+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
19 Ғинуар 2018, 13:53

Һамарҙарҙың эше ырамлы

Үҙгәртеп ҡоролғандан һуң «Красная Башкирия» АХК-һының Һамар һөтсөлөк фермаһы 2016 йылдың декабренең һуңғы көндәрендә эш башлағайны.

Үҙгәртеп ҡоролғандан һуң «Красная Башкирия» АХК-һының Һамар һөтсөлөк фермаһы 2016 йылдың декабренең һуңғы көндәрендә эш башлағайны.

— Бер йыл эсендә әллә ни маҡтанырлыҡ һөҙөмтә булмаһа ла, эшебеҙ бара. Бөгөн фермала 155 баш һыйыр аҫрала, шуларҙың әлегә 145-е һауыла, унауһы һыуалған. Уртаса һауым тәүлегенә 14,8 килограмдан килә, көн һайын ике тоннанан ашыу продукция һатыуға оҙатыла, — тип башланы һүҙен мөдир Р. Ғ. Сәфәрғәлина (һүрәттә).


Рәсимә Ғәле ҡыҙы әйтеүенсә, һөттө күберәк тә һатырҙар ине, тик ул йәш быҙауҙарҙы эсереүгә тотонола. Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр: Һамар фермаһы быҙауҙарҙы үҫтереүҙә лә махсуслашҡан. Озерный фермаһынан ике-өс көнлөк быҙауҙар ошонда килтерелә. Өҫтәүенә үҙҙәрендә лә үрсем алына, ошо арала 9 һыйыр быҙаулаған. Яңы алынған был быҙауҙар яһалма ҡасырыу буйынса белгес Лира Ҡорманаеваның эше күрһәткесе, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала мөдир.

Быҙауҙарҙы ирле-ҡатынлы Ласын Вилданов менән Зилә Хисмәтова тәрбиәләй, бөгөн улар ҡарамағанда 65 баш. Ике айға тиклем йәш малдарға тик һөт эсерелә, уларға аҡһымлы-витаминлы концентраттар бирелә. Унан инде быҙауҙар ҡатнаш аҙыҡҡа һәм һыуға күсерелә. Быҙауҙар фермала һалҡын алым менән тәрбиәләнә, йәғни һыуыҡ һарайҙа һәр береһенә айырым эшләнгән ситлектәрҙә тора, инеп ятыр өсөн бәләкәй генә махсус оялары бар. Бындай ысул менән аҫрауҙа төп шарт, уларҙың аҫтары ҡоро, ҡалын һалам түшәлгән булырға тейеш, ти малсылар. Быҙау ҡараусылар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған: эш бүлмәһенә һыу үткән, һөттө йылытыу ҡоролмаһы ҡуйылған.

Һауынсылар Лилиә Исламова, Рәйсә Әҙелмырҙина, Лилиә Сәфәрғәлина, Евгения Колесова икешәрләп, сменалап эшләй. Зәлиә Ҡарағужина иһә алмаш һауынсы, кемдер ауырып китеп, йәки берәй хәл килеп тыуып, эшкә сыға алмауы ла бар бит.

— Һыйырҙы һауыу өсөн компьютерға һәүкәштәрҙең һанын индерәбеҙ ҙә, һауыу ҡоролмаһын тоташтырабыҙ, һөт шунда уҡ 4 тонна продукция һыйҙырышлы һөт һыуытҡысҡа йүнәлә. Бөтә мәғлүмәт компьютерға инә бара. Ҡайһы һыйырҙан күпме продукция алыуыбыҙҙы Рәсимә Ғәле ҡыҙы ғына түгел, хужалыҡтың үҙәк контораһында ла күреп торалар, — ти Зәлиә.

Һыйырҙарға һыу эсереү яйланмаһы ла заманса, малҡайҙар һыу эсергә теләп һауытҡа моронон тейҙереү менән һыу үткәргестән йылы һыу килә. Малдарҙы ашатыу менән тракторсылар мәшғүл, уларҙың берәүһе аҙыҡты миксерға тейәй, йәғни унда аҙыҡ рацион буйынса үлсәп һалына, шунда бутала, турала һәм үҙләштереүгә еңел булған аҙыҡты икенсе тракторсы база буйлап таратып сыға. Беҙ килгән көндө был эш менән Зөбәйер Айытбаев мәшғүл ине. Механизаторлыҡ стажы өс тиҫтә йылдан ашыу булған З. Айытбаев үҙәк бүлексәнән булыуына ҡарамаҫтан, йыш ҡына һамарҙарға ярҙамға килә.

— Ферманың тракторы сафтан сыҡҡан мәлдәрҙә, бында йөрөп эшләйем. Баҫыу эштәре осоронда картуф үҫтерәм: уны сәсәм, тәрбиәләйем, ҡаҙам. Бесән мәлендә пресс-йыйғыс таҡтырам. Хужалыҡ ҡайтарған өр-яңы МТЗ-82-не «менгәнемә» бер генә йыл. Сәғәт кеүек геүләп торған техникала тәүлек буйына ла рәхәтләнеп эшләргә була, — тип ҡыуанысын йәшермәй Зөбәйер ағай.

Малсылар Әхтәм Ғәбитов, Михаил Пучков һәм Айҙар Ишмөхәмәтовтың да үҙ эштәренә яуаплы ҡарауҙарын билдәләп үтте мөдир.

— Иң мөһиме, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тотороҡло, эшсән коллектив тупланды. Һәр кем үҙ эшен белеп, урын-еренә еткереп башҡара. Бер һүҙ менән әйткәндә, хужалыҡ етәкселеге малсылар өсөн булдырған шарттарға юғары етештереүсәнле хеҙмәтебеҙ менән яуап бирергә тырышабыҙ, — ти Рәсимә Ғәле ҡыҙы.

Эйе, был тәңгәлдә АХК етәкселегенә һүҙ тейҙерерлек түгел. Малсыларға эш хаҡы ваҡытында түләнә һәм ул насарҙан түгел. Өҫтәүенә, һәйбәт эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең шәхсән мәсьәләләрен хәл итеүгә етди ҡарайҙар хужалыҡта. Мәҫәлән, һауынсы булып эшләгән Е. Колесоваға хужалыҡ торлаҡ һатып алып биргән һәм Яңы йылды Евгения ҡыҙы менән яңы йортта ҡаршылаған. Ошо ғына миҫал да алда әйтеп үткән һүҙҙәремде тулыһынса дәлилләй.

— Күптәребеҙҙең өйөнә һыу үтмәгән. Ә бында, малсылар йортонда йылы иҙән, бәҙрәф эстә, теләгең булһа, душ инеп алырға мөмкин, эш кейемдәребеҙҙе йыуыу өсөн автомат-машинка ла ҡуйылған. Аш әҙерләү өсөн плитә, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес — һәммәһе лә бар. Эшебеҙҙә лә, күрәһегеҙ, бөтә нәмә автоматлаштырылған тиергә мөмкин, — тип ҡыуана һауынсылар һәм ошо уңайлыҡтарға, шарттарға яуап итеп тырышып эшләйҙәр ҙә.
Читайте нас: