+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
2 Ноябрь 2018, 12:21

Игенсе иңендә — ил яҙмышы

Шаршамбы Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнө киң билдәләнде.

Шаршамбы Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнө киң билдәләнде. Аграрийҙарҙы тәбрикләү тантанаһында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

— Башҡортостан күп йылдар дауамында илебеҙҙең тотороҡло ауыл хужалығы төбәктәренә инә. Был ауыл кешеләренең емешле һәм фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. «Алтын көҙ» бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә республика аграрийҙарының 166 миҙал яулауы быны аныҡ раҫлай, — тине Радий Фәрит улы. — Шул уҡ мәлдә заман көн һайын яңы талаптар ҡуйыуын онотмайыҡ. Бөгөн агрофәнде үҫтереү, юғары һөҙөмтәле технология-ларҙы индереү талап ителә. Республикала заманса ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға субсидиялар күләме арттырыласаҡ. Әйткәндәй, «Башсельхозтехника» предприятиеһы «Беларусь» тракторҙарын хәҙер үҙебеҙҙә йыя. Башҡортостан бал, ит, хәләл продукцияһын сит илгә сығарыу мөмкинлегенә эйә. Республикабыҙҙы файҙалы һәм экологик яҡтан таҙа продукция етештереүсе төбәк итеп танытырға кәрәк.

Йылдағыса ергә баш эйеп, тир түккән намыҫлы игенсе, малсы, механизаторҙар бүләкләнде. Республика етәксеһе һөнәре буйынса иң яҡшы тип табылған аграрийҙарға «Шевроле Нива» автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙы. Улар араһында йәш кенә егет — Аграр университет студенты булыуы өмөт уята. Тимәк, йәштәр ҡырсылыҡты үҙ итә, Тыуған еренә хеҙмәт итергә теләк белдерә. Ә ундайҙар һәр ваҡыт дәүләт яғынан хуплау табасаҡ.

Әбйәлил ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре лә йыл һайын республика кимәлендә юғары баһаланыуы маҡтауға лайыҡ. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен тәбрикләү тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов етәкселегендә район делегацияһы ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе муниципаль райондар араһында юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән Әбйәлил районы билдәләнде һәм БР Хөкүмәтенең Дипломына лайыҡ булды! Ошондай уҡ Диплом менән ауыл хужалығы сәнәғәтендә юғары һөҙөмтәләр күрһәткән «Красная Башкирия» АХК-һы (етәксеһе Раил Фәхрисламов) наградланды.

«Красная Башкирия» хужалығының алыштырғыһыҙ механизаторы, 1977 йылдан алып бөтә ғүмерен ауыл хужалығы тармағында эшләүгә бағышлаған тракторсы-машинист Фәтих Булат улы Астанғәлин республика Хөкүмәте премьер-министры Р. Х. Мәрҙәнов ҡулынан «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исемен алды.

«Республиканың иң матур ауылы — 2018» конкурсында Хәлил ауылының еңеп сығыуы тураһында яҙып үткәйнек инде. Хәлилдәрҙе лә ҙур еңеүе менән тап ошо сарала тәбрикләнеләр. БР Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов сәхнәгә Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин, старостаһы Руслан Дәүләтов һәм ауыл Советы депутаты Ринат Шаһивәлиевты саҡырып, Диплом һәм 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.

Резеда ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: