Районда ураҡ эштәре барышы хаҡында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов һөйләй:
— Бөгөн борсаҡ һуғыу тамамланды. Уның гектар ҡеүәте уртаса 15 центнер. Һоло төшөмө 14-15 центнерҙан көтөлә. Бөгөн «Башаҡ» хужалығында был культура сағыштырмаса мул уңыш бирә, әлегә 18 центнерҙан килә. Ҡайһы бер предприятиелар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары бойҙай менән арпаны һуғыуға төштөләр. Тотош алғанда, кисәге көнгә район буйынса 13500 гектарҙа иген һәм техник культуралар сабылды, шуның 11500 гектары йыйып һуғылды. Урылған баҫыуҙар буйынса әлегә бойҙай уңышы — 12, арпаныҡы 14,3 центнерҙан килә.
Шулай уҡ етен, рапс яҫмаларға һалынды, уларҙың өлгөргәнен көтәбеҙ. Быйыл һуңлап яуған ямғырҙарҙан һуң баҫыуҙарҙа үләндең күтәрелеүе культураларҙы туранан-тура урып-һуғырға мөмкинлек бирмәй, шуға ла иң элек сабабыҙ, унан инде яҫмаларҙы йыйып-һуғырға кәрәк. Урғыстарға көс төшә. Сөнки бер үк ваҡытта бесән әҙерләү дауам итә (кисәге көнгә 17000 тонна әҙерләнгән), кукуруз менән көнбағыш сенажға (13000 тонна һалынған) сабыла. Ошо көндәрҙә силос һала башлаясаҡбыҙ. Әйткәндәй, бесән төшөмө аҙ булғас, хужалыҡтар, КФХ-лар бөгөн килешеү буйынса Силәбе өлкәһендә бесән әҙерләүҙе дауам итә. Дөйөм алғанда, һәр урында ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы запасы туплау менән мәшғүлдәр.
Шул уҡ ваҡытта район игенселәре баҫыуҙарҙы киләһе йыл уңышына әҙерләү эшен дә күҙ уңынан ысҡындырмай. Бөгөн «Әбйәлил сорт участкаһы», «Башаҡ» хужалыҡтары уңышы йыйып алынған майҙандарҙы эшкәртеүҙе алып бара. Сөнки ерҙе тейешенсә тәрбиәләмәйенсә уңышҡа өмөт булмағанды улар яҡшы аңлай.