+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
6 Апрель 2018, 12:02

Йәйләүгә күсергә лә күп ҡалманы

«Ишҡол» АХК-һы менән «Урал аръяғы МТС-ы» Әбйәлил филиалының малдары аҫралған Ишҡол һөтсөлөк фермаһында эштәр көйлө бара.

«Ишҡол» АХК-һы менән «Урал аръяғы МТС-ы» Әбйәлил филиалының малдары аҫралған Ишҡол һөтсөлөк фермаһында эштәр көйлө бара.

— Малдарҙы ҡышлатыу осорон имен-аман тамамлап киләбеҙ. Уҙған йылда ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә, хатта киләһе йылда ашатыуға ла артып ҡалырлыҡ мал аҙығы тупланыуы быға булышлыҡ итте һәм шулай уҡ тотош коллективтың намыҫлы хеҙмәтенең һөҙөмтәһе был, — тип ҡаршыланы беҙҙе ферма мөдире Ф. Ә. Йәрмөхәмәтов.

Ғөмүмән, фермала элек-электән эшләгән кешеләр тир түгә тиергә мөмкин. Фәнил Әҙеһәм улы әйтеүенсә, күптәре хаҡлы ялға китеү йәшенә етеп бара. Быйыл ғына ике һауынсыны пенсияға оҙатҡандар: Фәниә Мостафина күп йылдар яланда аш бешереүсе булып эшләп, һуңғы йылдарҙа фермаға килгән, ә Рәүиә Дауытова бар ғүмерен малсылыҡҡа арнаған кеше, фермаға етәкселек тә иткән, һыйыр ҙа һауған ул. Хаҡлы ялға киткәндәрҙе йәштәр алыштырыуы ҡыуаныслы.

Бөгөн Ишҡол фермаһында 450 баш һыйыр малы аҫырала, шуларҙың 160-ы һауын һыйырҙар.

— Продукцияны Мәләүез һөт заводына оҙатабыҙ. Тик һөткә хаҡтың төшөүенә йән әсей. Күпме көс түгеп алынған һөттө бөгөн ни бары 16 һум менән алалар, — ти мөдир.

Эйе, айырыуса ҡышҡыһын малды тәрбиәләүе еңел түгел. Көндөң һыуыҡмы, буранлымы булыуына ҡарамаҫтан малсылар эшкә иртәнге сәғәт биштән килә. Шулай ҙа зарланмай, үҙ эшен урын-еренә еткереп үтәргә күнеккән улар. Фермала һөт үткәргес ҡуйылыуы һауынсыларҙы ҡул эшенән бер аҙ арындырған. Шулай ҙа малдарҙы ашатыу, эсереү, аҫтарын таҙартыуға ла күп көс һәм ваҡыт кәрәк. Малдарға бесән-һаламдан башҡа көн дә бутҡа бешереп ашаталар, Илгизәр Сафин менән Илшат Ирғәлин сменалап башҡара был эште.

Һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро тамамланған, улар тулыһынса яһалма ҡасырыу ысулы менән ҡапланған. Был йәш белгес-осеменатор Салауат Ширияздановтың үҙ эшенә яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһе.

Быҙау ҡараусы Гөлфара Ниғмәтуллина алынған үрсемдең ауырыуына, үлеүенә юл ҡуймаҫ өсөн бар күңелен һалып эшләй. Быҙауҙарҙың, ғөмүмән, бөтә фермалағы малдарҙың именлегенә веттехник Фәнил Баястанов яуаплы.

Бер аҙ ҙурайған быҙауҙар Рамил Рамаҙанов төркөмөнә күсерелә. Башмаҡтарҙың һәр ҡайһыһына етди тәрбиә булдырыу маҡсатында улар бәләкәй төркөмдәрҙә аҫырала, уларҙы Нуриман Ниғмәтуллин Морат Сафин, Миҙәт Ғибәҙәтов, Марат Йосопов ҡарай.

Һыйырҙың һөтө телендә тигәндәй, һауын гурты көтөүселәре Рәсих Шириязданов менән Мөнир Нарынбаевтар малдарҙан мөмкин тиклем күберәк продукция алыу өсөн бар тырышлығын һала. Һауынсылар Көнһылыу Ғүмәрова, Земфира Фазылова, Нәфисә Ихсанова, Венера Фазыловалар ҙа һынатмай, дөйөм эштең һөҙөмтәһе нәҡ уларҙың эшенә бәйле бит. Алынған продукцияның иҫәбен Тәслимә Шәһәрғазина аныҡ һәм теүәл алып бара.

Бөгөн инде малдарҙы йәйләүгә күсереү ваҡыты яҡынлашыуға бәйле малсыларға йәйге лагерҙы әҙерләү мәшәҡәте лә өҫтәлгән.

— Беҙҙең ферма элек-электән «Һаруй» йәйләүен төйәк итә. Әле барып йәйләүҙең торошон ҡарап, ниндәй эштәр башҡарыу кәрәклеген күҙалланыҡ. Үлән күтәрелеү менән малдарҙы йәйләүгә күсерер өсөн көндәр бер аҙ ыңғайлау менән ремонтҡа тотоноп, уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарып сығырға ниәт, — ти Фәнил Йәрмөхәмәтов.


Читайте нас: