Һеҙ һүрәттә Т. Н. Рәхмәтов крәҫтиән-фермер хужалығының малсыһы Арслан Рәхмәтовты күрәһегеҙ.
Ауыл балалары, ғәҙәттә, эшкә сос, егәрле була. Арслан да, үҙен белгәндән алып, ата-әсәһенә бөтә эштәрҙә ярҙам итеп үҫә. Атаһы Тимербулат Нәби улы үҙ хужалығын булдырғас, башкөллө эшкә сума тиергә мөмкин. Өс балалы ғаиләлә иң ҙуры булған Арслан бөгөн дә атаһының уң ҡулы, терәге. БДУ-ның Сибай институтының физкультура бүлеген тамамлаған егет малдарҙы тәрбиәләшеү генә түгел, башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ хужалыҡ эшендә төп ярҙамсы.
Уҙған ҡышлатыу осоронда иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән малсы булараҡ Арслан Тимербулат улы район һабантуйында һөнәре буйынса иң яҡшы тип табылып, дипломға һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.
А. Т. Рәхмәтов тырыш, эшсән дә, һәйбәт ғаилә башлығы ла, өлгөлө донъя көтөүе менән йәштәргә үрнәк. Ҡатыны, гимназияла уҡытыусы булып эшләгән Рәмилә менән ике бала үҫтерәләр, зауыҡ менән ҡорған донъяларынан ҡот-бәрәкәт китмәһен.