ түгел. Әммә был культура аҡса сығанағы, социаль әһәмиәтле булмағанлыҡтан уға хаҡ тотороҡло. Ауыр шарттарҙа сәстек — яҙ һуңлап килде, ер ныҡ дымлы булды, шуға ла өлгөргән урындарҙа һайлап сәсә барҙыҡ. Ниндәй генә сәскестәр менән сәсеп ҡараманыҡ. Һуңында бойҙай сәскесен ҡулландыҡ. Көнбағышты сәсеү нормаһын баш агроном Рим Сәфәрғәлин үҙе иҫәпләп сығарҙы, — тип башланы һөйләшеүҙе хужалыҡ етәксеһе Р. С. Фәхрисламов.
— Тик ҡуйыраҡ сәскәнбеҙ. Йыл ҡоро килмәгәндә, гектар төшөмө лә мулыраҡ булыр ине, бөгөн ул 13-15 центнер тәшкил итә, — ти Рим Фәрит улы.
Көнбағыш үҫтереүселәр әйтеүенсә, көнбағыш сәскә атыу менән май йыя башлай, унан инде масса тултыра. Тик йыл ямғырлы килһә, йәки берәй ауырыу үҫемлектәргә эләкһә, майҙың тәме әскелтем була икән — был саҡта майы күп булһа ла, хаҡта сағылыш таба.
Был культура сентябрь айында өлгөрә. Тик беҙҙә был осорҙа ҡырауҙар төшә, ә ҡырау һуҡҡас, 15 көн кибеүен көтөргә кәрәк. Унан инде, ғәҙәттә, октябрь ямғырлы килә, емеше ныҡ дымлы була һәм һыуыҡтар төшкәнен көтәләр, шуға ла был культураның уңышын йыйып алыу һуңға ҡала икән.
Раил Салауат улы белдереүенсә, был хужалыҡта үҫтерелгән көнбағыштағы майҙың сығышы 46-51 процент, йәғни бушлыҡ ни бары 1 процент, кустарь ысул менән һыҡҡанда ул — 7 процент була. «Элек май сығышы 30 процент ҡына булған, тиҙәр. Беҙ бит гибрид орлоҡтарын ғына файҙаланабыҙ»,– ти ул.
«Красная Башкирия» АПК-һында киләһе йыл көнбағыш яңы ысул —стриптилл, йәғни ерҙе һыҙатлап эшкәртеп сәсеү технологияһы буйынса сәселәсәк. Сит ил техникаһы ярҙамында киләһе уңышҡа ике мең гектарға яҡын ерҙе әҙерләгәндәр ҙә инде. «Күберәк майҙанды ла эшкәртер инек, техника Германиянан һуңлабыраҡ килде. Әммә бының да ыңғай яғы бар: ниндәй ысул менән сәскәндә отошлораҡ булыуын сағыштырырға мөмкинлек тыуа», ти баш агроном. Йәш белгестең эш барышы, уның һөҙөмтәһе менән ихлас ҡыҙыҡһыныуы шунан да күренә:
— Ашламаны ниндәй миҡдарҙа индереү ҡулайлы икәнлеген белер өсөн бер баҫыуҙа һыҙаттарға төрлө кимәлдә ашлама индерҙек һәм билдәләп яҙып ҡуйҙым, ә норма буйынса ул гектарға100-әр кг булырға тейеш, — ти Рим Фәрит улы.
Тирә-яҡты аҡ юрған ҡаплап алған ваҡытта ураҡта эшләгән комбайндарҙы үҙ күҙем менән күреү маҡсатында баш агроном менән баҫыуға юлланабыҙ. Баҫыуға етмәҫ элек ултырған йәтеш кенә арбалар менән ҡыҙыҡһыныуыма агроном: «Баҫыуға тиклем комбайндар был арбаларға урғыстарын тейәп йөрөтә», тип аңлатты. Ғөмүмән, хужалыҡта бөтә техника тиерлек сит илдә етештерелгән уңайлы, бөтә шарттар булдырылған трактор-комбайндар. Ул ғына ла түгел, бар нәмә заманса…
— Беҙҙә эш көнө диспетчер бүлмәһенән башлана, унда электрон таҡта бар. Беҙҙең тракторҙарға ГЛОНАСС системаһы, һиптергестәр, сәскестәргә автопилоттар ҡуйыл-ған бит, шуға ла экранда ҡайҙа ниндәй техника эшләй, күпме эшләнеш биргән — барыһы ла ус төбөндәге кеүек күренеп тора. Айырыуса баҫыу эштәре осоронда көн торошон ошонан күҙәтеп, ниндәй эштәрҙе ҡасан башҡарыу кәрәклеген хәл итәбеҙ. Ҡыҙыу ураҡ мәлендә ямғырҙан алда нимәнелер йыйып өлгөрөргә кәрәк булһа, эште ике сменала ойошторабыҙ. Декабрҙә һирәк-һаяҡ булһа ла ҡар күренә, шуға ла көнбағышты ҡар тейҙермәй йыйып алыу өсөн эш баҫыуҙа ла, ырҙын табаҡтарында ла тәүлек әйләнәһенә бара. Юғиһә ҡар бункерға эләгеп, ашлыҡты дымлай, был үҙ сиратында өҫтәмә сығымдарға килтерә, — ти Рим Сәфәрғәлин.
Көнбағышты Германияла етештерелгән дүрт КЛАСС һәм бер Челенджер (Канада) ура. Ситтән күҙәткәндә уйынсыҡ кеүек күренгән был техникаға идара иткән комбайнсылар Сергей Косарев, Арслан Килдейәров, Марат Яуым-баев, Риф Ғәлиуллин, Сергей Соколов һуҡҡан уңышты ике трактор, өс КамАЗ ташып өлгөртә. Водителдәр Мадрик Вилданов, Евгений Бурулев, Таһир Вилданов, Фәтих Астанғәлин, Риф Тәүхетдинов көнбағышты Озерныйҙағы ырҙын табағына ташый. Төнгө сменала ла шунса техника һәм механизатор-водителдәр эшләй. Улар өсөн бөтә шарттар булдырылған, ташыу ойошторолған, техника уңайлы, йылы, ваҡытында тәмле аш килтерелә.
Озерныйҙа был майлы культураны ҡарҙан һәм сүп-сарҙан таҙартыуҙа бер сменала өс кеше һәм бер трактор мәшғүл. Артабан көнбағыш Озерныйҙағы ырҙын табағында ЗАВ аша үткәрелә һәм Красная Башкирияға килтерелә. Ырҙын табаҡтарынан уңышты тағылмалы КамАЗдар ташый.
Бында инде көнбағыш тағы бер тапҡыр ЗАВ аша үткәрелеп, киптергескә оҙатыла. Англияла етештерелгән киптергестә тейешле дымлылыҡҡа тиклем еткерелә һәм ул келәттәргә һаҡлауға оҙатыла. Унда инде үҙен һатып алыусыны көтә. Көнбағышҡа лайыҡлы һатып алыусы табылыуын һәм күп хеҙмәт түгеп үҫтерелгән был культураның хужалыҡҡа мул табыш булып ҡайтыуын теләргә генә ҡала…