+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
31 Июль 2018, 10:53

Иң шәп ҡымыҙ — «Ирәндек»теке!

«Ҡаҙмаш» ЯСЙ-һы етештергән ҡымыҙ ярышта икенсе урын менән билдәләнһә, «Ирәндек»тең шифалы эсемлеге иң яҡшыһы тип табылды.

Элек-электән Әбйәлил шифалы, тәмле ҡымыҙы менән дан тота. Күптән түгел «Йоматау» шифаханаһында үткән ҡымыҙсыларҙың республика бәйгеһендә әбйәлилдәр еңеү яулап, быны тағы бер раҫланы. «Ҡаҙмаш» ЯСЙ-һы етештергән ҡымыҙ ярышта икенсе урын менән билдәләнһә, «Ирәндек»тең шифалы эсемлеге иң яҡшыһы тип табылды һәм ЯСЙ етәксеһе Рөстәм менән технологы Гүзәлиә Махийәновтар 50 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды һәм «Йоматау» шифаханаһына юллама менән бүләкләнделәр.

Юл буйында урынлашҡан «Ирәндек» ҡымыҙ фермаһына юлаусыларҙың һуғылмай китеүе һирәк күренеш. Сөнки бында етештерелгән файҙалы эсемлекте бер тәмләгәндәр, артабан уны фәҡәт ошонан алыуҙы хуп күрә. Бындағы ҡымыҙҙың киң билдәлелек яулауына ошонда эшләгәндәрҙең намыҫлы, тырыш хеҙмәте һалынған.

«Ирәндек» ЯСЙ-һын етәкләгән Р. Р. Махийәновтың производствоны үҫтереү, ҡымыҙ етештереүҙә яңынан-яңы технологиялар ҡулланыу, ҡул аҫтында эшләүселәренең хеҙмәт шарттарын еңеләйтеү өсөн республика, ил генә түгел, хатта сит илдәрҙең бизнес өлкәһендәге тәжрибәһен бер туҡтауһыҙ өйрәнеүе, ҡулайлыларын үҙ эшендә индерергә ынтылыуы үҙ емешен бирмәй ҡалмай, әлбиттә.

Рөстәм Рәфҡәт улы йылҡысылыҡ тармағына 2011 йылда килә. Үҙе әйткәнсә, бер будканан башлап ебәрә, был мәлдә бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп үҙгәрештәр, яңылыҡтар индерелгән. Уларға өлгәшеү күпме ыҙалыҡтар, ниндәй ауырлыҡтар аша килеүен Р. Р. Махийәнов үҙе генә белә. Өс бағана ултыртып, яҡындан үткән электр линияһына тоташыуға ҡағыҙҙар йыйыу өсөн генә лә өс йыллап ваҡыты үтә. Ә күп эштәрҙе еңелләштереүҙә нәҡ электр энергияһы булыуы беренсел талап.

Был ҡымыҙ фермаһында районда тәүгеләрҙән булып бейәләрҙе аппарат менән һауыуға күскәндәр. Дүртенсе йыл инде «Делаваль» (Швеция) ярҙамында эштең был процесын механизациялау йөҙләгән бейәне көнөнә 4-5 тапҡыр һауған һауынсыларҙың эшен күпкә еңеләйткән һәм тиҙләткән. Йылҡы малына һыу эсереү, һауыу аппаратын йыуыу өсөн һыуҙы әллә ҡайҙан ташырға кәрәкмәй, эргәләге кранды асыу ҙа етә. Малдарға һоло һалыу өсөн махсус һауыт эшләнгән, тоҡтарҙы күтәреп йөрөйһө түгел, йәшниктең өҫтән люгы асыла, уға трактор куны менән һоло тейәлә, биҙрәгә ҡойолтоп алыу өсөн ҡулайламаһы ла бар.

2012 йылда ҡымыҙ бешеү, продукция менән һатыу итеү өсөн бәләкәй йорт төҙөлә. Уҙған йыл уға төкөтмә һуҡҡандар. Төкөтмәне ҡымыҙ етештереү цехы тип әйтергә була. Санитария талаптарына ярашлы, стена панель менән көпләнгән, иҙәнгә кафель һалынған. Йылы, һыуыҡ һыу бар. Тотонолған һыу канализация соҡорона китә, әйткәндәй, соҡор ҙа һөт продукцияһы етештерелгән урындан 35 метр алыҫлыҡта ҡаҙылып, талаптарға тура килтереп эшләнгән.

Әҙер продукцияны һаҡлау өсөн дүрт һыуытҡыс бар. Иң мөһиме — бында республиканың бер ҡымыҙ фермаһында ла булмаған ҡоролма ҡуйылған. Ижевск ҡалаһында етештерелгән һәм Рөстәм Махийәновтың заказы буйынса шәхсән үҙгәртеп эшләнгән оҙайлы пастерилизациялау ваннаһы (ВДТ) тип аталған аппарат ул.

— Был ҡоролма һөт продукттарын йылытыу, пастеризациялау һәм һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән. Файҙалы күләме 400 литр. Тутыҡмай торған ҡоростан өс ҡатлы итеп эшләнгән ҡоролманың стеналары араһында йылылыҡты алмаштырыусы, йәғни процесты көйләүсе «рубашка» тип йөрөтөлгән ҡабыҡ бар, уның ярҙамында кәрәкле температураны тоторға була. Эсендә торған болғатҡыс ярҙамында ҡымыҙ болғатылып тора ла инде. Күпмелер ваҡытта бер температурала һаҡлау режимы ла бар, — ти Рөстәм Рәфҡәт улы был ҡоролманың нисек эшләүен күрһәтеп. — Шулай уҡ продукцияны шешәләргә ҡойғанда уңайлы булһын өсөн дозатор менән махсус насос та ҡуйҙырҙыҡ.

Рөстәм Рәфҡәт улы әйтеүенсә, ҡы-мыҙҙы быяла шешәләргә ҡойоп һатып ҡарағандар, ул пластикка ҡарағанда хәүефһеҙерәк булһа ла, халыҡ ҡабул итмәгән.

Ошоға тиклем ҡымыҙҙы ағас көбөләрҙе ыҫлатып, шунда бешкәндәр. Тик заман башҡа заң башҡа, тигәндәй, бөгөн һатып алыусының ихтыяжы икенсе.

— Ыҫлағанда ерек ағасы яндырыла һәм уның көлө, көбөнөң онтағы бик аҙ ғына миҡдарҙа булһа ла эсемлеккә эләгә лә шешәнең төбөнә ултыра. Һатып алыу-сыны бындай тауар ҡәнәғәтләндермәй, сәбәбен һәр кемгә аңлатып булмай, — ти технолог, Р. Р. Махийәновтың ҡатыны Гүзәлиә Алсынбай ҡыҙы.

Продукцияның күпселек өлөшө Өфө ҡулланыусыларына китә. Һәр партияны, әйтеүҙәренсә, дәғүәләр булмаҫлыҡ итеп ебәрергә бурыслылар. Өфөгә оҙатыр алдынан шешәләргә этикеткалар йәбештерелә. Уның да үҙ талабы — бер миллиметрға ла ҡыйыш йәбештерелергә тейеш түгел. Был эш Махийәновтарҙың ҡыҙҙары Әминәгә һәм Зилә менән Дилә Сабитоваларға ышанып тапшырылған. Өфөгә продукция ебәрер көндө бында эш ҡайнап тора: кемдер шешәгә ҡымыҙ тултыра, икенсеһе ҡапҡасын яба, өсөнсөһө наклейка йәбештерә, сираттағыһы һы-уытҡыстарға урынлаштыра…

Шәхси хужалыҡ булғас, коллективта, нигеҙҙә, Рөстәм Рәфҡәт улының туғандары, таныштары тупланған. Шуға ла барыһы ла берҙәм булып, яҡшы һуңғы һөҙөмтә өсөн ҡыҙыҡһынып, ең һыҙғанып эшләй.

Өс өйөрҙә йөрөгән бейәләрҙе Һәҙиә Дауытова, Вәлимә Дилмөхәмәтова һауа.

Ҡымыҙҙың тәме бейәнең ниндәй үлән менән туҡланыуына ла бәйле икән, көтөүселәр Даян Хаҡыев менән Әсфәндийәр Әхмәҙиев малды көнө-төнө тигәндәй иркен йөрөтөп, туйғансы ашата. Әйткәндәй, малдарға ҡуйылған «маячоктар» йылҡыларҙан күҙ яҙҙырғанда, уларҙың ҡайҙа утлауын шунда уҡ табырға мөмкинлек бирә.

— Селекция эшенә етди иғтибар бирәбеҙ, һәр малға тамға баҫылған, ҡасан үрсем алынғанлығы, башҡа мәғлүмәттәр аныҡ һәм теүәл алып барыла. Быйыл өс йәшлек 34 бейәне төп көтөүгә индерҙек, сөнки, элек-электән билдәле булыуынса, нәҡ өс йәштән уҙған бейәләрҙең һөтө иң шифалыһы, иң тәмлеһе, — тип дауам итә Рөстәм Рәфҡәт улы.

Ҙур күләмдә етештерелгән ҡулланыу осоро сикле булған тауарҙың үтемлеге менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.

— Тулайым һауымды халыҡтың ихтыяжына ҡарап һауабыҙ. Бейәләрҙе һауып та, ҡымыҙҙы һата алмай, ергә түгеүҙән файҙа юҡ. Продукцияға һорау кәмеһә, ҡайһы бер бейәләрҙе һаумай, ҡолондарҙы ҡушабыҙ. Көнөнә нисә тапҡыр һауыу ҙа ошоға бәйле, — ти йүнсел хужа.

Ферманың биләмәһен төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай етәксе. Быйыл үҙ биләмәһе ерендә төҙөлгән «Урал аръяғы Агро» МТС-ы Әбйәлил филиалының бәләкәй йортон һатып алған, бөгөн ул көтөүселәргә ял итеү урыны булып хеҙмәт итә. Хәҙер биләмәһен тоташлайы тимер менән кәртәләп алыу уйы менән яна фермер.

— Ағас бағаналар өс йылда серей. Шуға күрә, тимер бағаналар ултыртып, тимер менән кәртәләргә иҫәп, ҡиммәткә төшһә лә, ул үҙен аҡлаясаҡ, — тип дауам итә әңгәмәсем.

Биләмәлә сейә ҡыҙарып бешеп килә. Тик алма менән грушаға был ерҙең хужалары булған ҡуяндар кимереп, үҫергә бирмәгән икән. Шуға ла емеш ағастары менән аралаштырып мышар, балан да ултыртырға уйлайҙар.

Аныҡ пландар ҡуйып, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән баҡҡан Рөстәм Махийәновтың эшенең артабан да уң барырына, бизнесының сәскә атырына шик юҡ.

Читайте нас: