+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
19 Июнь 2018, 12:06

Һауынсыға ҙур баһа

Һыйырҙарҙы машина менән һауыу оҫтаһы З. Н. Кәримова Дәүләтша ауылы ҡыҙы.

«Башаҡ» ЯСЙ-һы райондың ауыл хужалығы тармағында ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Хужалыҡ-тың һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеүенең нигеҙендә уның уңған, тырыш эшсәндәренең фиҙакәр хеҙмәте ята.

Һыйырҙарҙы машина менән һауыу оҫтаһы З. Н. Кәримова Дәүләтша ауылы ҡыҙы. Ишҡол мәктәбен тамамлағас, был колхоз-совхоздарҙың гөрләп эшләп торған сағына тура килә, тыуған ауылындағы фермаға һауынсы булып эшкә килә. Бына шул ваҡыттан Зәлифә Нурғәле ҡыҙы яратҡан һөнәренән айырылмай, ошо көнгәсә уға тоғро булып ҡала.

Дәүләтша фермаһы ябылғас, Михайловка һөтсөлөк фермаһына һауынсы булып килә. Егерме биш йыл һауынсы булып эшләү дәүерендә үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән Зәлифә Нурғәле ҡыҙының исеме һәр саҡ райондың алдынғы малсылары иҫәбендә, уның намыҫлы хеҙмәте күп тапҡырҙар район, республика кимәлендә билдәләнгән. Эшендә маҡтаулы ҡатын ике бала тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына сығарған, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға ярҙамлаша.

Уҙған мал ҡышлатыу миҙгелендә һыйырҙарҙан мул продукция алғаны өсөн Зәлифә Кәримова район һабантуйында һөнәре буйынса иң яҡшы булараҡ тәбрикләнде.

Юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән бер төркөм малсылар, игенселәр менән бер рәттән район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов З. Н. Кәримованы Почет грамотаһы менән наградланы һәм аҡсалата бүләк тә тапшырҙы.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: