+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
25 Июль 2018, 15:35

Сәсеүҙә уға тиңдәр юҡ

«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы механизаторы Т. Р. Вилданов быйыл-ғы яҙғы баҫыу эштәре осоронда юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәтеп, райондың иң яҡшы механизаторҙары иҫәбенә инде.

«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы механизаторы Т. Р. Вилданов быйылғы яҙғы баҫыу эштәре осоронда юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәтеп, райондың иң яҡшы механизаторҙары иҫәбенә инде.

Таһир Вилдановтың механизатор булып эшләүенә тиҫтә йылға яҡын.

Мәктәптән һуң Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист танытмаһы алһа ла, тыуған ауылы Һамарҙағы фермала эшсе ҡулдар етешмәгәс, мал ҡараусы булып хеҙмәт юлын башлай. Әрмегә барып ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас та, өйрәнгән эшенә кире ҡайта. Фермала ауыр ҡул хеҙмәте механизацияланғас, эшсе ҡулдарға ихтыяж кәмей, шул ваҡыт хужалыҡ етәкселеге Таһир Рәшит улына тракторға күсеп ултырырға тәҡдим итә.

Һәм сирек быуат малсылыҡта эшләгәндән һуң, 2010 йылдан Т. Р. Вилданов баҫыуҙарҙы иңләй. Уҙған йыл Т-150 тракторында мал аҙығы әҙерләүҙә, сенаж, силос сабыуҙа эшләһә, быйыл ДжонДир тракторын «ауыҙлыҡлаған» механизаторға сәсеүҙә тиңләшеүсе булмаған.

Игенсенең тырыш хеҙмәте район һабантуйында Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк менән билдәләнде һәм Таһир Рәшит улына «Сәсеү батыры» таҫмаһы тағылды.

Р. ДАУЫТОВА фотоһы.

Читайте нас: