+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
22 Май 2018, 12:24

«Аграрий» баҫыуҙарында эш ҡайнай

«Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙенең техник һәм иҡтисади потенциалы, ҡырсылыҡ һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса райондың агросәнәғәт комплексында ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Ауыл хужалығы кампанияларын ойоштороуҙа һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

«Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙенең техник һәм иҡтисади потенциалы, ҡырсылыҡ һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса райондың агросәнәғәт комплексында ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Ауыл хужалығы кампанияларын ойоштороуҙа һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

«Аграрий» игенселәре яҙғы баҫыу эштәрен, йылдағыса, яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды. Техника-агрегаттар мөһим кампанияға ваҡытында һәм сифатлы әҙерләнгән, тракторҙар һәм уларҙың тағылмалары дәүләт техник тикшереүен үткән, сәсеү материалы кондицияға еткерелгән.

Уҙған аҙна аҙағында беҙ барғанда йәмғиәт игенселәре 140 гектарлыҡ баҫыуҙа «Тулайковская» сортлы бойҙай сәсеү менән мәшғүл ине. Был баҫыуҙа, «Аграрий» етәксеһе Наил Әхтәмов әйтеүенсә, арҡырыға сәсеү ҡулланыла икән. Ике К-700 ерҙе йомшартып, тәүге эҙҙән ярты норманы сәсә бара, улар артынса Айнур Фәритов үҙенең МТЗ тракторында азот-фосфор-калий тоҙҙары ҡатнашмаһынан минераль ашлама индерә. Унан инде «Бастер» сәскестәре элгән ике МТЗ-1221 тракторҙары бойҙайҙы арҡырыға сәсеп үтә. Иң һуңынан сәселгән майҙанды Фәнзил Солтанов агрегаты катуклай.

— Был элита сортлы бойҙай бөтәһе 230 гектарҙы биләйәсәк. Дөйөм алғанда, бөгөнгә (мәғлүмәттәр 17 майға) иген культураларының яртыһынан күбеһен сәстек: 260 гектарҙы горчица, 280 гектарҙы етен, 230 гектарҙы борсаҡ биләне. Әле сират бойҙайға етте. Көндәр торһа, сәсеүҙе 25 майға тамамларға иҫәп, унан инде ҡарабойҙай менән арпа ҡала, — тип таныштыра эш барышы менән агроном Фәнзил Тайыпов.

— Дөйөм алғанда, хәл тотороҡло, йылы ғына яҡшы килһен, — ти Наил Зиннәт улы. — Өҫтәүенә, тәжрибәле, уңған механизаторҙарыбыҙ Варис Вәлиев, Йәмил Ғәбитов, Шамил Хәйбуллин, Юнир Йәһүҙин, Тәлғәт Ғәлимйәнов һәм Рәмзил Бикйәновтар эште дөргөн, сифатлы алып бара. Орлоҡ һәм ашлама ташыған водителдәр Рәсүл Мөхәмәтдинов, Азамат Юркевич, Зәбир Йәһүҙиндар ҙа тырышып эшләй. Орлоҡтарҙы ағыулап, тейәп ебәреү өсөн яуаплы Роберт Фәтхуллиндың да эше тик маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, техник агрегаттарҙың көйлө эшләүендә Ринат Әминевтың хеҙмәтен дә билдәләп үтеү мөһим.

Бер һүҙ менән әйткәндә, «Аграрий» баҫыуҙарында эштәрҙең юғары темпта, ойошҡанлы барыуына шаһит булдыҡ. Юғары етештереүсәнлек өлгөһө күрһәткән уңған игенселәр көҙҙө тулы келәттәр менән ҡаршылар өсөн тырышып эшләйҙәр.

Варис Вәлиев (һүрәттә) — «Аграрий» йәмғиәтенең тырыш механизаторҙарҙың береһе. Ер эшкәртеү, сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ кампанияларында ҡатнашып, йылдан йыл яңы үрҙәр яулаған тәжрибәле тракторсы райондың алдынғы механизаторҙары иҫәбендә. В. Вәлиевтың намыҫлы хеҙмәте йәмғиәттең, райондың маҡтау ҡағыҙҙары менән бер рәттән республика Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән дә билдәләнгән.

Читайте нас: