Район баҫыуҙарында яҙғы эштәр старт алды. Күп кенә ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары ерҙе тырматыуға төштөләр, шул уҡ ваҡытта күп йыллыҡ үләндәр һәм ужым культуралары үҫкән баҫыуҙарҙы өҫтәмә туҡландырыу эше лә алып барыла. «Башаҡ», «Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы», «Урал аръяғы-Агро» баҫыуҙарында яҙғы баҫыу эштәре әүҙем бара, кисә «Күсем» һәм «Завет» игенселәре лә дым ҡаплауға төштө.
«Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә был мөһим агротехник сараны ваҡытында һәм сифатлы башҡарыуға бар көстө йүнәлткәндәр. Ваҡыты-ваҡыты менән яуып үткән ямғырҙар эште тотҡарлаһа ла, көн саҡ ҡына аяҙып, эш алып барыу мөмкинлеге тыуыу менән механизаторҙар тағы баҫыуға сығалар.
— 4-5 көн эсендә дым ҡаплауҙы тамамларға ниәт. Көндәр торһа, унан инде етен, борсаҡ, көнбағыш кеүек һыуыҡҡа бирешмәгән культураларҙы сәсеүгә төшәсәкбеҙ, ти был йәмғиәттең етәксеһе Сергей Гусев.
Һеҙ һүрәттә күргән дәүләт сорт участкаһы механизаторы А. Н. Никитин үҙенең МТЗ тракторында әлеге мәлдә баҫыуҙарҙы туҡландырыу менән мәшғүл. Тупраҡты яҙғы эшкәртеү тамамланып, сәсеүгә төшһәләр, ҡеүәтле К-700 тракторына сәсеү комплексы эләсәк Александр. Ә инде культуралар өлгөрөп, уны урырға ваҡыт етһә, «Агрос» комбайны штурвалы артына ултыра ул. Бына шулай баҫыу эштәренең һәр миҙгелендә ҡатнашып, йәмғиәттең генә түгел, райондың иҡтисади йәһәттән үҫешенә үҙ өлөшөн индерә йәш механизатор.
Өсөнсө йыл ғына эш-ләүенә ҡарамаҫтан, А. Никитин үҙен намыҫлы, тырыш механизатор итеп танытырға өлгөргән. Уңған тракторсының хеҙмәте лә тейешенсә баһалана бара. Уҙған йылда һабантуйҙа, мәҫәлән, яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса үҫемлекселектә юғары етештереү күрһәткесенә өлгәшкән өсөн дипломға һәм аҡсалата бүләккә лайыҡ булды ул.
Ә ауыл хужалығы эшсәндәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Александр Николаевичтың АПК системаһындағы на-мыҫлы хеҙмәте республиканың Ауыл хужалығы ми-нистрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде.
Баҫыуҙарыбыҙҙы ошондай эшсән йәштәр иңләгәндә, буралар игенгә, мал аҙығы ихаталары бесән-һаламға тулы булыр, тигән ышаныс ҙур.