-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
10 Апрель 2018, 12:57

Ни сәсһәң, шуны урырһың

Яҙғы баҫыу эштәрен башлауға күп ваҡыт ҡалманы. Ер ҡәҙерен белгәндәргә — иген сәсеп икмәк игеүселәргә ағымдағы йылдың уңайлы һауа шарттары менән һөйөндөрөүен, мул уңыш килтереүен теләп, сәсеү кампанияһына изге фатиха бирелде.

Яҙғы баҫыу эштәрен башлауға күп ваҡыт ҡалманы. Ер ҡәҙерен белгәндәргә — иген сәсеп икмәк игеүселәргә ағымдағы йылдың уңайлы һауа шарттары менән һөйөндөрөүен, мул уңыш килтереүен теләп, сәсеү кампанияһына изге фатиха бирелде.

— Күреүебеҙсә, йыл насарҙан килмәй. Яҙҙың оҙаҡҡа һуҙылыуы аграрийҙар өсөн яҡшы йыл вәғәҙәләй. Ҡар яйлап ирей, ерҙә дым бар, яуым-төшөмдәр ҙә бик ваҡытлы. Юғиһә иртә яҙҙан ер-һыу кибеп бөтөп, был ваҡытта саң борҡоп ятҡан йылдар ҙа булманы түгел, ҡоролоҡтарҙы әҙ үткәрмәнек. Тәбиғәт үҙе ыңғай торғанда, яҡшы уңыш үҫтереп алыу, аграрийҙар, һеҙҙең үҙегеҙҙән тора. Былтыр игенселәр ҙур уңыш йыйып алды. Был, икенсе яҡтан, ашлыҡҡа хаҡты төшөрҙө, ихтыяжды кәметте. Шуға күрә бөгөн беҙ ошоларҙы иҫәпкә алып, ниндәй культураларға өҫтөнлөк бирергә кәрәклеге тураһында һөйләшмәксебеҙ. Ни сәсһәк, шуны урасаҡбыҙ, — тине агрокәңәшмәне асып район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов.

Рим Һатыбал улы республикала эше бармаған, килемһеҙ эшләгән хужалыҡтарҙы элекке кеүек арттан этәрмәйәсәктәр, ә етештереүсәнлек һәләтенә эйә ауыл хужалығы предприятиеларына ғына артабан үҫешерлек шарттар тыуҙырыласаҡ, дәүләт ярҙамы йүнәлтеләсәк, тип белдерҙе.

Быйыл район аграрийҙары алдында 68 меңдән ашыу гектар майҙанда ерҙәрҙе эшкәртеп, сәсеү бурысы тора. Ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы В. Н. Миянов белдереүенсә, сәсеүҙе 16 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 70-тән ашыу КФХ башҡарасаҡ. Яҙғы культуралар бөтәһе 63 мең гектар майҙанды биләйәсәк, шул иҫәптән 20,6 мең гектарҙа бойҙай, 14,2 мең гектарҙа арпа, 9,4 мең гектарҙа һоло, 1 мең гектарҙа ҡарабойҙай сәсеү планлаштырыла. Техник культуралар 7,2 мең, бер йыллыҡ үләндәр 4,5 мең гектарҙы биләйәсәк. Вил Нәжип улы сәсеүҙе агротехник талаптарҙы күҙәтеп, ваҡытында һәм сифатлы башҡарыу зарурлығын билдәләне, орлоҡ сифаты, элиталы сорттар тураһында әйтеп үтте, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларына, хужалыҡтарҙың, фермерҙарҙың пестицидтар һәм минераль ашламалар менән тәьмин ителешенә туҡталды. Район башлығы баш агрономдан күп йыллыҡ үләндәрҙе яңыртыу буйынса эш торошо тураһында ҡыҙыҡһынды. Был юҫыҡта маҡсатлы эш алып барылыуы, ҡартайған сәсеүлектәр майҙаны 17 мең гектарҙан 2 мең гектарғаса кәметелеүе, ағымдағы йылда 958 гектар майҙанды яңыртып сәсеү планға алыныуы тураһында белдерелде.

БР буйынса Россельхозцентр ФГБУ-һының начальник урынбаҫары А. М. Хамматшин Урал аръяғы төбәгендә ужым культуралары сәсеүлектәренең торошо буйынса тикшеренеү һөҙөмтәләрен барланы. Әбйәлил районы буйынса 2340 гектар сәсеүлектәрҙең 890 гектары яҡшы, 760-ы ҡәнәғәтләнерлек, 690-ы насар торошта, тине Айҙар Мәснәүи улы. Сығыш яһаусы шулай уҡ районда 10 тоннанан ашыу орлоҡто сифатҡа һәм сәсеүгә яраҡлылыҡҡа тикшереүҙәрен әйтеп үтте. Үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын һатып алғанда осһоҙлоғона ҡыҙығып, контрафакт пестицидтарҙан һаҡ булырға, ышаныслы һәм билдәле етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.

«Щелково – Агрохим» АЙ-һының Өфөләге вәкиллеге башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы фәндәре докторы Р. Р. Ғәйфуллиндың сығышы әһәмиәтле булды.

— Ҡырсылыҡта системалы эшләмәһәң, ырҙында һөҙөмтә булмаясаҡ, — тине ул. — Һан менән алдырырға тырышыу, сифатҡа иғтибар биреп еткермәү иң ҙур хата. Йәйрәп ятҡан майҙандарың була тороп, унда рәхәтләнеп эшләрлек техникаң булмаһа, бер тракторға, йәки комбайнға йөкләмәнең саманан тыш артыҡ ҙурлығы уңыштың күпмелер өлөшөн юғалтыуға килтерә. Сәсеүҙе дым барҙа атҡарып ҡалыу, сифатлы орлоҡ сәсеү, ергә ашламалар индереү аҙаҡ ашлыҡҡа яҡшы хаҡ менән яуап бирәсәк. Игенселәр сәсеү әйләнеше ҡанундарына ярашлы эшләргә тейеш.

Радик Радил улы республикала майлы культуралар майҙандарын киңәйтеү перспективаларына туҡталды. Урал аръяғы, шул иҫәптән Әбйәлил районы, был тәңгәлдә һәйбәт потенциалға эйә, тине ул. Бөгөн етенгә, рапсҡа (яҙғы һәм ужым) һорау бар. Уҙған йылда республикала айырым хужалыҡтар етендең гектарынан 26 центнер уңыш йыйып алған. Рапсҡа һәр ваҡыт хаҡ бар. Иң мөһиме ерҙе азот менән ашлау шарт, ә етен дым ярата. Яҙғы культураларҙан эт ҡуҙағының (сурепица) гектар ҡеүәте бик ҙур, 35 центнерға тиклем уңыш алырға була. Был культураның ҡоротҡостары, сирҙәре юҡ. Шипкән (рыжик посевной) ҡоролоҡҡа сыҙамлы культура, иртә өлгөрә, июль-августа уралар. Аҡ йәки ҡара гәрсис (горчица) һыуыҡҡа, ҡырауҙарға бирешмәй, уға һорау ҙа, хаҡ та ҙур, тоннаһы 20-35 мең һумға барып баҫа. Майлут (крамбе абиссинская) гектарынан 32-35 центнер уңыш бирә, был культуранан биояғыулыҡ та етештерелә.

Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы директоры С. Б. Гусев 2017 йылғы һынауҙар буйынса Госреестрға индерелеүсе перспективалы сорттар буйынса асыҡлыҡ индерҙе. Республикала йөҙәр меңләп гектар майҙанда түбән класлы орлоҡ сәсеү дауам итә, тине Сергей Борисович. Урал аръяғы буйынса 2016 йылда яҙғы бойҙай 110 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләһә, шуның 68 мең гектарын сәсеүгә рөхсәт ителмәгән сорттар тәшкил иткән. Был 26 мең тонна уңышты һәм, ярашлы рәүештә, 267 миллион һум килемде юғалтыу тигән һүҙ. Яңы сорттар иҫәбенә уңыштың гектар ҡеүәтен 3 центнерға арттырғанда ла 110 миллион һум килем килтерер ине.

«Ерҙәрҙе мелиорациялау буйынса идаралыҡ» республика дәүләт ҡаҙна учреждениеһы начальнигы Ғ. Ф. Йәнбәков 2014 – 2020 йылдарға ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе мелиорациялауҙы үҫтереү мәсьәләһе буйынса сығыш яһаны.

Ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры И. Р. Моталлапов яҙғы баҫыу эштәрендә районда 240 берәмек трактор, 82 сәсеү агрегаты, 80-дән ашыу ер эшкәртеү техникаһы эшләйәсәк, тип белдерҙе. Бөтә техника ла тиерлек иҫке, эксплуатациялау ваҡытын тултырған, тракторҙар — 69, иген урыу комбайндары — 54, сәсеү агрегаттары — 59, ер эшкәртеү машиналары 80 процентҡа туҙған. Был, әлбиттә, йыш боҙолоуҙарға килтерә, сәсеүҙең сифатын насарайта, ваҡытты һуҙа. Ауыл хужалығы предприятиеларында техниканы яңыртыу бик яй бар-ғанға күрә төп көс иҫке машиналарға төшә. 2011 – 2017 йылдарҙа бөтәһе 626 миллион һумға 73 трактор, 30 иген урыу комбайны, 52 сәсеү машинаһы һәм башҡа техника һатып алынған. Һәм быларҙың күпселеге — 70 проценты «Красная Башкирия» АХК-һыныҡы. Техникаға көсөргәнеш ҙур. Бер мең гектар майҙанға уртаса 3,4 берәмек трактор тура килә. Айырыуса иген урыу комбайндары менән хәл ауыр.

Илдар Рәшит улы техника менән эшләгәндә хеҙмәтте һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын күҙәтеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү зарурлығын иҫкәртте.

Агросәнәғәт тармағына күрһәтелеүсе дәүләт ярҙамы төрҙәре тураһында субсидиялар буйынса баш белгес Ф. С. Лоҡманова хәбәрҙар итте.

Сәсеү алдынан ауыл хужалығы техникаһының әҙерлеген тикшереү йомғаҡтары тураһында райондың дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Ҡ. В. Тайсин отчет тотто. Әлегә 65 процент техника — 118 трактор һәм 41 тағылма техник күҙәтеү үткән. Техник тикшереүгә, «Красная Башкирия» АХК-һының, «Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы», «Аграрий», «Башаҡ» ЯСЙ-ларының, С. Старцев, Ә. Тайсин, Х. Ниғәмәтйәнов, И. Абдуллин крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының яҡшы әҙерләнеүе билдәләнде. Ҡасим Васил улы хужалыҡтарҙа һәм фермерҙарҙа дәүләт инспекцияһында теркәлеү үтмәгән 50-ләп берәмек техника барлығын әйтеп, был эште йәһәтләүҙәрен һораны. Лизингыға алынған техника ла ваҡытлыса иҫәпкә ҡуйылырға тейеш.

Милек менән идара итеү комитеты рәйесе А. С. Абдуллин ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе инвентаризациялау йомғаҡтары тураһында сығыш яһаны. Аграрийҙарҙың килешеү нигеҙендә ҡуртымға алған ерҙәр өсөн бурысы бөгөн 13 миллион һумдан ашып китте, тип хәбәр итте Азамат Салауат улы ҡуртым буйынса бурыстарҙы ҡаплауҙы талап итеп.

Агрокәңәшмәне район башлығының беренсе урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов алып барҙы. Игенселәр сығыш яһаусыларға төрлө һорауҙар бирҙе, көн ҡаҙағына һуҡҡан үҙҙәрен борсоған мәсьәлә-ләрҙе күтәрҙе. Шуларҙан иң үҙәктәренә үткәргәне — сәсеүлектәрҙең тәләфләнеүе. Ер хужалары көтөүсеһеҙ үҙ иркенә йөрөтөп ҡуйылған йылҡы өйөрҙәренән күрелгән зыян өсөн ныҡ әсенде.

— Ҡырсылыҡ ауыл хужалығының билдәләүсе тармағы булып ҡала, унһыҙ малсылыҡ та юҡ. Яуаплы осор — сәсеү мәле етә. Билдәләнгән ваҡытта сәсеүҙе теүәлләрегеҙгә ышанам. Бының өсөн тәжрибә лә, теләк тә бар, — тине сараны йомғаҡлап район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов.


Читайте нас: