«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарының таҙалығы шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Иген игеү оҫталығына күптән эйә булған хужалыҡ эшсәндәре баҫыуҙарҙы туҡландырыуға, химик эшкәртеүгә ҙур иғтибар биреп, мул уңыш үҫтереүгә өлгәшә лә инде. Бөгөн хужалыҡ баҫыуҙарында эш гөрләп тора: сенаж һалыу дәррәү бара, техник культураларҙы урыуға төшкәндәр.
Шаршамбы көндө хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙары Мөхәмәт Ахунов менән Риф Ғәлиуллин Селиван ауылы янындағы 400 гектарлыҡ баҫыуҙағы шипкәнде яҫмаларға һала ине. Уларҙың урғыс комбайндарының баҫыуҙы ҙур тиҙлектә иңләүенә күҙ ҙә эйәрмәй.
— Был баҫыуға кисә төштөк, иртәгә тамамларға иҫәп. Көн торғанда тулы көскә эшләргә тырышабыҙ: иртән ысыҡ кибеү менән төшәбеҙ һәм ҡараңғы төшкәнсе сабабыҙ, — ти улар.
Был игенселәр хужалыҡ баҫыуҙарын йыл аҙағынаса иңләй: культуралар бер-бер артлы өлгөрә һәм иң һуңынан көнбағышты игенгә сабалар.
АХК-ның баш агрономы Р. Ф. Сәфәрғәлин әйтеүенсә, был техник культураны киләһе аҙнала һуғыуға төшәсәктәр, гектарынан яҡынса 12 центнер уңыш йыйып алырға планлаштыралар. Шипкән ҙур һорау менән файҙалана икән, был культураны бөгөн хужалыҡтан һатып алыусылар ҙа бар.
— Шипкәнде сабып бөткәс, сиратта — ужым арышы баҫыуҙары. Бөтә эшсәндәр ҙә ҙур көс түгеп үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу маҡсатында тырышып эшләй, — ти Рим Фәрит улы мал аҙығы әҙерләүселәр, игенселәр эшенән ҡәнәғәт булыуын белдереп.
Һамар янындағы люцерна баҫыуында техниканың күплеге күҙгә ташлана, бында сенаж һалыу эше дәррәү бара. Әйткәндәй, был баҫыуҙан уңыш икенсе тапҡырға йыйыла икән.
Ришат Нафиҡов сапҡан люцернаны Альберт Яуымбаев менән Алгиз Вәлиев яҫмаларға һала. Улар артынса Зөбәйер Айытбаев үҙенең пресс-йыйғысында яҫмаларҙы төктәргә өйөрөлтә һәм махсус сетка менән ҡаплай.
Әҙер сенаж рулондарын Дим Рамаҙанов, Марат Ғәлиуллин, Рөстәм Әхмәтов, Александр Ос-кин идара иткән КамАЗ-дарға бер-бер артлы тейәп, тотҡарлыҡһыҙ оҙатып тора.
Сенаж һаҡлауға Озерный фермаһының мал аҙығы ихатаһына ташыла, тәүге уңыш та ошонда һалынған. Мал аҙығы әҙерләүселәр үҙҙәре әйтмешләй, бында сенаж «колбасаһы» яһала, йәғни ташылған рулондар колбаса рәүешенә килтерелеп һаҡлана.
Колбасаны яһау өсөн бында урағыс тип аталған үҙ йөрөшлө ҡорамал тора, уға Камил Ҡәйепов оҫта идара итә. Сенаж төктәрен тейәгән машина килеү менән иң элек был ҡорамалға һалам төгө ҡуйыла һәм уратыла, был бөкө ролен үтәй, йәғни йәшел массаға һауа үтеп, уны серетмәһен өсөн эшләнә икән. Унан инде машиналарҙан рулондарҙы тейәгестә Александр Чуев етеҙ генә берәмләп алып килеп һалып тора, Камил шунда уҡ пленка менән уратып бара, машина бушатып бөтөү менән тағы бер төк һалам ҡуйып уратыла. Бына шулай итеп колбаса килеп сыға ла инде.
Ҡыш көндәре малға ашатыу өсөн уны ысҡындырып алыуы мәшәҡәтле түгелме икәнлеге менән ҡыҙыҡһындыҡ.
— Бер ҡыйынлығы ла юҡ, пленканы бысаҡ менән генә ҡырҡып алырға мөмкин, сеткаһы ла еңел ысҡына. Иң мөһиме — сифатлы мал аҙығы буласаҡ, — тип аңлата зоотехник Шәфҡәт Шәмсетдинов.
«Красная Башкирия» АХК-һында водитель-механизаторҙар, тракторсы-комбайнсылар араһында йәштәрҙең күп булыуы күҙгә ташланды. Хужалыҡҡа эшкә йәштәр килә икән, тимәк, уның киләсәге бар.
Һүрәттә: Марат Ғәлиуллин, Александр Осокин, Ришат Нафиҡов, Шәфҡәт Шәмсетдинов.