Йыл игенсе өсөн әллә ни уңышлы булмаһа ла, күп көс түгеп үҫтерелгәнде йыйып алыу өсөн көндәр әле уңай тора. Сентябрь аҙағы, октябрь башы һалҡынса торһа ла, ҡояш үҙенең йылыһын йәлләмәй. Аяҙ, ҡояшлы матур көндәрҙе файҙаланып, игенсе баҫыуҙағы эштәрҙе теүәлләп ҡалырға ашыға. Килгән ашлыҡты тейешенсә таҙартыу, эшкәртеү өсөн ырҙын табаҡтары эшсәндәре лә бар тырышлығын һала.
«Күсем» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ырҙын табағында ла эштәр гөрләй. Баҫыуҙан килтерелгән игендең таҙартылыуы өсөн бында моторсы Р. Х. Ғизетдинов (һүрәттә) яуаплы. Сөнки ырҙын табағындағы ҡеүәтле ике иген таҙартыу комплексын — ЗАВ-40 һәм ЗАВ-10 агрегаттарын нәҡ ул хеҙмәтләндерә.
— Һоло тулыһынса таҙартылып, келәттәргә урынлаштырылды. Әле баҫыуҙан бойҙай ташыған машиналар ағыла. Тәүге агрегатта комбайндарҙан килтерелгән иген төрлө ҡушылмаларҙан, кәбәгенән таҙартыла. Артабан ашлыҡты триер ҡоролмаһы ҡуйылған икенсе комплекс аша үткәрәбеҙ. Бында уңыш ҡара һоло кеүек төрлө ҡый үләндәре орлоғонан таҙартыла. Бынан сыҡҡан иген киләһе йыл уңышы өсөн келәттәргә һалына бара, — тип һөйләп бирҙе үҙенең эше хаҡында Рамил Хәҙис улы.
Р. Х. Ғизетдинов ырҙын табағында төп фигура тип әйтергә була. Ураҡ мәлендә игенде таҙартыу буйынса яуаплы булһа, яҙғыһын сәсеү алдынан орлоҡто ағыулау эшен дә ул башҡара.
Ырҙын табағында шулай уҡ халыҡҡа пай өсөн иҫәпләшеү ҙә бара. Үлсәүҙә эшләгән Клара Ғәлиәкбәрова ашлыҡ тейәлгән машиналарҙы үлсәп, килгән уңыштың иҫәбен алып бара, шул уҡ ваҡытта бер туҡтауһыҙ килеп торған пайсыларға бойҙай, һоло ебәрергә лә өлгөрә.
Ошо көндәрҙә хужалыҡта бойҙайҙы һуғыуҙы тамамлап, етен баҫыуына төшәсәктәр. Был культураны ла юғалтыуһыҙ йыйып алыуға, сифатлы итеп эшкәртеүгә бар көстәрен һаласаҡ игенселәр, ырҙын табағы эшсәндәре. Көндәр генә торһон.