Районда аяғында ныҡ баҫып торған, эшҡыуарлыҡтың төрлө йүнәлештәрендә үҙен һынап, ярайһы ғына уңыштарға өлгәшкән фермерҙың береһе ул Рамил Юлдыбаев. Эшҡыуар һәр һатып алыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә ала, тиһәк тә хата булмаҫ, моғайын. Сөнки ул үҙ хужалығында етештереп, халыҡҡа итен, һөтөн, май-ҡаймағын, эремсеген, ҡымыҙын, йомортҡаһын һәм башҡаһын тәҡдим итә.
Продукция алыу өсөн, әлбиттә, иң элек, малдарҙы тейешенсә ашатыу зарур. Шуға ла фермер мал аҙығы туплауға етди иғтибар бирә. Быйыл яуым-төшөм етерлек булмағас, үлән мул түгел, шулай ҙа үҙендә аҫралған мал һанына етерлек аҙыҡ запасы булдырырға ниәтләй ул. Рамил Рәжәп улы әйтеүенсә, талап ителгән 400 тонна бесән, ике мең тонна сенаж әҙерләнһә, ҡышты уйһыҙ сығырға була.
Бөгөн Р. Р. Юлдыбаевтың хужалығында мал аҙығы әҙерләү кампанияһы дәррәү бара.
— Сабылған бесән йыйып, төктәргә төрөлә, аҙыҡ ихатаһына ташыла, шул уҡ ваҡытта сенаж һалыу бара, бөгөн-иртән арышҡа төшәбеҙ, — тип эштәрен барлай баҫыуға юл ыңғайы Рамил Рәжәп улы.
Пресс-йыйғыста Риф Сәйфелмөлөков яҫмаларҙы йыйып, рулонға төрөп йөрөгән баҫыуға яҡынлашыуыбыҙға, бер аҙ ямғыр һибәләп үткәнен күргәс, шунда уҡ йүнсел хужа бесән ташыуҙа мәшғүл булған техниканы сенажға күсерергә фарман бирҙе. Культураһы сенажға сабылған баҫыуҙа ҡарар күҙгә матур күренеп, һыҙат-һыҙат булып үҫеп ултырған көнбағыш менән һоло иғтибарҙы йәлеп итте.
— Был ике культураны бергә ҡушып сәсеп, уңышын йыйған ваҡыттар ҙа булды. Һуңғы йылдарҙа һыҙатлап айырым сәсәбеҙ, сөнки ошолай ултыртҡанда көнбағыш менән һоло бер-береһенә ҡамасауламай, тыныс ҡына үҫеүен белә. Бындай баҫыуҙа уларҙың гектар төшөмө лә мулыраҡ була, – тип аңлатма бирә әңгәмәсем.
Был баҫыуҙағы культура-ларҙы Динар Хәкимов һәм Юлай Әхмәтов сабып, яҫмаларға һалып бара. Улар артынса тәжрибәле механизатор Шәйхислам Итекәев йәшел масса уңышын йыйып, тураҡлап, йөк ташыуҙа йөрөгән Вәғиз Махийәнов, Һиҙиәт Әүбәкеров, Алик Хәсәновтарҙың техникаһына тейәп оҙатып тора. Аҙыҡ ихатаһына килтерелгән сенажды яҡшы сифатта һаҡланһын өсөн тапатып, һаҡлауға һалыу эше Раил Байрамғоловҡа йөкмәтелгән.
— Әбдрәш тирәһендә, ғәҙәттә, яуым-төшөм аҙ. Шуға ла ауыл тирәләй баҫыуҙарҙа ҡоролоҡҡа бирешмәүсән культураларҙы сәсәм. Бына етен, рапс быйылғы ҡоро йылда ла ярайһы уҡ уңыш бирмәксе, — тип сәсеүлектәрен күрһәтеп, ҡыуанысы менән уртаҡлаша фермер.
Рамил Рәжәп улы әйтеүенсә, ул табыш килтергәндәй культуралар сәсеүгә өҫтөнлөк бирә. Был шулай булырға тейештер ҙә, сөнки һәр кем һуңғы һөҙөмтә өсөн эшләй бит.
— Етен 1200 гектарҙы биләй, уны һатып алыусылар әле үк бар. 120 гектар майҙанда сәселгән рапстың тамырын һатып алырға әҙерҙәр, — ти ул. Иген культуралары игеү ҙә һөҙөмтәле булһын өсөн, киләсәктә халыҡҡа ҡатнаш аҙыҡ, иген фуражы һатыуҙы юлға һалыу маҡсатында Сибай ҡалаһында ангар һатып алған, быйылғы йыл уңышын шундағы сауҙа нөктәһенән һатып буласаҡ.
Рамил Юлдыбаев КФХ-ла аҫралған бөтә малды йәйгелеккә базанан ситкә, йәйләүгә күсерә. Быйыл ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һыйырҙар өсөн йәйге лагерь барлыҡҡа килгән: биләмә кәртәләп алынып, унда бина төҙөлгән. Профлист менән көпләнгән ҡура һөт, мотор, һауыу блоктарына, малдарҙы яһалма ҡасырыу пунктына бүленгән. «Делаваль» фирмаһының һөт һы-уытҡыстары ҡуйылған. Һауынсыларға һауылған һөттө күтәреп йөрөйһө түгел, продукция һөт үткәргес буйлап тура һыуытҡысҡа бара. Бинаға инженер коммуникациялары үткәрелгән, иҙәнгә бетон түшәлгән. Ғөмүмән, малсылар өсөн йәйләүҙә лә бына тигән шарттар булдырылған.
Йылға аръяғында урынлашҡан ҡымыҙ фермаһында 21 баш һауын бейә бар. Бейәләрҙе Гөлгөнә Сәйфуллина көнөнә биш тапҡыр һауа. Бында ла бейәләр аппарат ярҙамында һауыла. Гөлгөнәнең ҡарамағында 8 һауын кәзәһе лә бар. Өҫтәүенә, бейә һәм кәзә һөтөнән ҡымыҙҙы ла үҙе бешә.
— Ошоға тиклем бейә һауыу түгел, аттарға яҡын барырға ҡурҡа торғайным. Хәҙер һауам да, бейә һөтөнән, кәзә һөтөнән ҡымыҙ ҙа эшләйем, — ти ул, ҡәнәғәт йылмайып.
Эйе, теләк булһа, эш ҡарышмай. Рамил Юлдыбаевтың ҡымыҙын яратып һатып алалар икән, тимәк, Гөлгөнә Сәйфуллина ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән тигән һүҙ.
Йылҡы малдарын тәрбиәләү Ғирфан Мөхтәровҡа ышанып тапшырылған.
Р. Р. Юлдыбаев үҙ хужалығында етештерелгән һөт-ит продукцияһын һатыу эшен күптән яйға һалған. Уның Магнитогорск һәм Сибай ҡалаларындағы һатыу нөктәләрендә сифатлы аҙыҡ-түлек ҙур һорау менән файҙалана.
— Магнитогорск ҡалаһы гипермаркеттары етәкселеге менән «Урал фермеры» тип исемләнгән проект эшләнә, уға ярашлы яҡын киләсәктә Магнитогорскиҙағы «Радуга вкуса» сауҙа үҙәге бинаһы эсендә үҙебеҙҙең һатыу нөктәһе буласаҡ. Ул павильон сентябрҙән эш башлаясаҡ тип көтөлә. Әлегә беҙ продукциябыҙҙы урамда тороп һатабыҙ, — тип уртаҡлаша яҡын киләсәккә пландары менән Рамил Рәжәп улы.
Бынан тыш, Сиҙәм ауылында ла үҙенең һатыу нөктәһен булдырмаҡсы. Бөгөн иҫке мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре алып барыла. Унда, Рамил Рәжәп улы һүҙҙәренә ҡарағанда, хужалыҡта етештерелгән аҙыҡ-түлек менән һатыу итеү нөктәһе менән бергә ашхана урынлашасаҡ. Әҙерләнгән ризыҡты баҫыуҙарға, фермаға йөрөтөп таратырға ғына кәрәк була. Әлегә ашхана Әбдрәш фермаһы биләмәһендә ҡулайлаштырылған бинала көн күрә һәм, әйтергә кәрәк, ул ҡыҙыу эш осоронда ғына түгел, ә йыл әйләнәһенә эшләй.
Кеше яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, етештереүсәнле эшләһен өсөн уның тамағы туҡ булырға тейеш тигән принциптан сығып эш итә фермер. Светлана Чубанова менән Римма Клинкина үҙҙәрендә үҫтерелгән һәм етештерелгән аҙыҡтарҙан бешерелгән тәмле ризыҡ менән һыйлай эшселәрҙе. Икмәкте лә үҙҙәре һалыуҙы хуп күрә.
Һуңғы һөҙөмтә өсөн тырышып эшләү продукцияһының сифатында сағыла. Юғары сифатлы продукция үтемле лә була. Тауары һатылғас — аҡсаһы ла бар. Алынған килемдең билдәле күләмен производствоны үҫтереүгә йүнәлтә алдынғы ҡарашлы етәксе.
Һуңғы йылда ғына техника паркын һиҙелерлек яңыртыуға өлгәшкәндәр. Мәҫәлән, «Омичка», «Томь» кеүек сәскестәр яҙғы сәсеү осоронда һынау үткән дә инде. Сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән һиптерткестәр ҡайтартылған, заманса тырма алынған. Әле миҙгеленә күрә киң файҙаланылған урғыстар, пресс-йыйғыс һәм башҡа ҡорамаладар баҫыу-ҙарҙы иңләй.
Тағы ла картуф үҫтереү өсөн күп ҡорамал алынған: сәсеү, йыйыу, уңышты сорттарға айырыу, һыу һиптереү өсөн насос, картуф күмгес (уның менән шулай уҡ әйләндереп рәт араларын эшкәртергә лә була). Киләсәктә картуф үҫтереү буйынса ауыл хужалығы кооперативы төҙөү уйы менән янған Р. Р. Юлдыбаевҡа бындай ҡорамалдар уғата кәрәкле.
Эш шунда, Хөкүмәт ҡарары менән ауыл хужалығы кооперативтарына кире ҡайтарылмай торған гранттар бүлеү ҡаралған. Беҙҙең райондан алты төркөм, документтарын әҙерләп, республиканың Ауыл хужалығы министрлығына тапшырған. Улар араһында картуф үҫтереү буйынса проект ҡуйған Р. Р. Юлдыбаевтың инициатив төркөмө лә бар. Конкурста еңеп сыҡҡан хәлдә, кооператив төҙөүгә өс миллион һумға тиклем субсидия алыуға иҫәп тоторға була. Был аҡса кооперативтың эш йүнәлешенә ярашлы документтарҙа яҙылғанса тотонолорға тейеш.
Ауыл хужалығы кооперативына әле крәҫтиән-фермер хужалығында эшләгән бөтә эшсәндәр, уларҙың ата-әсәләре, компаньондар инәсәк. Етәксене лә улар үҙҙәре билдәләйәсәк. «Иң мөһиме, халыҡ берләшеп, дөйөм эште башҡарып, үҙҙәренә аҡса эшләйәсәк», — тигән фекерҙә Р. Р. Юлдыбаев. Был тәңгәлдә әҙерлек эштәрен башлаған да инде йүнсел хужа. Фермер быйыл алты гектар майҙанда Ульяновск ҡалаһынан һатып алынған элиталы картуф ултыртҡан.
— Урал аръяғы УЭМВС-ы менән килешеү буйынса йәй дауамында өс тапҡыр һыу һиптерҙек, — ти Рамил Рәжәп улы матур булып үҫеп ултырған, ҡый үләндәренән таҙа картуф баҫыуын күрһәтеп. — Кооперативҡа ойоша ҡалһаҡ, әлбиттә, ер арендаға биреләсәк. Дөйөм тырышлыҡ менән эшләп алынған, йәғни картуф үҫтереүҙән килгән аҡса кооператив ағзаларының барыһына ла бүленәсәк. Өҫтәүенә, был тармаҡты үҫтереүгә хөкүмәттең дә аҡса бүлеүен иҫәпкә алһаҡ, был ауыл эшсәндәре өсөн бик ҡулайлы тәҡдим.
Конкурстан үтеп, кооператив төҙөлһә, картуф үҫтереү өсөн етешмәгән ҡорамалдар, продукцияны һаҡлау өсөн келәт кәрәк буласаҡ. Кооперативтың аҡсаһын ни маҡсатта тотоноуҙы ла тик унда ағза булған кешеләр үҙҙәре хәл итәсәк икән.
Был тәңгәлдә эш китһә, картуф ерен ҙурайтыу талап ителәсәге көн кеүек асыҡ. Шуға ла фермер был маҡсатта тағы 50 гектар ерҙе эшкәртеп тә ҡуйған, мал тапамаһын өсөн баҫыуҙы кәртәләгән.
— Икенсе икмәк булған картуфты һатып алыусы күберәк булһа, сәсеү майҙанын тағы ла арттырырға мөмкин, — ти фермер. — Иң мөһиме, үҙҙәре башҡарған эштең һөҙөмтәһен күргән кооператив ағзалары тағы ла яҡшыраҡ эшләргә, юғарыраҡ нәтижәләргә өлгәшергә тырышасаҡ. Кооперацияның төп асылы ла етештерелгән продукцияны осһоҙ хаҡҡа алып, һатырға ебәрергә түгел, ә ҡулайлы хаҡ менән һатып, килем алыуҙа бит.