+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Сентябрь 2018, 10:32

Хаҡлы ялдамын тимәй...

Һеҙ һүрәттә күргән «Завет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Әхмәт Байғәлин да бар ғүмерен ауыл хужалығына арнаған.

Беҙ, журналистар, райондың бөтә ауыл хужалығы кампанияларын киң яҡтырта барабыҙ. Яҙғы баҫыу, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ осоронда баҫыуҙарға сығып, репортаждар эшләйбеҙ. Һәм һәр ҡыҙыу осорҙа көнө-төнө эш өҫтөндә булған таныш кешеләрҙе күрәбеҙ. Эйе, ни тиһәң дә, ергә тоғро булған, баш баҫып эшләгәндәр тота шул ауыл хужалығын.

Бигерәк тә шуныһы ҡыуаныслы, намыҫлы эшләгәндәрҙең ауыр хеҙмәтен етәкселәр күрә лә белә. Ауыл хужалығы кампанияларына йомғаҡ яһағанда, почетлы исемдәр, грамоталар, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгәндәр араһында таныш исем-фамилиялар булыуына шатланабыҙ.

Һеҙ һүрәттә күргән «Завет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Әхмәт Байғәлин да бар ғүмерен ауыл хужалығына арнаған. Хужалыҡ ниндәй генә үҙгәрештәр кисерһә лә, һайлаған һөнәренә, ер эшенә тоғро ҡалған кеше. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Ә. И. Байғәлин яҙғы баҫыу эштәрендә лә ҡатнаша, мал аҙығы әҙерләүҙән дә ситтә ҡалмай. Әле үҙенең тәгәрмәсле тракторына урғыс тағып, иген культураларын сабыуҙа йөрөй.

— Бөгөн хужалыҡ һоло менән арпаның уңышын йыйып алған икән, бында тракторсы Әхмәт Исхаҡ улының да хеҙмәт өлөш бар, — ти «Завет» ЯСЙ-һы етәксеһе Ғамир Ғәлләмов. — Сөнки башҡа механизаторҙар менән бер рәттән ул да иртә таңдан ҡара кискә тиклем баҫыуҙа. Уңған игенселәребеҙҙең тырыш хеҙмәте менән һолоно, арпаны һуғып алдыҡ. Көндәр ыңғайлау менән гәрсис менән етен баҫыуында эштәр дауам ителәсәк. Унан инде бойҙайға сират етә.

Әйткәндәй, Ә. И. Байғәлиндың ауыл хужалығы өлкәһендәге оҙайлы намыҫлы хеҙмәте быйыл Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде, был награда уға район һабантуйында тантаналы тапшырылды.

— Пенсияла булһам да, көс, дәрт барҙа артабан да эшләргә иҫәп, — ти алдынғы механизатор. Эйе, эштәрен яратып, бар күңелен һалып башҡарғандар хаҡлы ялға сығырға ашыҡмай, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәүҙәрен дауам итә.

Р. ДАУЫТОВА.


* * *

Ауыл хужалығы көндәлеге

Район буйынса кисәге көнгә ҡарата иген культуралары тотош майҙандың 63 процентында, йәғни 31000 гектарҙа сабылған. Шуның 27800 гектары йыйып һуғылған (57 проц.). Был майҙандан 39300 тонна уңыш йыйып алынған, уртаса төшөм гектарынан әлегә 14,1 центнерҙан килә.

— Борсаҡ, ҡарабойҙай уңышы тулыһынса келәттәрҙә, арпа менән һоло ла тамамланыуға яҡынлаша, ярашлы рәүештә был культураларҙың 79 һәм 89 проценты йыйып алынған, — тине ауыл хужалығы бүлеге белгестәре ураҡ барышы хаҡында мәғлүмәт биреп.

Бойҙай әлегә 6300 гектарҙа урып һуғылған (уртаса уңыш 12,9 центнер), был тотош майҙандың 30 проценты. Өҫтәүенә, һуңғы арала йышайған ямғырҙар ураҡ эштәрен тотҡарлай. Шулай ҙа район игенселәре саҡ ҡына аяҙытыу менән ҙур көс түгеп үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн баҫыуға ашыға…
Читайте нас: