+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
7 Сентябрь 2018, 11:21

Һәр аяҙ сәғәт ҡәҙерле

Йәкшәмбелә яуып үткән ямғырҙар мал аҙығы әҙерләү, ураҡ эштәрен бер аҙ тотҡарланы. Шулай ҙа ҡояш йылы нурҙарын таратып, көндәр аяҙға тартҡас, игенселәр йәнә баҫыуға сыҡты. Бөгөн һәр ерҙә ураҡтың ҡыҙған мәле — алтынға бәрәбәр иген баҫыуҙарын комбайндар иңләй, ырҙын табағына, элеваторға ашлыҡ тейәлгән машина-тракторҙар ағыла.

Йәкшәмбелә яуып үткән ямғырҙар мал аҙығы әҙерләү, ураҡ эштәрен бер аҙ тотҡарланы. Шулай ҙа ҡояш йылы нурҙарын таратып, көндәр аяҙға тартҡас, игенселәр йәнә баҫыуға сыҡты. Бөгөн һәр ерҙә ураҡтың ҡыҙған мәле — алтынға бәрәбәр иген баҫыуҙарын комбайндар иңләй, ырҙын табағына, элеваторға ашлыҡ тейәлгән машина-тракторҙар ағыла.

«Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте игенселәре лә үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бар көстәрен һала. Быйылғы йыл үҙенсәлектәренә бәйле был хужалыҡта ла культураларҙы башта сабалар, унан йыйып һуғалар.

Беҙ шишәмбелә хужалыҡҡа барғанда, бында эш гөрләй ине. Күҙ күреме етмәҫ арпа баҫыуын иңләгән комбайндарҙың кемуҙарҙан яҫмаларҙы йыйып, бер-бер артлы тулған бункерҙарын машина-тракторҙарға бушатыуын күҙәтеүҙән күңел күтәрелде, ауыл эшсәндәренең үҙҙәренә йөкмәтелгән мөһим бурысты ни тиклем оҫта, ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡарыуын ҡарап тороуы үҙе бер кинәнес ине. Был баҫыу караптары менән тәжрибәле механизаторҙар Варис Вәлиев, Зәбир Йәһүҙин, Шамил Хәйбуллин һәм Йәмил Ғәбитов идара итә. Комбайндарҙың игене тулып, эштең тотҡарланыуына юл ҡуймау маҡсатында Юнир Йәһүҙин Т-150 тракторында, Азамат Юркевич ГАЗ-53 автомашинаһында, Зариф Вәлиев Беларуста баҫыу-ырҙын табағы юлына саң ҡундырмай, бер туҡтауһыҙ йөрөй.

— Ашлыҡты сабыуҙа урғыс таҡҡан тракторҙарҙы шулай уҡ оҙаҡ йылдар беҙҙә эшләгән Павел Витушкин, Мират Ғәббәсов, Айнур Фәритов йөрөтә. Уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙың һаламын әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуйылмай, уны шунда уҡ төргәктәргә төрәбеҙ һәм мал аҙығы ихатаһына ташыйбыҙ йәки эҫкерттәргә өйәбеҙ. Был эштә йөрөгән Фәнзил Бикйәновтың һәм Тәлғәт Ғәлимйәновтың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ, — ти агроном Фәнзил Тайыпов.

Хужалыҡтың ырҙын табағында ла эш яҡшы ойошторолған, баҫыуҙарҙан килтерелгән яңы ашлыҡ, ЗВС-20 агрегатында тиҙ арала таҙартылып, келәттәргә һалына, элеваторға оҙатыла. Әйткәндәй, пайсылар менән иҫәпләшеү өсөн фураж менән һалам да әҙерләнә.

— Уңышы йыйып алынған гәрсис менән борсаҡ таҙартылып, борсаҡ элеваторға оҙатылды, гәрсис иһә махсус тоҡтарға тултырылған, ул үҙенең һатып алыусыһын көтә. Әлдән-әле килеп торған арпаның 121 тоннаһы эшкәртелеп һалынды, — тип күрһәтә тау булып келәттә өйөлгән ашлыҡты ырҙын табағы мөдире Роберт Фәтхуллин.

— Белеүегеҙсә, йыл ауыл хужалығы өсөн ауыр килде, һөҙөмтәлә уңыш та әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Шулай ҙа күпме көс сарыф итеп үҫтерелгән ашлыҡты ваҡытында йыйып алып, эшкәртеп, һатырға, һаҡларға һалырға, киләһе йыл уңышына орлоҡ әҙерләргә тейешбеҙ. Борсаҡтың гектар төшөмө уртаса 16 центнер булһа, гәрсис ни бары дүрт ярымдан бирҙе. Арпа төрлөсә — 14-15-16 центнерҙан килә. Арпанан һуң ҡарабойҙайға төшәсәкбеҙ, һоло ла баш ҡоҫҡан. Шулай уҡ етен менән бойҙайҙы ла һуңлатмай йыйып алыу мөһим, — тип эштәрҙе барлай ЯСЙ етәксеһе Наил Әхтәмов. — Уңған игенселәр менән был эштәрҙе ваҡытында атҡарып сығырыбыҙға иманым камил, сөнки беҙҙә үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән башҡарған эшсәндәр йыйылған, уларҙың көнө-төнө тырышып эшләүенә һәйкәл ҡуйырға була.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: