+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Октябрь 2018, 11:56

Һуңғы гектарҙар ҡалды

«Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы баҫыуҙарында комбайндар геүләүе тынмай әле.

«Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы баҫыуҙарында комбайндар геүләүе тынмай әле.

Бөгөн баҫыу караптары рапс баҫыуҙарының һуңғы гектарҙарын йыйып һуға.

— Баҫыуҙа йөҙөп эшләп йөрөгән комбайндарҙың хужалары Вәзир Моталов, Илфат Хәлилов, Бикйән Мансуров, Әхәт Әпсәләмов (һүрәттә), Шәһәрғази Махийәнов, Вил Асҡаров, Айтуған Хәлилов, барыһы ла — тәжрибәле, игенсе хеҙмәтенең әсеһен-сөсөһөн татыған егеттәр. Һүҙҙең ысын мәғәнәһендә профессионалдар, яҙ ҙа, көҙ ҙә бары уларға таянып ерҙе эшкәртәбеҙ, сәсәбеҙ, урабыҙ, — тип маҡтай игенселәрҙе МТС-тың Әбйәлил филиалы директоры З. В. Мусин.

Әле генә һуғылған уңышты ырҙын табағына ташыған КамАЗ водителдәре Рамил Хәлитов, Әлфир Илһамов һәм Ирек Вафиндарҙың да тырыш хеҙмәтен билдәләне етәксе.

Зәбир Вәкил улы әйтеүенсә, рапстың уңышы гектарынан 10 центнерҙан килә.

— Рапсты һуғып бөтөү менән етенде йыйыуға төшәсәкбеҙ. Техник культура булған рапс беҙҙә 1500 гектарҙы биләй, был майҙандың өстән бер өлөшө һуғып алынған да инде, — тип дауам итә З. В. Мусин. — Шулай уҡ 480 гектарҙағы көнбағыш үҙ сиратын көтә. Был культураны урыуҙы, көндәр яуым-төшөмһөҙ торһа, бер аҙнанан башларға иҫәп тотабыҙ.

Һоло, арпа, бойҙай уңышы иһә тулыһынса йыйып алынған. Бөгөн был иген культуралары эшкәртелеп, таҙартылған. Ырҙын табағы эшсәндәре киләһе йыл уңышын хәстәрләп, юғары сифатлы орлоҡ һалыуҙы тәьмин итеү өсөн тырышып эшләй.

Предприятиела бер эш тә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ҙур көс түгеп үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу хәстәре менән бер рәттән баҫыуҙарҙан һалам сығарыла, шулай уҡ тупраҡты киләһе сәсеүгә әҙерләү маҡсатында ерҙе туңға һөрөү ҙә дәррәү бара.


* * *

Ауыл хужалығы көндәлеге

Район буйынса игенде урып-йыйыу эштәре тамамланған. 48400 гектарҙы биләгән был культураларҙан бөтәһе 72600 тонна ашлыҡ һуғып алынған, уртаса уңыш гектарынан 15 центнер тәшкил итә. Бойҙайҙың гектар ҡеүәте юғарыраҡ — 16,3 центнер, һоло 14,7, арпа 14,5 центнерҙан биргән.Техник культураларҙан гәрсистең уңышы ла ырҙын табаҡтарында. Бөгөнгө көндә рапс, етен йыйып һуғыла.

— Көндәр торһа, уларҙың уңышын йыйыуҙы ла ошо арала тамамлаясаҡбыҙ. Унан инде көнбағыш ҡала. Был культура «Красная Башкирия» АХК-һында, «Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы, Серпков, Старцев крәҫтиән хужалыҡтары баҫыуҙарында бөтәһе 2000 гектарҙы биләй. Көнбағышты урыуға, уның өлгөрөүенә ҡарап, төшәбеҙ. Ямғырҙар яумаһа, бер аҙнанан башларға мөмкин, ти район ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы В. Н. Миянов.

Вил Нәжип улы әйтеүенсә, бөгөн бөтә хужалыҡтарҙа, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ерҙе киләһе йыл уңышына әҙерләү менән мәшғүлдәр. Район буйынса бөтәһе 17 мең гектар ер эшкәртелһә, шуның 2500 гектары туңға һөрөлгән.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.


Читайте нас: