+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
25 Сентябрь 2018, 11:42

Иген бар, бесән дә етерлек

Бөгөн район хужалыҡтары менән бер рәттән фермерҙар өсөн дә ҡыҙыу эш мәле.

Бөгөн район хужалыҡтары менән бер рәттән фермерҙар өсөн дә ҡыҙыу эш мәле.

«Данлы Урал» крәҫтиән-фермер хужалығында бесән әҙерләү тулы көсөнә алып барыла, шул уҡ ваҡытта ураҡ эштәре лә гөрләй.

— Белеүегеҙсә, ауыл хужалығы өсөн йыл әллә ни уңайлы булманы. Шулай ҙа һуңлап булһа ла яуған ямғырҙар сабынлыҡтарҙағы үләнгә күтәрелергә мөмкинлек бирҙе. Бөгөн беҙҙә урып-йыйыу эштәре лә, бесән әҙерләү ҙә дәррәү бара. Йылына күрә культураларҙың уңышы насарҙан түгел, бесән дә бар, — тип таныштыра үҙ хужалығындағы эштәр барышы менән КФХ башлығы А. Х. Ғайсин.

Бесән әҙерләүҙә механизаторҙар Салауат Нарынбаев, Сәғит Ишбулатов, Юлай Шәрипов, Хажиәхмәт Һатлыҡов мәшғүл, улар үләнде сабалар, йыялар, базаға ташыйҙар.

Иген баҫыуҙарын тәжрибәле механизаторҙар Фәхрислам Итекәев менән Константин Артамонов идара иткән «Енисей» һәм «Нива» комбайндары иңләй.

— Быйыл туранан-тура урып һуғабыҙ, сөнки культуралар буйға тәпәш. Ысыҡтан-ысыҡҡа тиклем эшләйбеҙ. Станда йәшәйбеҙ, ашау яҡшы ойошторолған, иттән өҙмәйҙәр. Шарттар булдырылғас, беҙ ҙә ураҡты мөмкин тиклем тиҙерәк тамамлау өсөн тырышып эшләйбеҙ, — ти комбайнерҙар.

100 гектар майҙанды биләгән һолоноң уңышы йыйып алын-ған, ул гектарынан 15-әр центнер биргән. Шунса уҡ майҙанда сәселгән арпаның яртыһы урып-һуғылған, ул да уртаса 15-тән килә икән.

— Унан бойҙай менән ҡарабойҙайға сират етә. Аттарҙы күпләп аҫырағас, һолоно хужалыҡ эсендә тотонабыҙ. Ә башҡа культуралар таҙартылып, элеваторға оҙатыласаҡ. Ураҡты тамамлау менән киләһе йыл уңышына етерлек күләмдә орлоҡ һалыуҙы хәстәрләйәсәкбеҙ, — тип эштәрен барлай Абрар Хафиз улы.

Уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙың һаламы өйөлә бара.

Етәксе әйтеүенсә, уҙған йылдан байтаҡ ҡына бесән-һалам запасы ҡалған. Быйыл да етерлек әҙерләнә. Иң элек, үҙҙәренең эшселәрен һалам-бесән тәьмин итәләр, артығын һаталар. Килешеү нигеҙендә пайсыларға дивидендты игенләтә түләйҙәр.

Крәҫтиән-фермер хужалығында 15-ләп һауын һыйыры аҫырала. Улар һауылмай, быҙауҙарҙы имеҙеп көтәләр. Сөнки һөткә ҡарағанда итте һатыуы еңелерәк, тип иҫәпләй А. Х. Ғайсин.

Фермер булараҡ, 21-се ураҡ миҙгелен ҡаршылаған Абрар Ғайсиндың киләсәккә ҡорған пландарының бойомға ашырылырына шик юҡ, сөнки уның аҙымдары ышаныслы.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Һүрәттә: Ф. Итекәев менән К. Артаманов баҫыуға сығыр алдынан комбайндың һәр узелын ентекләп көйләй.


Читайте нас: