+11 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
19 Октябрь 2018, 12:41

Мал аҫырау ҙа, һуйыу ҙа анһат түгел...

Ауыл халҡының күҙ терәп торған берҙән-бер килем сығанағы — мал.

Ауыл халҡының күҙ терәп торған берҙән-бер килем сығанағы — мал. Әлбиттә, был еңел эш түгел. Йәй дауамында оҙон ҡышҡа етерлек мал аҙығы әҙерләргә кәрәк, унан һыуыҡ миҙгелде юғалтыуҙарһыҙ, имен генә сығыу өсөн күпме хеҙмәт һалыу мотлаҡ. Ныҡыш, булдыҡлы ғаиләләр мал-тыуар һанын арттырып, лайыҡлы йәшәргә, һөт, ит һатыуҙан килгән аҡсаға балалар уҡытырға, донъя бөтәйтергә тырыша. Ағымдағы йылдан малды махсус цехтарҙа һуйыу зарурлығын ауыл халҡы һағайып ҡабул итте. Был яңылыҡҡа ҡарата шәхси ихата тотоусыларҙың фекерен һораштыҡ.

Хөрмәт Хәсәнов, Ишкилде ауылы:

— Ауылда йәшәүселәр был реформаға ҡәтғи ҡаршы. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, район үҙәгендәге цехҡа Буранғолдан йәки Мәйгәштенән малды тейәп килтереү өсөн юлға ғына күпме сығым китә? Малды һуйып биргән өсөн тағы аҡса сығарырға кәрәк. Ярай, үҙҙәренең йөк машинаһы булған ғаиләләр алып барыр, ә яңғыҙ йәшәгән әбейҙәр был мәшәҡәттәрҙе күтәрерлек хәлдә түгел. Алыпһатарҙарға еңел кәсеп асыла инде: улар ыҙалыҡ менән үҫтерелгән малды осһоҙға ғына ала ла башланы. Быҙауҙы 25 мең һум тирәһенә, һыйырҙы бигерәк арзан — 23 мең һумға алалар. Аптыраған ауыл халҡы ҡайҙа барһын, күҙ йомоп биреп ебәрә. Сөнки баҙарҙа тороп һатыр өсөн мал цехта һуйылырға тейеш. Кемдер итен таныш-белештәренә генә һатып аҡса эшләй. Бәлки, ул цехтарҙы һәр ауыл биләмәһендә асырғалыр?

Ошондай туҙға яҙмаған талаптарҙан һуң «ауылда эш юҡ тип зарланып ултырғансы, мал тотоғоҙ» тиеүселәргә асыу килә. Ул да бит анһат хеҙмәт түгел, бигерәк тә ошондай уйланып етмәгән закондар менән ауыл халҡын ҡыҫһалар. Хатта, иң үтемле тауар һаналған һөттөң хаҡы ла юҡ, литры ни бары 50 һум. Бынан ары кеше бөтөнләй малын кәметер ул.

Факил Баястанов, Ишҡол ауылы:

— Санитар-гигиена талаптары буйынса мал цехта һуйылырға тейеш. Шуға күрә, бында цехтар кәрәк, тик һәр ауыл биләмәһендә асыу һәм хаҡын осһоҙораҡ ҡуйыу халыҡ өсөн ҡулайлыраҡ буласаҡ. Беҙ ҙә үҙебеҙҙә цех асырға уйлайбыҙ. Кешегә башта, яңылыҡҡа өйрәнеп алғанса, ҡыйынға тура килә инде. Әлегә итте һатыуға сығарыр өсөн район үҙәгендәге цехҡа алып барып һуйҙырҙыҡ.

Таңатар Вәлиев, Буранғол ауылы:

— Мал тотоусылар өсөн бик мәшәҡәтле, сығымлы эш. Кешегә уңайлы булһын өсөн түгел, киреһенсә, нығыраҡ ыҙалаһындар, тип уйлап тапҡандар. Бына беҙ итте йәрминкәгә сығарырға булғас, бер башты цехта һуйҙырҙыҡ. Юлға мең ярым һум түләнек, һуйған өсөн килоһына 12 һум алдылар. Дөйөм алғанда, алты мең һумды кеҫәбеҙҙән сығарып һалдыҡ. Етмәһә, әллә күпме ваҡытыбыҙ сарыф китте. Беҙҙән башҡа һуйҙырыусы кеше булмаһа ла, иртән барғайныҡ, кискә саҡ ҡайттыҡ. Ә сират булһа, малыңды тейәп унда-бында йөрөргәме ни? Эсәк-ҡарынын ташлап китеү бик йәл булды. Күпме ризыҡ тәләфләнде. Өйҙә һуйғанда, таҙалап, аш итеп алыр инек.

Д. САФИУЛЛИНА яҙып алды.


Читайте нас: