+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
13 Июль 2018, 12:34

«Аграрий»ҙа эштәр көйлө

Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең Ҡырҙас һөтсөлөк фермаһы районда уңғандар исемлегендә. Мал әле тәбиғәттең матур ҡосағында, йәйләүҙә аҫрала. Иркен утлауҙа йөрөгән һыйырҙар һөттө лә күберәк бирә, тана-торпонан да артым яҡшы, ни тиһәң дә, йәшел үләндең файҙаһы ҙур шул.

Бөгөн Ҡырҙас фермаһының йәйге лагерында йәмғеһе өс йөҙ баштан ашыу мал аҫрала, шуларҙың 160-ы һауын һыйырҙар.

Йәйләү ауылға яҡын урынлашҡас, һауынсылар бында элек-электән иртәле-кисле йөрөп эшләй.

— Йәйге лагерға аттарға тейәлеп йөрөп эшләгән замандар артта ҡалды. Байтаҡ ваҡыт «Беларусь» тракторында ла ташынылар. Бөгөн инде эшкә машина менән генә килеп ҡайтабыҙ, — ти һауынсылар. Малсыларҙы йәйләүгә ферма мөдире Ғ. Ғәлләмов үҙе алып йөрөй.

Хәҙер фермаларҙа ғына түгел, хатта йәйләүҙә лә ҡул көсө ҡулланылмай, һәр ерҙә заманса һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар, һаҡлағыстар урынлаштырылған. Ҡырҙастар ҙа һыйырҙарҙы машина менән һауа, уларға һөттө лә көйәнтәләй-һе түгел.

Ҡасандыр унлаған һауынсы, шунса уҡ көтөүсе булһа, әле килеп хужалыҡ малын бәләкәй коллектив тәрбиәләй. Һауынсылар Фәйез Шәйәхмәтов, Сулпан Игашурина, Зөлфирә Моратшина, Земфира Латипова 40-ар һыйыр һауа. Ялға сыҡҡанда һәүкәштәрен Дилара Ихсановаға ҡалдыралар. Ашығыс ҡайҙалыр китергә кәрәк булғанда, бар ғүмерен фермала эшләп, бөгөн хаҡлы ялда булған Хәдимә Минһажева әхирәттәренә ярҙам-ға килә.

— Ферма буйынса уртаса һауым һәр һыйырға 16 килограмдан тура килә. Көн һайын Мәләүез заводына 1,2-1,3 тонна һөт оҙатабыҙ, — ти ферма мөдире Ғамир Ғәлләмов. — Һыйырҙың һөтө телендә бит, шуға күрә, малдарҙан юғары продукция алыуҙа көтөүселәрҙең дә хеҙмәт өлөшө ҙур.

Һауын гуртын көтөүселәр Данил Хисмәтов, Ғаян Сәғәҙәтов, Фәнүз Шакиров көнөн-төнөн алмашлап көтәләр, тана-торпо иһә Заһир Баймөхәмәтов менән Айнур Игашуриндың ҡарамағында. Бында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, һигеҙенсе класты тамамлаған Айнур быйыл өсөнсө йәй көтөүсе булып эшләй.

— Бала ғына булһа ла, Айнурға малды ышанып тапшырабыҙ. Сөнки малай көтөүҙе бер ваҡытта ла туҙҙырмай, тана-торпоно туйғансы ашата, — тип маҡтай уны ферма мөдире.

— Уҡыу тамамланыу менән үҙе теләп көтөү көтөргә сыға. Өс айҙа мәктәпкә кейем-һалым алыуға етерлек аҡса эшләп ала, — ти әсәһе, фермала оҙаҡ йылдар һыйыр һауған Сулпан Игашурина.

Быҙауҙарҙы әсәле-уллы Гөлсара һәм Таһир Баймөхәмәтовтар, Булат Йәнсаликов алмашлап ҡарайҙар. Тәрбиә тейешенсә булғас, йәш үрсем дә көр күренә.

Алынған продукцияның сифаты өсөн лаборант Гөлнара Ғәлләмова яуаплы.

Эш шарттарының яҡшы булыуын үҙ күҙебеҙ менән күргәс, башҡарылған хеҙмәткә түләү менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.

— Хеҙмәт хаҡын хатта айына ике тапҡыр бирәләр, — булды яуап.

Үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәгән уңған эшсәндәргә башҡарылған эштәренә хаҡ та ваҡытында һәм тейешенсә түләнгәс, уларҙың кәйеф тә шәп, эшкә ынтылыш та көслө. Ә был, тәбиғи, тотош хужалыҡтың эш һөҙөмтәләрендә ыңғай сағылыш таба.
Читайте нас: