+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
23 Октябрь 2018, 15:13

Тырыш ғаиләнең төшөмлө шөғөлө

Амангилде ауылынан фермер Т. Н. Рәхмәтов алынған йүнәлешенән тайпылмай, маҡсаттарына табан ҡыйыу юл яра.

Ауыл хужалығында эш еңелдән түгел. Өҫтәүенә, бында тиҙ һәм ҡапыл ғына тейешенсә килем алып булмай. Уның ҡарауы, бер ныҡлы нигеҙ һалдың икән — ышаныслы. Шуға ла Амангилде ауылынан фермер Т. Н. Рәхмәтов алынған йүнәлешенән тайпылмай, маҡсаттарына табан ҡыйыу юл яра.

2012 йылда үҙ эшен аса Тимербулат Рәхмәтов. Май айында хөкүмәттән алынған субсидияға 10 баштан ашыу һыйыр һатып ала. Ул-был иткәнсе, бесән мәле етә, мал аҙығы әҙерләп бөтөүгә һыуыҡтар төшөп, ҡыш яҡынлаша.

— Был мәлдә һыйырҙарҙы индерергә ҡурам да юҡ ине. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шлакоблоктан ошо һарайҙы төҙөргә тура килде, — ти ҙур объектты күрһәтеп, Тимербулат Нәби улы.

Бөгөн был базала һыйырҙарҙы, йәш үрсемде тотоуҙан тыш, һыйырҙарға ашатыуға ҡалдырылған фуражды ла һалырға урын етә.

Фермерҙың 345 гектар ере бар, унда арпа, бойҙай һоло үҫтерә, киләһе йыл уңышына етерлек орлоҡ әҙерләп, фуражға ҡалдырғандан артҡанын һатып та ебәрә.

Ошо йылдар арауығында һыйыр малы ете тиҫтәгә еткерелгән, һауыу аппараттары алынған, ҡурала һөт һыуытыу ҡоролмаһы ҡуйылған. Шулай уҡ техникаһы ла заманса: ике МТЗ тракторы, КамАЗ машинаһы, комбайны һәм башҡа агрегаттары ла етерлек.

Һыйырҙарҙы фермерҙың ҡатыны, Ғәйниямал Айытбай ҡыҙы менән Нәйлә Даушева һауалар. Ә малды тәрбиәләү, йәғни йәй көтөү, ҡыш ашатып-эсереп, аҫтын таҙартыу Тимербулаттың үҙенең һәм улы Арсландың иңендә. Бер һүҙ менән әйткәндә, бәләкәй булмаған хужалыҡтарын алып барыу өсөн тотош ғаилә ферманан сыҡмай эшләй.

Беҙ барғанда киске һауынға байтаҡ ҡына ваҡыт булһа ла, фермер ҙа, ҡатыны ла базала ине. Ғәйниямал Айытбай ҡыҙы һыйырҙарға ашатыу өсөн иген тарттырыу менән мәшғүл булһа, хужа кеше иһә яңы тыуған быҙау янында мәж килә.

— Иртәнге һауын таңғы сәғәт 5-тән башлана, ә кискә һыйырҙарҙы алтыла һауа башлайбыҙ. Һауғандан һуң малдарҙы ҡарарға, быҙауҙарҙы тәрбиәләргә лә, продукцияны оҙатырға ла кәрәк, — ти фермер.

Хужалыҡ һөт малсылығы йүнәлешен алғас, бында үгеҙ быҙауҙарҙы тыуғас та тиерлек һаталар, ә орғасы малды көтөүҙе тулыландырыу өсөн тоталар, шуға ла йәш үрсемде тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бирәләр.

Һауылған һөттө Тимербулат Рәхмәтов Магнитогорск ҡалаһына оҙата.

— Төрлө һатып алыусылар менән эшләнем. Берәүһе про-дукция өсөн аҡсаһын түләмәй ыҙалатһа, икенсеһе һөттө ваҡытында килеп алмай йонсотто. Бына йыл ярым инде Магнитогорск ҡалаһының «МТК» компанияһы менән эшләйем. Һөттөң мул осоронда продук-цияны иртәле-кисле килеп алалар, күләм аҙ булғанда бер тапҡыр киләләр. Улар ваҡытында иҫәпләшеүе менән ышанысты яуланы, — ти фермер.

Бөгөнгө көндә һөттө килограмын 17 һум менән һата, шулай ҙа ошо арала хаҡтың артыуына өмөт итә.

— Баҫыуҙар ферманан алыҫ урынлашҡанлыҡтан, мал аҙығын килтереүгә сығымдар күп китә. Шулай ҙа бесән, һалам етерлек күләмдә ташып өйөлдө. Һутлы аҙыҡ әҙерләү менән булышмайбыҙ, сөнки ул әсемәһен өсөн махсус шарттарҙа һаҡланырға тейеш. Бына бер нисә йыл инде сенажды «Красная Башкирия» АХК-һы менән килешеү нигеҙендә ошо хужалыҡтан ташып ашатабыҙ. Уларҙа әҙерләнгән был төр мал аҙығы юғары сифатлы булыуы менән билдәле, — тип дауам итә Тимербулат Нәби улы.

Шәхси хужалыҡ алып барыусылар ҙа, эшҡыуарлыҡты үҙ итеүселәр ҙә тик үҙ көсөнә ышанып өйрәнгән. Шулай ҙа фермерға ярҙамһыҙ ҡыйыныраҡҡа тура килә. Бөгөн хөкүмәт кимәлендә был тәңгәлдә ыңғай үҙгәреш булыуы һөйөнөслө. Фермер хужалығы башлығы Тимербулат Нәби улы ла быйыл «Ғаилә малсылыҡ фермаһы» программаһы сиктәрендә хөкүмәттән ярҙам алған.

Хужалығын артабан үҫтереү маҡсатында бирелгән аҡсаға Т. Н. Рәхмәтов әле аҫыралған ҡара-ала тоҡомло һыйырҙар көтөүен голштин тоҡомло 40 тана менән тулыландырмаҡсы. Шулай уҡ техника паркына яңы трактор-машиналар алыуҙы ла күҙ уңында тота.

Тап ошондай эшһөйәр фермерҙар республикабыҙ уңышын тосораҡ итеүгә, төбәктең социаль-иҡтисади яҡтан үҫеүенә бөтә көсөн һала ла инде.

— Тимербулат Рәхмәтов райондың алдынғы фермерҙарының береһе. Уның хужалығы артабан үҫеш юлында. Быйыл «Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» программаһына ярашлы субсидия алыуға өлгәшеүе лә уның тырыш, егәрле булыуының һөҙөмтәһе. Сөнки хөкүмәт эше уңышлы барған, ниндәйҙер һө-ҙөмтәләргә өлгәшкән эшҡыуарҙарға артабан да ярҙам күрһәтеү яғында бит, — ти район хакимиәте башлағының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов. — Нәҡ улар халыҡты сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп, кешеләргә эш урындары булдырып, ауыл кешеһендә киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра ла инде.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: