+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
27 Июль 2018, 17:15

Көндө төнгә ялғай ялан батырҙары

Яҙҙың ҡырыҫ килеүе үләндәргә күтәрелергә бирмәне. Шулай ҙа хужалыҡтар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары булғанды әрәм-шәрәм итмәйенсә, ҡышҡылыҡҡа запас туплау маҡсатында «йәшел ураҡ»ҡа ныҡлап тотондо.

Яҙҙың ҡырыҫ килеүе үләндәргә күтәрелергә бирмәне. Шулай ҙа хужалыҡтар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары булғанды әрәм-шәрәм итмәйенсә, ҡышҡылыҡҡа запас туплау маҡсатында «йәшел ураҡ»ҡа ныҡлап тотондо. Бөгөн ҡайҙалыр бесән әҙерләү дауам итһә, бәғзеләрендә сенаж һалалар.

«Завет» хужалығында бесән әҙерләү дәррәү бара. Беҙ барғанда ла эштең ҡыҙыу мәле ине. Механи-затор Рәфҡәт Баймырҙин кипкән бесәнде йыйып, етеҙ генә төргәкләп йөрөй. Әҙер рулондар шунда уҡ мал аҙығы ихатаһына ташыла икән. Р. Баймырҙин был хужалыҡта тәүге йыл ғына эшләһә лә, быға тиклем оҙаҡ йылдар «Заветы Ильича» колхозында, «Сельхозхимия»ла, май заводында бай тәжрибә туплаған. Шуға ла ул, күптәргә үрнәк булырлыҡ, етештереүсәнле хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.

Йәнәш баҫыуҙы хужалыҡтың алдынғы механизаторҙарының береһе Сәғит Хафизовтың урғыс таҡҡан тракторы иңләй.

— Ямғырҙарҙан һуң үлән күҙгә күренеп күтәрелгәндәй, шуға бесән төшөмө лә артты. Шулай ҙа урғысты түбән кимәлгә көйләп, бесәнде юғалтыуҙарға юл ҡуймаҫлыҡ итеп сабырға тырышам, — ти уңған механизатор. — Эш шарттары һәйбәт, баҫыу өҫтөндә туҡландырыу ҙа ойошто-ролған. Беҙгә көндәр торғанда эшләргә лә эшләргә генә ҡала…

Бесән әҙерләү менән бер рәттән хужалыҡ эшсәндәре сенаж һалыуға ла тотондо. Әле люцерна биләгән сәсеүлектең йәшел уңышы йыйыла.

Мал аҙығы наҡыҫлығын иҫәпкә алып, хужалыҡ игенселәре ошо арала көнбағыш сәсеүҙе тамамланы, был эште Фәрит Абдрахманов уңышлы атҡарып сыҡҡан.

— Хужалыҡ эшсәндәренең намыҫлы хеҙмәте менән һәр өлкәлә эш туҡтауһыҙ алып барыла. Иген культураларының уңышын урып-йыйыуға әҙерлек тулы кимәлдә, комбайндар төҙөк, улар тейешенсә көйләнгән. Фермалар ҡышҡылыҡҡа әҙер тиерлек, ҡуралар таҙартылды, дезинфекция үткәрелде, бер аҙ бәләкәй ремонт эштәре ҡалды. Ошо көндәрҙә төҙөлөш материалдары ҡайтарылһа, был эште лә теүәлләп ҡуясаҡбыҙ, — ти хужалыҡ етәксеһе Ғ. С. Ғәлләмов.

Хужалыҡта аҫралған малға тотош алғанда 600 тонна бесән, 2,5-3 мең тонна сенаж талап ителә.

— Тейешле аҙыҡ запасын булдырыуға бар көстө һаласаҡбыҙ, шуға ла төп бурыс — һәр көндөң ҡәҙерен белеп, ҡышҡылыҡҡа етерлек кимәлдә мал аҙығы туплау. Ваҡыттары менән иҫәпләшмәй эшләгән тырыш механизаторҙар менән ниәтебеҙгә ирешеүгә өмөт бағлайбыҙ, — ти Ғамир Сәлмән улы.

Р. ДАУЫТОВА.



Читайте нас: