+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
24 Август 2018, 16:15

Ергә һаҡсыл ҡараш менән

«Красная Башкирия» АХК-һы ерҙе эшкәртеүҙең No-till һәм Strip-till технологияларын өйрәнеү буйынса Башҡортостан, Рәсәй аграрийҙары өсөн генә тәжрибә майҙансығы түгел, бында хатта сит илдән дә тәжрибә өйрәнергә киләләр. Йыл һайын республиканың Фәндәр академияһы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары тарафынан технологияларҙың һөҙөмтәлеген күҙәтеү буйынса хужалыҡ баҫыуҙарында тәжрибәләр һалына.

Ошо көндәрҙә был ауыл хужалығы кооперативы базаһында Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы, БР Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт аграр университеты AGCO-RM (АҠШ), Матрикс Универсал и Сингента фирмалары менән берлектә Бөтә Рәсәй фәнни-етештереү семинары уҙҙы. Уның эшендә Башҡортостандан, Пермь, Силәбе, Волгоград, Орел һәм башҡа өлкәләрҙән хужалыҡтар етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.

Мәртәбәле семинарҙы үткәреү өсөн «Красная Башкирия» хужалығы юҡҡа ғына һайлап алынмаған. Инде һигеҙ йыл был хужалыҡта игенселектә иң алдынғы системаларҙың береһе һаналған No-till технологияһы ҡулланыла. Нәҡ ошо технологияны файҙаланыу хужалыҡҡа йылдың ниндәй килеүенә ҡарамаҫтан тотороҡло мул уңыш алырға һәм, һөҙөмтәлә, юғары етештереү-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, хужалыҡ баҫыуҙарындағы ғәҙәти технологиялар файҙаланылған ваҡытта юғалтылған тупраҡтың уңдырышлылығы кире тергеҙелә башлаған.

Һуңғы өс йылда «Красная Башкирия» АХК-һы көнбағыш һәм кукурузды игеүҙә Strip-till технологияһын уңышлы ҡуллана. Бындай яңылыҡты индереү аралыҡлы культуралар уңышын 25-30 процентҡа күтәрергә мөмкинлек биргән. Ошондай ергә һаҡсыл ҡараш булдырған технологияларҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә өлгәшелгән уңыштарын, тәүге осорҙа осраған уңышһыҙлыҡтарын бәйән итте семинарҙа ҡатнашыусыларға хужалыҡ етәксеһе Р. С. Фәхрисламов.

— Был хужалыҡ тәүгеләрҙән булып алдынғы технологияларҙы индерә башланы һәм яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Урал аръяғында уңышлылыҡ һәм тулайым иген йыйыу буйынса «Красная Башкирия»ға етеүсе юҡ. No-till һәм Strip-till технологияларын ҡулланыу һөҙөмтәһендә хужалыҡ һуңғы биш йылда матди-техник базаһын нығытып ҡына ҡалманы, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү буйынса ла алға китте, — тип башланы үҙенең сығышын БР Фәндәр академияһының биология һәм ауыл хужалығы бүлексәһенең академигы-секретары, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Х. М. Сафин.

Артабан Хәлил Мәсғүт улы республикала алдынғы технологиялар Әбйәлилдән тыш, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош райондарында әүҙем индерелеүен билдәләне һәм технологияларҙы тәбиғәт шарттарына ярашлы ҡулланыу үҙенсәлектәренә, «Красная Башкирия» АХК-һы, республиканың башҡа хужалыҡтары баҫыу-ҙарында үткәрелгән баҫыу тәжрибәләре йомғаҡтарына етди туҡталды.

Башҡорт дәүләт аграр университеты доценттары Д. С. Әйүпов менән Ф. М. Дәүләтшин тупраҡ киҫелешендә ҡулланылыусы алдынғы технологияларҙың тупраҡҡа тәьҫирен күрһәтте, тупраҡҡа анализ яһау менән япраҡты диагностикалау лабраториялары эше менән таныштырҙы.

AGCO-RM (АҠШ), Матрикс Универсал и Сингента фирмалары белгестәре үҫемлекселек, ауыл хужалығы машиналарын файҙаланыу өлкәһендәге яңылыҡтар хаҡында һөйләне.

Хужалыҡ алдынғы технология буйынса эшләүҙә тик AGCO-RM (АҠШ) фирмаһы техникаһын ҡуллана. Шуға ла был фирма белгесе Кэмерон Макензи бында йыш ҡунаҡ.

Семинарҙа ҡатнашыусылар Strip-till технологияһы буйынса үҫтерелгән көнбағыш һәм кукуруз баҫыуҙарындағы фәнни-етештереү станцияларында булды, һәр кем Башҡортостандың фәндәр академияһы һәм аграр университет ғалимдарына, AGCO-RM фирмаһы, Матрикс Универсал и Сингента компаниялары вәкилдәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, тулы яуап алды, улар-ға тупраҡҡа анализ эшләүҙең һәм картограмма яһауҙың инновацион системаһын өйрәнеү мөмкинлеген бирелде.

Тәжрибә баҫыуындағы аралыҡлы культураларҙың ауыл хужалығы өсөн бик үк уңышлы килмәгән йылда ла ике метрға яҡын буйға етеүенән, көнбағыштың башы менән кукуруздың сәкәне тос булыуынан Strip-till технологияһының нисек эшләүен ғәмәлдә асыҡ күрҙе ҡунаҡтар.

— Яҡын киләсәктә Strip-till технологияһы республикала, тәү сиратта, кукуруз менән көнбағыштан тыш, шәкәр сөгөлдөрө, рапс һәм иген культуралары баҫыу-ҙарында индереләсәк. Сөнки Башҡор-тостандың тәбиғи-климат шарттары был технологияны ҡулланыуҙы талап итә: беҙҙә сәсеүлектәрҙә культуралар күтәрелгән ваҡытта яуым-төшөм етерлек булмай, вегетация осоро ҡыҫҡа, өҫтәүенә ғәҙәти алым менән сәскәндә күпме кеше һәм техника талап ителә, ә былар барыһы ла аҡсаға ҡайтып ҡала. Технология тупраҡ һәм ел эрозияһының кире йоғонтоһон күпкә кәметергә мөмкинлек бирә, — ти Хәлил Мәсғүт улы.

Профессор фекеренсә, яңы технология шулай уҡ был культураларҙы иртәрәк сәсергә, ярашлы рәүештә уларҙың иртәрәк шытып сығыуына, үҫеүенә һәм ҡый үләндәренә бирешмәүенә булышлыҡ итә. Алдынғы технологияларҙы ҡулланғанда тупраҡ тығыҙлана, тамыр һәм ҡамыл ҡалдыҡтарынан органик масса арта, ямғыр селәүсендәре күбәйә, тупраҡтың һыу-физик үҙенсәлеге яҡшыра, һөҙөмтәлә ер артыҡ эшкәртеүҙе талап итмәй икән.

— Башҡортостан һәм Рәсәйҙең тупраҡ-климат шарттары әлегә ныҡлап өйрәнелмәгән һәм улар төрлө төбәктә төрлө сәсеү әйләнештәре (культуралар) өсөн баҫыуҙарҙа күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр үткәреүҙе талап итә, — тип тамамланы семинарҙы Х. М. Сафин.

Семинар эшендә республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов ҡатнашты.
Читайте нас: