+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
3 Апрель 2018, 12:09

Ауылда иң кәрәкле кеше

Әхмәт Фәйезовҡа Күсем халҡы күҙ төбәп тора. Ни генә тимә, ауылда көтөүсе иң кәрәкле кеше. Йыл әйләнәһенә сит-ят кешеләр баҫмаҡлаған курорт төбәгендә малға айырыуса күҙ-ҡолаҡ кәрәк.

Әхмәт Фәйезовҡа Күсем халҡы күҙ төбәп тора. Ни генә тимә, ауылда көтөүсе иң кәрәкле кеше. Йыл әйләнәһенә сит-ят кешеләр баҫмаҡлаған курорт төбәгендә малға айырыуса күҙ-ҡолаҡ кәрәк. Ауыл көтөүен Әхмәт Ғәммәр улы алғаны бирле, күсемдәрҙең һәүкәш-һарыҡтары өсөн күңелдәре тыныс. Яҡшы көтөүсенең ҡарамағындағы малдар теүәл генә түгел, туҡ һәм көр ҙә.

Һәйбәт тормош эҙләп, ситкә сығып китеү Әхмәт ағайҙың уйына бер ҙә инмәгән. Унынсыны бөткәс, 1978 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоздың Күсемдәге һарыҡсылыҡ база-һына чабан булып эшкә төшә. — Ул осорҙа колхозсыларға почет ҙур булды. Хеҙмәт хаҡы һәйбәт түләнде, шуға дәртләнеп, емертеп эшләнек. Башҡа һөнәр һайлау хаҡында һис уйламаным. Ләкин донъялар үҙгәреп, хужалыҡ тарҡалғас, урман хужалығына эшкә күсергә тура килде. Биш йыл самаһы урмансы булып хеҙмәт иттем. Үҙебеҙ ҙә ишле мал аҫрап, донъя көткәс, уларҙың именлеге, көтөү мәсьәләһе беҙҙең ғаиләне лә борсой торғайны. 2009 йылда, ни тиһәң дә белгән эш тип, ауылдаштарымдың һорауын йыҡмай, көтөүҙе алырға ниәтләнем, — тип һөйләй Әхмәт Фәйезов.

Көтөүсе тигәс тә, бәләкәй сағымдан хәтеремдә ҡалған һыбай атланған, шартлап торған оҙон сыбыртҡылы, уҫал, сая холоҡло һын күҙ алдыма баҫа. Әхмәт ағай менән әңгәмәләшеү күңелемә оялаған ошо стереотипты юҡҡа сығарҙы. Уның йәйәү йөрөп көтөү көтөүе, бер ҡасан да сыбыртҡы ҡулланмауы, ярҙамға эт эйәртмәүе ғәжәпләндерҙе.

— Ә нисек малдарҙы туҙҙырмай, өйөртөп кенә алып йөрөйһөгөҙ һуң? — тип ҡыҙыҡһынам.

— Мал булһа ла, аҡылы бар бит уларҙың, һөйләшергә телдәре генә юҡ. Яҙғыһын көтөү сыҡҡас, өйрәтеп, рәткә һалып алғансы, бер аҙ ыҙалайһың инде. Аҙаҡ һыҙғырыу, һайтлауыңдан аңлап ҡына торалар. Малдар туҡ булһа, туҙмай ул, — ти көтөү көтөүҙә өс тиҫтә йылдан ашыу тәжрибәгә эйә мал йәнле әңгәмәсем.

Ауылда малды күп тоталар. Һыйыр малы 150 баш самаһы булһа, ваҡ мал 500-ҙән ашыу, ти Әхмәт ағай. Шуларҙың һәр береһен танып-белеп тора көтөүсе. Малҡайҙар сирләп китһә, йәиһә ҡырҙа быҙауланы ниһә, тиҙ генә эйәһенә шылтырата һала. Аяғына көс төшһә лә, көтөүҙе мул үләнле урындарҙа утлатып, эҫегә сарсатмай теүәл генә йөрөтөп алып ҡайта. Йәйге оҙон көндә ҡояш менән бергә тороп эшкә сығып киткән геройым ҡояш байыуға ғына, 30 саҡрымдай ара үтеп, талсығып өйөнә ҡайтып инә. Ауылда был мәлдә лә эштәр тынмай әле. Хужабикә Гөлсәсәк апайға һыйыр һауғанда быҙауҙарҙы айырырға ярҙамлаша ғаилә башлығы. Фәйезовтар шәхси хужалыҡтарында 6 баш һыйыр тота, бынан тыш йылҡылары, һарыҡтары ла ишле. Ошо эштәрҙе теүәлләгәс, мунсаға инеп сығып, тамаҡ ялғауға төн уртаһы ауа. Ә иртәнсәк йәнә көтөүгә...

Көтөүсе ҡатынына ла еңелдән түгел. Донъя йөгөн Гөлсәсәк Сабир ҡыҙы үҙ иңдәренә алған. Ағын эшкәртә, икмәк һала, ҡош-ҡорттарын тәрбиәләй, иренә төшкөлөккә ашарға алып бара, көтөүҙән алда быҙауҙарҙы ҡыуып алып ҡайта, кискелеккә туҡмасын өлгөртә, мунса яға. Уның араһында емеш-еләк, бәшмәк йыйып һатырға өлгөрә. Һөт, май, ҡаймаҡты урыҫтар өй өҫтөнән алып китә, тип һөйөнә барын аш, аҡса иткән хужабикә. Бесәнде иһә улдары әҙерләп бирә.

Фәйезовтар ғаилә менән дин юлында. Өлкән улдары Айгиз Силәбелә «Аҡ мәсет»тә уҡыған, хәҙер ул Күсем ауылы мәсетендә мәзин булып тора, дини һабаҡ бирә. Фермерҙарҙа йылҡы көтөүсе кесеһе Вәғиз дә дини ғәмәлдәрҙе теүәл үтәй. Ғаилә менән бергә мәсеткә йома намаҙына йөрөйҙәр.

Бына шундай ихлас, изге күңелле кеше булып сыҡты Әхмәт ағай, бындай кешенең ғаиләһе лә нәҡ уныҡы кеүек алсаҡ, иманлы булырға тейештер. Тиҙҙән Әхмәт Ғәммәр улы өсөн сираттағы унынсы хеҙмәт миҙгеле башлана. Быйыл да көтөүҙе аласаҡ ул.

Читайте нас: