+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
31 Август 2018, 11:43

«Күсем»дә эштәр гөрләй

«Күсем» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте игенселәре аяҙ көндөң һәр сәғәтен һөҙөмтәле файҙаланып, быйылғы ауыр шарттарҙа ҙур ҡыйынлыҡтар менән үҫтерелгән культураларҙы ҡыҫҡа ваҡытта юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бар тырышлығын һала.

«Күсем» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте игенселәре аяҙ көндөң һәр сәғәтен һөҙөмтәле файҙаланып, быйылғы ауыр шарттарҙа ҙур ҡыйынлыҡтар менән үҫтерелгән культураларҙы ҡыҫҡа ваҡытта юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бар тырышлығын һала.

— Беҙҙә, дөйөм алғанда иген культуралары 1500 гектарҙы биләй, тағы 500 гектарҙа мал аҙығы культуралары сәселгән. Бөгөн эштең ҡыҙыу мәле: бесән әҙерләү темпы кәмемәй, силос һалыу бара, ураҡҡа төшкәнбеҙ. Ауыл хужалығы өсөн бик үк уңай килмәгән йылда шунһыҙ булмай ҙа, ҡышҡылыҡҡа мөмкин тиклем аҙыҡ тупларға, күп көс түгеп үҫтерелгән уңышты йыйып алырға ла кәрәк бит, — тип таныштыра хужалыҡтағы эштәр барышы менән «Күсем» ЯСЙ-һы етәксеһе Ә. Р. Мортазин. — Игенселәр яуаплы осорға трактор-комбайндарын, агрегаттарҙы етди әҙерләне. Шулай ҙа эште үҙ көсөбөҙ менән башҡарып сығып булмаҫ тип ситтән дә техника йәлеп иттек. Уларҙы, шулай уҡ баҫыу эшсәндәрен ашнаҡсылар Рәйлә Йәһүҙина менән Вәсилә Һибәтуллина тарафынан әҙерләнгән ризыҡ менән көнөнә дүрт тапҡыр ашатыу ойошторолған.

Әхәт Рафиҡ улы бесән әҙерләүҙә, силос һалыуҙа йөрөгән механизаторҙар Айнур Сурин, Зариф Мәхмүтов, Әхтәм Рәхимов һәм Наил Хәйбуллиндарҙың тырыш хеҙмәтен айырыуса маҡтап телгә алды.

Бөгөн хужалыҡта һоло урып һуғыла. Быға тиклем 50 гектарҙағы арыш йыйып алынған, был культураның уңышы уртаса гектарынан 15 центнер тәшкил иткән.

— Бөгөн һолоға төштөк, уның уңышы ҡайтышыраҡ — гектар төшөмө 10 центнерҙан булыр тип күҙаллайбыҙ, — тип дауам итә Әхәт Рафиҡ улы.

Һоло баҫыуын хужалыҡтың булған берҙән-бер Дон-1500 комбайны иңләй. Баҫыу карабының штурвалы артында хужалыҡтың алдынғы эшсәндәренең береһе — И. Ә. Байгилдин (һүрәттә).

— Һоло бик тәпәш булып үҫкән, шуға күрә урғыстың мотовилоһын түбәнерәк төшөрөп көйләү өсөн туҡтаным, — тип һүҙ башланы Ишдәүләт Әхтәм улы. — Ә былай, көндәр һәйбәт торғанда, иртәнән кискә тиклем эшләйбеҙ ҙә эшләйбеҙ.

Ошоға тиклем «Ҡыҙылъяр» крәҫтиән-фермер хужалығында, «Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалында эшләп, ҙур тәжрибә туплаған механизатор «Күсем» предприятиеһында тиҫтә йыл эшләү осоронда ла бер ҙә һынатмаған, исеме һәр саҡ райондың алдынғы эшсәндәре араһында.

Ишдәүләт Байгилдин ураҡ мәлендә комбайнға ултырһа, башҡа миҙгелдә ул Т-150 тракторында хужалыҡтың бөтә эштәрендә ҡатнаша. Быйылғы яҙғы сәсеү йомғаҡтары буйынса юғары етештереү күрһәткестәре өсөн уға район һабантуйында «Сәсеү батыры» таҫмаһы тағылды һәм райондың Почет грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.

— Яҙ ҙа, көҙ ҙә бары тәжрибәле, игенсе хеҙмәтенең әсеһен-сөсөһөн татыған уңған егеттәргә таянып ерҙе эшкәртәбеҙ, сәсәбеҙ, урабыҙ. Уларҙың дөйөм тырышлығы менән быйылғы уңыш та юғалтыуһыҙ йыйып алыныр, мал аҙығы мөмкин булғанса тупланыр, тигән ышаныстабыҙ, — тине хушлашҡанда Әхәт Рафиҡ улы ер эшенә тоғро ҡалған механизаторҙарҙың хеҙмәтен оло баһалап.

Р. ИТАЛМАСОВА.
Читайте нас: