+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Май 2018, 11:44

Яңы агрегат сәсеүҙе тиҙләтә

Һуңғы көндәрҙең аяҙ тороуы район буйынса дым ҡаплауҙы тамамларға мөмкинлек бирҙе. Әле ужым баҫыуҙарын (был эш билдәләнгән майҙандың 63 процентында башҡарылған) һәм күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәрен (58 процент) өҫтәмә туҡландырыу менән бер рәттән иртә яҙғы культураларҙы сәсеү алып барыла. Кисәге көнгә район буйынса яҙғы культуралар бөтәһе 5000 гектар майҙанда сәселгән дә инде.

Һуңғы көндәрҙең аяҙ тороуы район буйынса дым ҡаплауҙы тамамларға мөмкинлек бирҙе. Әле ужым баҫыуҙарын (был эш билдәләнгән майҙандың 63 процентында башҡарылған) һәм күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәрен (58 процент) өҫтәмә туҡландырыу менән бер рәттән иртә яҙғы культураларҙы сәсеү алып барыла. Кисәге көнгә район буйынса яҙғы культуралар бөтәһе 5000 гектар майҙанда сәселгән дә инде.

Сәсеү эштәрен дәррәү һәм сифатлы алып барыуға ҡайһы бер хужалыҡтар һатып алған «Томь» сәсеү комплексы булышлыҡ итә. Киңлеге 10, 6 метр булған был агрегаттарҙа бер юлы бер машина орлоҡ һыйҙырышлы пластик бункерҙар ҡуйылыуы ла етештереүсәнлекте арттыра. Бер һүҙ менән әйткәндә, бындай агрегаттары булған хужалыҡтарҙың сәсеүҙе тиҙ арала атҡарып та сығасаҡтарына өмөт бар. Техника һынатмаһын да, көндәр генә торһон.

«Әбйәлил сорт участкаһы» йәмғиәте менән «Башаҡ» хужалығы баҫыуҙарын да нәҡ ошондай комплекстар элгән ҡеүәтле «Кировец»тар иңләй. Беҙ барғанда сортучастканың йәш, әммә тәжрибәле механизаторы Алексей Никитин борсаҡ сәсеү менән мәшғүл ине. Уҙған йылдан ҡалған ҡамылды еңел генә ҡырҡып, шуның өҫтөнән орлоҡто һала бара агрегат. Етештереүсәнле сәсеү комплексын йәмғиәт үткән йылда уҡ «һынау үткәргән» икән, икенсе йыл был агрегат менән сәскән Алексей шуға бик оҫта эш итә.

— Күршеләрҙәге был яңы комплексты эштә күргәс, беҙ ҙә ошондай уҡ агрегат һатып алырға булдыҡ, — ти «Башаҡ» хужалығы директоры Ғ. М. Шәғәлиев. — Уға ҡеүәтле трактор талап ителгәс, Шишмәнән капиталь ремонттан һуң булған К-700 тракторын да ҡайтарттыҡ.

Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, был сәскес баҫыуҙарҙа дым юғары булғанда ла сәсергә мөмкинлек биреүе менән отошло һәм, әлбиттә, уның менән тәжрибәле игенсенең идара итеүе лә кәрәк икән. Шуға ла был юғары етештереүсәнле агрегат менән эш итеүҙе Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Алмас Таһировҡа ышанып тапшырғандар.

— Был техника айырым иғтибар талап итә, уны тейешенсә көйләй, хеҙмәтләндерә белергә лә кәрәк. Бөгөн-иртәгә хужалыҡҡа БДМ-7,4 маркалы яңы дискатор килеүен дә көтәбеҙ, — тип ҡыуанысы ме-нән уртаҡлашты Ғаяз Мәжит улы.

Беҙ килгәндә «Ба-шаҡ» хужалығы баҫыуында техника гөрләп тора ине. «Алтай» тракторында Радик Әбделхаҡов менән МТЗ-1221-ҙә Сәлим Искәнйәров ерҙе культивациялай, улар артынса Шамил Ҡотдосов ерҙе катуклау менән мәшғүл. Шулай итеп әҙерләнгән майҙанда улар артынса уҡ Алмас Таһиров ярҙамсыһы Нурғәле Гәрәев менән рапс сәсә.

— Уңайлы ваҡытты файҙаланып, көн торғанда тиҙерәк сәсеп ҡалырға тырыша игенселәр. Шуға ла байрам көнө тип торманылар, барыһы ла баҫыуҙа бөгөн, — ти хужалыҡ етәксеһе.

«Башаҡ» хужалығында кисәге көнгә бөтәһе 200 гектар майҙанда горчица сәселгән. Әле сәсеү дауам ителгән рапс та ике йөҙҙән ашыу гектарҙы биләгән дә инде.

Тәжрибәле игенселәр-ҙең етештереүсәнле техника менән сәсеү эштәрен ҡыҫҡа һәм уңайлы ваҡытта, сифатлы башҡарып сығыуҙарына ышаныс ҙур.
Читайте нас: