+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
4 Май 2018, 13:06

Ауыл хужалығы көндәлеге

Әлдән әле яуып үткән ямғырҙар ауыл эшсәндәренә яҙғы баҫыу эштәрен тулы көсөнә алып барыуға ҡамасаулаһа ла, игенселәр һәр аяҙ сәғәтте файҙаланырға тырыша.

Әлдән әле яуып үткән ямғырҙар ауыл эшсәндәренә яҙғы баҫыу эштәрен тулы көсөнә алып барыуға ҡамасаулаһа ла, игенселәр һәр аяҙ сәғәтте файҙаланырға тырыша.

Ҡояш сығып, бер аҙ ел һуғыу менән тракторҙар баҫыуҙарҙы иңләргә тотона. Ҡайҙалыр ер тырматалар, икенсеһендә күп йыллыҡ һәм ужым сәсеүлектәрен өҫтәмә туҡландырыу менән мәшғүлдәр, өсөнсөһөндә механизаторҙар булған дымды юғалтмаҫ өсөн уны ҡаплау эшен дәррәү алып бара.

Район ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, кисәге көнгә район буйынса 1000 гектарҙа ужым баҫыуҙары, бер мең гектарҙан ашыу күп йыллыҡ үләндәр өҫтәмә туҡландырылған.

3 майға ҡарата район баҫыуҙарҙының дөйөм майҙанының 40 процентында, был 8500 гектар тәшкил итә, дым ҡапланған, 5200 гектар ер тырматылған.

Райондың баш агрономы Вил Миянов әйтеүенсә, техника сәскестәр бөгөндән баҫыуға сығыуға әҙер, орлоҡтар тулыһынса ағыуланған, улар барыһы ла кондициялы.


Читайте нас: