+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
21 Сентябрь 2018, 10:29

Ауыл хужалығы яңылыҡтары

Район ауыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса кисәге көнгә район буйынса иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 46000 гектарҙа сабылған, йәғни был тотош майҙандың 94 проценты.

Район ауыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса кисәге көнгә район буйынса иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 46000 гектарҙа сабылған, йәғни был тотош майҙандың 94 проценты. Шуның 42 мең гектарында уңыш йыйып алынған (86 процент). Был майҙандан йыйып алынған ашлыҡ 60300 тонна тәшкил итә, гектар ҡеүәте — 14,4 центнер.

Культуралар буйынса айырым алғанда, борсаҡ тулыһынса йыйып алынған, уңышы гектарынан 8 центнер булып, тотошлайы бер мең тонна ырҙын табаҡтарына ташылған.

Арпа менән һолоны йыйыу тамамланыуға яҡынлаша, ярашлы рәүештә был культуралар биләгән майҙандың 97 һәм 98 процентының уңышы һуғылған (гектар ҡеүәте 14,5 һәм 14,4 центнер). Ҡарабойҙай биләгән баҫыуҙың яртыһын һуғып алырға ҡалған, уның гектар төшөмө әлегә 8 центнерҙан килә.

Бөгөн хужалыҡтар рапс, етен, гәрсис кеүек техник культураларҙы игеүҙә ҙур хеҙмәт һала. Сөнки нәҡ ошондай культуралар һорау менән файҙалана, шул уҡ ваҡытта уларға хаҡ та юғары. Был культураларҙы урып-һуғыу эше йылдам бара. Етендең уңышы гектарынан әлегә 8,4, гәрсис 4,8, рапс 10 центнерҙан алына.

— Көндәр аяҙытһа, ураҡ эштәрен аҙна-ун көн эсендә тамамлау күҙаллана. Бөгөн «Әбйәлил сорт участкаһы», «Башаҡ», «Аграрий» хужалыҡтары финишҡа яҡынлашты. Шулай уҡ Старцев, Серпков, Ниғәмәтйәнов, Ғилманов, Абдуллин шәхси предприятиелары ла ураҡты тамамлау өҫтөндә, — ти район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Вил Миянов.

Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: