+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
6 Декабрь 2016, 15:54

Алдынғы ҡарашлы етәксе

Ваҡытында миллионер совхоз һаналған «Красная Башкирия» хужалығының заманалар үҙгәрә, етәкселәр алмашына килә, бөлгөнлөккә төшкән саҡтары булды.

Ваҡытында миллионер совхоз һаналған «Красная Башкирия» хужалығының заманалар үҙгәрә, етәкселәр алмашына килә, бөлгөнлөккә төшкән саҡтары булды. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн хужалыҡ яңынан район, республика ғына түгел, хатта ил күләмендә алдынғылар рәтендә. Әлбиттә, «Красная Башкирия»ның ҡайтанан танылыу яулауында хужалыҡты етәкләүсе Р. С. Фәхрисламовтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Тынғыһыҙ, талапсан етәксе, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булған Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Раил Салауат улын гәзиткә баҫыу өсөн махсус фото төшөрөп булмай: «Эшләгән кешеләрҙе төшөрөгөҙ, улар хаҡында яҙығыҙ», — була һәр саҡ уның яуабы. Дөйөм эш өсөн янып-көйөп йөрөгән етәксеһеҙ алдынғы хеҙмәтсәндәр булыр инеме һуң?!

Ошо совхозда тракторсы булып хеҙмәт юлын башлаған Раил Фәхрисламов Башҡортостан ауыл хужалығы институтында юғары белем ала һәм агроном булып эшкә ҡайта. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, дәрте ташып торған йәш белгесте бер аҙҙан ВЛКСМ район комитетына алалар, унда бүлек мөдире, беренсе секретарь вазифаларын башҡара. Унан инде хеҙмәт юлы тағы тыуған ере менән бәйләнә: партком секретары, агроном, урындағы ауыл биләмәһе башлығы. 1994 йылда хужалыҡ директоры итеп тәғәйенләнә. Бер аҙ икенсе өлкәлә эшләп алғандан һуң, 2009 йылда етәксе булып яңынан ҡайта.

Ошо осорҙан башлана ла инде хужалыҡта ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр. Алдынғы ҡарашлы уҙаман заман технологияларын үҙләштереү маҡсатында ҡайҙа ғына булманы, иң ҡулайлыларын хужалығында индереүгә бар көсөн, белемен һалды.

Раил Салауат улының тырышлығы менән ерҙе нуль технологияһы буйынса эшкәртеү индерелде һәм ул үҙ һөҙөмтәһен бирә. Бөгөн был тәжрибәне өйрәнергә Башҡортостандан ғына түгел, башҡа өлкәләр, яҡын сит илдәрҙән дә киләләр.

Әлбиттә, был технологияны индереү өсөн теоретик яҡтан да, ғәмәли яҡтан да күп өйрәнеү талап ителә. Ерҙе химик эшкәртеп, сүп үләндәренән таҙартырға, ҡоротҡостарҙан, ауырыуҙарҙан һаҡларға, юғары сифатлы, заманса навигациялы техника һатып алырға кәрәк була. Ҡыйынлыҡтар йырып сығыла, бөгөн хужалыҡ артабан камиллашыу өҫтөндә: стрип-тилл технологияһы, йәғни ерҙе һыҙатлап эшкәртеү индерелә.

Ғөмүмән, хужалыҡта бөтә эштәр фәнгә нигеҙләнеп башҡарыла, Башҡортостан фәнни-тикшеренеү институты менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Етәксе үҙе лә даими камиллаша: ауыл хужалығында барған үҙгәрештәр хаҡында һәр саҡ хәбәрҙар, улар менән даими танышыу маҡсатында Рәсәй, сит илдәр буйлап туҡтауһыҙ йөрөй, алдынғы хужалыҡтар етәкселәре, белгестәре менән даими аралаша.

— Йыл ниндәй генә килһә лә хужалыҡ тотороҡло эшләргә тейеш. Тотороҡлолоҡ булһа, артабан нимәлер планлаштырырға, эшләргә мөмкин. Беҙҙә бер йыл яуым-төшөмлө, икенсе йылына — ҡоролоҡ. Шуға ла мөмкин булған төрлө культураларҙы үҫтереп булышабыҙ. Беҙ Краснодар түгел, унда бөтә нәмә тейешенсә: климат яҡшы, мәлендә ҡар яуа, әле ужым баҫыуҙарын ҡар ҡаплаған, беҙҙә инде яуып иреп бөттө, көндәр ныҡ һыуытһа, культураның туңыуы бар. Күпме көс, сығымдар түгеп үҫтергән продукцияға хаҡтар үтә түбән булыуы ла ҡаҡшата. Быйыл, мәҫәлән, күп хужалыҡтар ҡаты бойҙайҙан ярайһы ғына уңыш йыйып алды, тик һата алмайҙар. Былтыр 17 һум булһа, быйыл ни бары 6,5 һумдан бирәләр, гектарынан 20 центнер уңыш алһаң да ул үҙен аҡламаясаҡ. Шуға ла малсылыҡ менән дә ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар иттек, — ти Раил Салауат улы.

Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, малсылыҡ та еңел тармаҡ түгел, әммә тотороҡло табыш килтерә.

— Малсылыҡҡа күп сығымдар китте. Әммә киләсәктә килемгә эшләрбеҙ, тип ышанабыҙ. Былтыр, мәҫәлән, көнөнә 3,5 тонна продукция алдыҡ, әле 5,9, декабрь аҙағына 7 тоннаға етергә тейеш. Апрель аҙағына 12 тоннаға сыҡһаҡ, роботтар хаҡында һүҙ йөрөтөргә лә була, — тип дауам итә ул.
Бөгөн хужалыҡҡа Свердловск өлкәһенән һатып алынған голштин тоҡомло ҡара-ала 321 баш тана килтерелгән. Был таналар, күҙаллауҙарынса, көнөнә 20 кг продукция бирергә тейеш. Һатып алған фермала уларҙан тәүлегенә 25-28 кг һөт алалар. Етәксе фекеренсә, хужалыҡта әлегә баланслы ашатыу тейешенсә ҡуйылмаған: «Эшләп еткерә алмайбыҙ. Әммә шуға етеп барабыҙ», – ти ул. Мал аҙығы үҙәге булдырыу, һөт етештереүҙе заманса кимәлгә ҡуйыу, йәғни ҡайһы фермала ниндәй һыйырҙан күпме продукция алыныуы, бер һүҙ менән әйткәндә, малсылыҡтағы хәл-торош компьютерҙан ус төбөндәге кеүек күренеп торорға тейеш — бына ошо хаҡта хыяллана Р. С. Фәхрисламов.

Тик хужалыҡ етәксеһенең ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн янында белемле, эш өсөн янып торған йәш кадрҙар булыуы мөһим. Бөгөн АПК-ға зоотехник, ветеринар талап ителә. Эшләгәндәй дәртле йәштәр булһа, етәкселек яғынан уларға һәр төрлө ярҙам күрһәтеү ҙә ҡаралған. Әйткәндәй, оҙаҡ йылдар ошонда тир түгеп, бөгөн хаҡлы ялда булған пенсионерҙар хаҡында ла даими хәстәрлек күрелә. Төрлө байрамдарҙа тәбрикләүҙән тыш, ветерандарҙың юбилейҙары ла онотолмай. Шулай уҡ һуңғы юлға оҙатҡанда, ерләү мәшәҡәттәренә аҡса бүлеү ҙә ҡаралған…

Эшләп йөрөүселәрҙең эш шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе лә даими иғтибар үҙәгендә — әле гаражда төҙөкләндереү эштәре бара. «Механизаторҙар килеп, эш кейемендә тракторын йүнәткәс, йыуынып, таҙа кейемдә ҡайтып китһен өсөн душ бүлмәһе буласаҡ», — ти ул.Раил Салауат улының төрлө илдәрҙең ауыл хужалығы үҫешен белеүенә ғәжәпләнерлек түгел: күп уҡый, эҙләнә, журналдар һәм интернет аша кәрәкле мәғлүмәт табып, үҙ эшендә ҡуллана.

— Ауыл хужалығында эшләүе бик ҡатмарлы. Проблемалар күп. Әммә ҡыҙыҡһыныу бар: ҡайҙалыр күреп ҡайтҡан технологияларҙы үҙеңдә индерәһең. Уның һөҙөмтәләрен күреү ҡыуаныслы… Германияла малсылыҡ буйынса халыҡ-ара күргәҙмәлә булып ҡайттым, унда ауыл хужалығы ниндәй юҫыҡта үҫешеүен күҙалларға мөмкин. Роботтар буйынса күп мәғлүмәт алдым. Дүрт фермала, шул иҫәптән Голландияла сыр етештергән фермала булдыҡ. Ундағы сырҙы беҙҙәге менән сағыштырып та булмай, беҙ ашаған сыр — резина, ә унда бер ниндәй ҡатнашмаһыҙ саф продукт. Бына ошондай сыр эшләргә өйрәнергә ине…» — ти ул. Һис шикһеҙ, өйрәнерһегеҙ, эшләрһегеҙ, Һеҙ быны булдыра алаһығыҙ, Раил Салауат улы, ҡулығыҙҙан килмәгән эш юҡ бит!

Читайте нас: