Ратмир Хисмәтов (һүрәттә) мәктәптән һуң Магнитогорск ҡалаһында төҙөлөш техникумында архитектура буйынса белем ала һәм һөнәре буйынса бар аҙ эшләгәндән һуң, күңеленә ятмағанын аңлай һәм 93-сө һөнәрселек училищеһында иретеп йә-бештереүсегә уҡып ала, сит тарафтарға вахта ысулы менән йөрөп эшләй. Унда ла алған аҡсаһының юлына, ашауына, йәшәүенә генә етеүе, хеҙмәт хаҡы аҙ булһа ла, ауылда эшләп-йәшәргә кәрәк тигән ҡарарға этәрә.
Шулай итеп, Ратмир, әсәһе Рәмзиә Батыр ҡыҙы һыйыр һауған Михайловка фермаһына эшкә килә. Йәш егетте алмаш һауынсы итеп алалар. Эшһөйәр Ратмир Айрат улын бер аҙҙан һыйыр-ҙарҙы быҙаулатыу бүлексәһенә һауынсы итеп күсерәләр. Малдарҙы тәрбиәләүгә әүәҫлеген күргән хужалыҡ етәкселеге күп тә үтмәй уға быҙау ҡараусы эшен йөкмәтә.
4 йыл быҙауҙарҙы тәрбиәләп, бер ҡасан да эшен илке-һалҡы башҡармаған Р. Хисмәтовтың исеме һәр саҡ алдынғылар рәтендә килә. Шуға ла фермалағы эштең бөтә нескәлектәрен төшөнөп еткән Ратмир Айрат улын үткән йылдың ноябрендә хужалыҡ етәкселеге фермаға мөдир итеп ҡуя.
— Ратмирҙы быҙау ҡараусы итеп ҡуйғандан алып, үрсемдең ауырыуына, үлеүенә юл ҡуйылманы, шуға ла эшен бар күңелен һалып ихлас башҡарған малсы булараҡ фермаға етәкселек итеүҙе уға тапшырҙыҡ, ышанысты аҡлар тигән өмөттәбеҙ. Өҫтәүенә, бөгөн фермаға йәштәр күпләп килә. Йәштәрҙе аңлағандай, улар менән уртаҡ тел таба белгән кешенең мөдир булыуы эштә лә яҡшы һөҙөмтәләр бирер, тип уйлайым, — ти хужалыҡ етәксеһе Ғаяз Шәғәлиев.
— Бергә эшләү йылдарында һәр береһенең холоҡ-фиғелен белгән коллектив менән эшләп китеүе ҡыйын булманы. Барыһы ла үҙ эшен намыҫлы башҡара. Шуға һөт тә бар, малдарҙың именлеге лә тәьмин ителә. Өҫтәүенә, фермала ҡуйылған һөт үткәргес һауынсыларҙың эшен күпкә еңелләштерҙе, — ти йәш мөдир.
Әйткәндәй, Ратмирҙың ҡустыһы Нияз да ошонда эшләй. Ул моторсы, иҫәпсе вазифаһын да үтәй, әсәләре Рәмзиә Хисмәтова тәжрибәле һауынсыларҙың береһе. Минзилә Дауытова, Зәлифә Кәримова ла оҙаҡ йылдар үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалған һауынсылар. Айгөл Вәлишина менән һауынсы Сөмбөл Ғәбитова кәңәшсе-тәрбиәселәренең тәжрибәһенә таянып, оҫтара бара. Рәмзиә Астанғәлина иһә яңы быҙаулаған һыйырҙарҙы һауа, таналарҙы һауыуға өйрәтә.
Һыйырҙар һөттө мул бирһен өсөн уларҙы тейешенсә ашатыу, эсереү, аҫтарын таҙалау мал ҡараусылар Урал Вәлишин, Хәлил Ғилманов, Риф Бараковтар иңендә.
Фермала 600-ләп һыйыр малы аҫрала. Шуларҙың 188-е һауын һыйырҙар. Бөгөн көнөнә 1300 центнер продукция алына, шуның 1200 центнеры Мәләүез һөт комбинатына оҙатыла, ҡалғаны йәш быҙауҙарға эсереүгә тотонола.
Хужалыҡ таналар үҫтереү менән дә етди шөғөлләнә. Үҙҙәренә генә түгел, башҡа хужалыҡтар өсөн дә үҫтереп һаталар. Ошо көндәрҙә 16 баш тана район хужалыҡтарының береһенә оҙатыласаҡ.
Бөгөнгә фермала 85 баш үрсем алынған, һыйырҙар бы-ҙаулай әле. Йәш быҙауҙарҙы өс айға еткәнсе Таһир Астанғәлин тәрбиәләй. Унан инде малҡайҙар Юрий Осокин менән Елена Зайцева ҡарамағына күсерелә.
— Малдарға аҙыҡ етерлек күләмдә тупланған, шуға ла ашатыу рационы бай булғас, һыйыр, башмаҡтар көр, продукция ла бар. Быҙауҙарға өҫтәп таҙа һоло бирәбеҙ, аҫтарына үҙенә күрә дезинфекция ла булып торған бысҡы онтағы түшәйбеҙ, сөнки аммиак бүлеп сығарған һаламды ашап, быҙауҙарҙың эсе китә, — ти ферма мөдире.
Йәш етәксе ферманы тәүлек әйләнәһенә ҡарауыллауҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Ошо уҡ фермала һауынсы булып оҙаҡ йылдар эшләгән Зөл-фиә Килдейәрова менән Илүзә Сәғитова көндөҙ вахтала ултыра, ә төндә базаны Зиннәт Абдрахманов менән Вадим Мифтахов ышаныслы ҡарауыллай.